Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Гомосексуализм насармы?

Гомосексуализм насармы?

 «Үҫә төшкәс, мин үҙем менән бер енестә булған кешеләргә тартылыуымды һиҙҙем. Бының менән көрәшеүе бик ауыр ине. Ваҡыт уҙыу менән ундай хистәр үтеп китер, тип уйлағайным, ләкин улар әле лә миңә тынғы бирмәй» (Дейвид, 23 йәш).

 Дейвид — мәсихсе, ул Аллаға ярарға теләй. Ләкин, үҙ енесендәге кешеләргә тартыла икән, ул Аллаға ярай алырмы? Алла гомосексуализмға нисек ҡарай?

 Изге Яҙмала был турала нимә әйтелә?

 Гомосексуализмға ҡараш, ниндәй культуранан булыуға һәм ниндәй заманда йәшәүгә ҡарап, төрлө булырға мөмкин. Ләкин күпселектең фекере мәсихселәр өсөн иң мөһиме түгел, улар «төрлө яҡҡа борғолаған» тәғлимәт елдәре «ыңғайына һуғылып» йөрөмәй (Ефестарға 4:14). Мәсихселәрҙең бөтә нәмәгә, шул иҫәптән гомосексуализмға ҡарашы Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормаларға нигеҙләнгән.

 Изге Яҙманың гомосексуализмға ҡарашы ап-асыҡ. Алла Һүҙендә былай тиелгән:

  •  «Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ менән ятҡандай ятма» (Левиттар 18:22).

  •  «Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын теләктәре һәм боҙоҡлоҡтары ҡарамағына тапшырҙы... Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы» (Римдарға 1:24, 26).

  •  «Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә, ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа — береһе лә Алла Батшалығына эйә була алмаясаҡ» (1 Коринфтарға 6:9, 10).

 Кеше үҙ енесенә тартыламы йә ҡаршы енескәме, ысынында, Алланың нормалары бөтә кешеләр өсөн бирелгән. Шулай итеп, һәр кешегә тотанаҡлы булырға һәм Алла хупламаған нәмәне эшләү теләген тыйырға кәрәк (Колосстарға 3:5).

 Был нимәне аңлата?

 Был, Изге Яҙма гомосексуалистарҙы нәфрәт итеүҙе хуплай, тигәнде аңлатамы?

 Юҡ. Изге Яҙма берәүҙе лә — гомосексуалистарҙы ла, башҡа кешеләрҙе лә нәфрәт итергә өндәмәй. Киреһенсә, ул, кешеләрҙең ниндәй тормош алып барыуына ҡарамаҫтан, «бөтөнөһө менән дә тыныс» йәшәргә дәртләндерә (Еврейҙарға 12:14). Шуға күрә гомосексуалистарға ғәйеп ташлауҙар, нәфрәт ерлегендә уларға ҡаршы енәйәт ҡылыу һәм уларға ҡарата һәр төрлө агрессия дөрөҫ түгел.

 Был, мәсихселәр бер енесле никахтарҙы рөхсәт иткән закондарға ҡаршы сығырға тейеш, тигәнде аңлатамы?

 Изге Яҙманан күренә: Алла ниәте буйынса, никах — бер ир менән бер ҡатындың союзы (Матфей 19:4—6). Ә кешеләр бер енесле никахтар тураһында ҡабул иткән закондарға ҡағылышлы дискуссиялар — әхлаҡи һорау түгел, сәйәси һорау. Изге Яҙма иһә мәсихселәргә сәйәси нейтралитет һаҡларға ҡуша (Яхъя 18:36). Шуға күрә улар бер енесле никахтарға һәм гомосексуализмға ҡағылған хөкүмәт закондарын яҡламай ҙа, ҡаршы ла сыҡмай.

 Ләкин әгәр...

 Ләкин әгәр кеше гомосексуалист булһа? Ул үҙгәрә аламы?

 Эйе. Беренсе быуатта йәшәгән ҡайһы бер кешеләр үҙгәрә алған. Гомосексуалист булған кешеләр Алла Батшалығына эйә була алмай, тигән һүҙҙәрҙән һуң, Изге Яҙмала: «Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине», — тип әйтелә (1 Коринфтарға 6:11).

 Был, гомосексуализмдан баш тартҡан кешеләрҙең элекке тормош рәүешенә ҡайтырға бер ниндәй ҙә теләге булмаған, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Яңы шәхес булып кейенегеҙ. Ул хаҡ белем ярҙамында үҙен Булдырыусыға оҡшаш итеп яңыра бара» (Колосстарға 3:10, ЯДТ). Үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк.

 Ләкин әгәр Алла нормалары буйынса йәшәргә ынтылған кешенең һаман да гомосексуаль теләктәре булһа?

 Кеше үҙ теләктәрен, шул иҫәптән гомосексуаль теләктәрен тыйырғамы йәки ҡәнәғәтләндерергәме икәнен үҙе һайлай. Изге Яҙмала: «Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ, — тип әйтелә (Галаттарға 5:16).

 Иғтибар ит, был аятта, кешенең бер ниндәй ҙә гонаһлы теләктәре булмаҫ, тип әйтелмәй. Ләкин рухи эштәр тәртибе, йәғни Изге Яҙманы өйрәнеү һәм доға ҡылыу ярҙамында кешенең ундай теләктәргә ҡаршы торорға көсө буласаҡ.

 Мәҡәлә башында иҫкә алынған Дейвид бының шулай икәнен үҙ тәжрибәһенән белгән. Уға бигерәк тә үҙенең был көрәше тураһында мәсихсе булған ата-әсәһенә һөйләү ярҙам иткән. «Минең яурынымдан йөк төшкәндәй булды, — ти ул. — Атай-әсәйемә был турала элегерәк һөйләгән булһам, моғайын, минең үҫмер сағым күпкә бәхетлерәк булыр ине»

 Ысынлап та, Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәп, беҙ күпкә бәхетлерәк булып китәбеҙ. Улар «ғәҙел — йөрәкте шатландыра» һәм «улар буйынса йәшәү — оло әжер» тигән һүҙҙәргә беҙ тулыһынса ышанабыҙ (Зәбур 19:8, 11).