Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | АТА-ӘСӘЛӘР

Ни өсөн балаларға китап уҡыу мөһим. 2-се өлөш. Экранданмы әллә ҡағыҙҙанмы?

Ни өсөн балаларға китап уҡыу мөһим. 2-се өлөш. Экранданмы әллә ҡағыҙҙанмы?

 Балағыҙға экрандан уҡыу күберәк оҡшаймы әллә ҡағыҙҙанмы?

 Балаларҙың һәм йәш үҫмерҙәрҙең күбеһенә экрандан уҡыу оҡшай. «Экранға бер ҡағылыу менән һылтанмаларҙы асырға һәм бер нисә секунд эсендә унлаған битте ҡарап сығырға өйрәнгән быуын китапҡа оҙаҡ иғтибар тупларға һәләтһеҙ», — ти профессор Джин Твенге a.

 Экрандан уҡыуҙың үҙ өҫтөнлөктәре бар. 20 йәшлек Джон былай тип һөйләй: «Мин уҡыған мәктәптә электрон китаптар ҡулландылар. Был бик уңайлы ине. Мин эҙләү функцияһы ярҙамында бик тиҙ кәрәкле мәғлүмәтте таба инем».

 Экрандан уҡыуҙың башҡа уңайлы яҡтары ла бар. Мәҫәлән, бер ҡағылыу менән һүҙҙең мәғәнәһен белеп, аудио тыңлап, шул уҡ темаға видео ҡарап була. Шулай уҡ һылтанмаға баҫып, өҫтәлмә мәғлүмәт алып була. Былар, китап үҙ әһәмиәтен юғалтҡан, тигәнде аңлатамы?

 Әгәр ниндәйҙер теманы тәрән аңларға кәрәк булһа, ҡайһы берәүҙәр китапҡа өҫтөнлөк бирә. Ни өсөн?

  •   Иғтибар туплау еңелерәк. Нейтан исемле үҫмер былай тип бүлешә: «Экрандан уҡығанда реклама һәм төрлө белдереүҙәр албырғата. Иғтибар тарала».

     20 йәшлек Карен быға оҡшаш фекер әйтә: «Телефондан йә планшеттан уҡығанда йыш ҡына икенсе ҡушымтаға күсергә йә уйын уйнап алырға теләк тыуа».

     Изге Яҙмалағы принцип: «Ваҡытты мөмкин ҡәҙәр яҡшыраҡ ҡулланығыҙ» (Колосстарға 4:5, ЯДТ).

     Уйланыр өсөн һорауҙар. Балағыҙ электрон яйланманан уҡығанда иғтибарын туплай аламы? Юҡ икән, һеҙ нисек уны быға өйрәтә алаһығыҙ?

     Кәңәш. Балағыҙға ошоно аңларға ярҙам итегеҙ: әгәр уҡыған ваҡытта иғтибарын ситкә йүнәлтһә, дәрестәрен оҙағыраҡ әҙерләйәсәк, буш ваҡыты әҙерәк буласаҡ.

  •   Аңлау еңелерәк. «Күп тикшеренеүҙәр шуны күрһәтте: кешеләр экрандан уҡығанда тексты китаптан уҡығанға ҡарағанда насарыраҡ аңлай», — тип әйтелә «Зинһар, ата-әсә булығыҙ» тигән китапта (Be the Parent, Please).

     Сәбәптәрҙең береһе — кешеләр экрандан уҡығанда тексҡа күҙ йүгертеп кенә сыға, тәрән уйланмай. Яҙыусы һәм журналист Николас Карр, интернетта «беҙ бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп мәғлүмәт йыйырға тырышабыҙ» b.

     Әлбиттә, былай эшләүҙең ыңғай яҡтары бар. Әммә, Каррҙың һүҙҙәре буйынса, «өҫтән-мөҫтән генә уҡыу беҙҙең өсөн төп уҡыу ысулы булып китә». Һөҙөмтәлә бала тәрән уйланмайынса тексҡа күҙ йүгертеп кенә сығырға ғәҙәтләнә.

     Изге Яҙмалағы принцип: «Төшөнөүсәнлеккә ынтылырға онотма» (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7).

     Уйланыр өсөн һорауҙар. Балағыҙ экрандан уҡыймы йә китаптанмы, һеҙ нисек уны материалды тәрәнерәк аңларға өйрәтә алаһығыҙ?

     Кәңәш. Аҡыллы ҡараш һаҡлағыҙ. Теге йә был сиккә һуғылмағыҙ. Уҡыуҙың бер төрөнән дә баш тартмағыҙ. Һәр береһенең уҙ өҫтөнлөктәре бар. Мәҫәлән, экрандан уҡығанда ҡайһы бер электрон функциялар тексты яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Балағыҙға китаптан һәм экрандан уҡыуҙың ыңғай һәм кире яҡтарын аңлатығыҙ. Шулай уҡ һәр бала үҙенсәлекле икәнен онотмағыҙ.

  •   Иҫтә ҡалдырыу еңелерәк. Журналист Феррис Джабр «Сайентифик америкэн» журналында баҫтырылған мәҡәләһендә, экрандан уҡығанда «мейе күпкә тиҙерәк арый... һуңынан уҡыған материалды иҫкә төшөрөү күпкә ауырыраҡ», тип яҙған.

     Мәҫәлән, ҡағыҙ китапты уҡығанда, беҙҙең мейе үҙенә күрә бер карта төшөрә: беҙ теге йәки был фекер китап битенең ҡайһы ерендә урынлашҡанын иҫтә ҡалдырабыҙ. Шуға күрә ул мәғлүмәтте тиҙ генә таба алабыҙ.

     Бынан тыш,тикшереүселәр ҡағыҙ китаптан уҡыған кешеләрҙең мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштереүен асыҡлаған. Улар материалды иҫтәренә төшөрә ала, сөнки ул хәтергә тәрәнерәк кергән.

     Изге Яҙмалағы принцип: «Зирәклек һәм аңды һаҡла» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:21).

     Уйланыр өсөн һорауҙар. Балағыҙға уҡығандарын аңлау һәм иҫтә ҡалдырыу ауырмы? Ауыр булһа, уға мәғлүмәтте үҙләштерер өсөн кәрәк булған оҫталыҡ үҫтерергә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Бәлки, уға ҡағыҙ китаптан уҡыу яҡшыраҡ булыр?

     Кәңәш. Балағыҙға оҡшаған нәмәне түгел, ә уға файҙа килтергән нәмәне иҫәпкә алып эш итегеҙ. Кешеләр экрандан уҡығанда мәғлүмәтте үҙҙәре уйлағандан әҙерәк үҙләштерә.

a «iGen» китабынан

b «The Shallows» китабынан