Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала? 1-се өлөш. Изге Яҙманы тикшер

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала? 1-се өлөш. Изге Яҙманы тикшер

 «Мин Изге Яҙманы уҡып ҡараным, әммә ул бигерәк ҡалын! Уны ҡасан да булһа уҡып сығыу мөмкинме һуң?» (Бриана, 15 йәш).

 Бәлки, һин дә шулай уйлайһыңдыр. Улайһа, ошо мәҡәлә һиңә ярҙам итер.

 Ни өсөн Изге Яҙманы уҡырға кәрәк?

 Изге Яҙманы уҡыу һиндә әллә ни күңелле хистәр тыуҙырмаһа, был аңлашыла. Ваҡ шрифт менән яҙылған, бер һүрәте лә булмаған ҡалын китапты уҡып ултырыу урынына, фильмдар ҡарау күпкә күңеллерәк, тип уйларға мөмкин кемдер.

 Әйтәйек, һин бер ҙур, боронғо хазина һандығына тап булдың, ти. Уны асып ҡарау һиңә ҡыҙыҡ булмаҫ инеме ни?

 Изге Яҙманы шундай һандыҡ менән сағыштырып була. Унда һаҡланған ҡиммәтле зирәклек һиңә:

  •   аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә,

  •   атай-әсәйең менән уртаҡ тел табырға,

  •   иң яҡшы дуҫтар табырға,

  •   стресты еңергә ярҙам итер.

 Нисек итеп боронғо бер китап заманса кәңәштәр бирә ала һуң? «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған», тиелә Инжилдә (2 Тимофейға 3:16). Эйе, Изге Яҙмалағы кәңәштәр иң аҡыллы Шәхестән килә!

Изге Яҙма зирәклек һаҡланған һандыҡҡа оҡшаш

 Изге Яҙманы нисек уҡырға?

 Беренсе ысул: уны тулыһынса уҡып сығыу. Шунда һин был китаптың ғөмүмән нимә хаҡында икәнен бер аҙ күҙ алдыңа килтерә алырһың. Уны төрлөсә уҡырға була, мәҫәлән:

  •    Һин Изге Яҙманың бөтә 66 китабын — Башланмыш китабынан башлап Асылыш китабына тиклем — бер-бер артлы уҡып сыға алаһың;

  •    Изге Яҙманы хронологик тәртиптә уҡырға була.

 Кәңәш. «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 4-се бүлегендә Ғайсаның ерҙәге тормошонда булған мөһим ваҡиғалар килтерелә.

 Икенсе ысул: Изге Яҙманан үҙеңдең хәҙерге хәл-шарттарыңа яҡын булған өҙөктәрҙе һайлап уҡыу. Мәҫәлән:

  •   Һин ышаныслы дуҫтар табырға теләйһең, ти. Йонафан менән Дауыт тураһында уҡып ошо һорауға яуап бир: Дауыттың ниндәй сифаттары Йонафанды йәлеп иткән? (1 Самуил, 18—20-се бүлектәр).

  •   Һин бөтә көсөңдө һалып, ҡотҡоға бирелмәҫкә тырышаһың, ти. Улайһа, Йософ хаҡындағы хикәйәне уҡы (Башланмыш, 39-сы бүлек). Йософтоң ҡотҡоға ҡаршы торор өсөн ҡайҙан көс алғанына иғтибар ит.

  •   Һин доғаның көсөн күрергә теләйһең, ти. Ниҡәми исемле хеҙмәтсенең осрағы тураһында уҡы (Ниҡәми, 2-се бүлек). Шунан «Ниҡәми. Йәһүәнең шатлығы — һеҙҙең ҡәлғә» тигән видеопостановканы ҡара. Йәһүәнең Ниҡәми доғаларына нисек яуап биргәне хаҡында уйлан.

 Кәңәш. Изге Яҙманы тыныс урында уҡырға тырыш. Шул саҡ иғтибарыңды туплау еңелерәк булыр.

 Өсөнсө ысул: Изге Яҙмалағы өҙөктө йә берәй мәҙхиәне уҡып сығыу, шунан уның һиңә нисек ҡағылыуы хаҡында уйланыу. Үҙеңә шундай һорауҙар бирергә була:

  •    Ни өсөн Йәһүә был өҙөктө Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан?

  •    Был өҙөк Йәһүәнең сифаттарын һәм уның фекер йөрөтөүен нисек асыҡлай?

  •    Белгәндәремде нисек тормошомда ҡуллана алыр инем?

 Кәңәш. Изге Яҙманы көн дә уҡырға маҡсат ҡуй. Сайтыбыҙҙа килтерелгән Изге Яҙманы уҡыу графигын ҡулланып, ҡасан уҡый башлаясағыңды календарыңа билдәләп ҡуй.