Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Һаҡ булығыҙ: секстинг!

Һаҡ булығыҙ: секстинг!

 Нимә ул секстинг?

 Секстинг — ул кеҫә телефоны аша әхлаҡһыҙ смс-тар, фотолар йә видеояҙмалар ебәреү. «Беҙҙең көндәрҙә был инде ғәҙәти хәлгә әйләнде. Башта былай ғына яҙышаһың, әммә күп тә үтмәҫтән бер-береңә „ҡыҙыҡтырғыс“ фотолар ебәрә башлайһың», — тип һөйләй бер ир.

 Кешеләр быны ни өсөн эшләй? Үҫмерҙәрҙең быға ҡарашын бер юрист «Нью-Йорк таймс» гәзитендә былай тип аңлата: «Әгәр телефоныңда яланғас ҡыҙ йә егет фотоһы бар икән, һәр кем һинең хаҡта актив енси тормош алып бара тип уйлаясаҡ... Был һурып үпкәндән һуң ҡалған эҙ һымаҡ, тик электрон рәүештә генә». Ә бер ҡыҙ иһә секстингты «ҡурҡынысһыҙ секс» тип атай, «сөнки ауырға ла ҡалмайһың, енси юл менән күсә торған ауырыу ҙа йоҡтормайһың».

 Үҫмерҙәрҙе секстинг менән шөғөлләнергә башҡа сәбәптәр ҙә ылыҡтыра:

  •   берәйһе менән танышырға теләһәң, уның иғтибарын йәлеп итер өсөн ғишыҡ уйыны уйнап алырға була;

  •   тартынмайынса шундай фото ебәргәндәр икән, тимәк, һин дә шундайыраҡ яуап ебәрә алаһың.

 Секстинг ниндәй зыян килтерергә мөмкин?

 Әгәр фотоңды телефон аша ебәргәнһең икән, һин инде уның кем ҡулына эләгерен дә, уны кемдең һәм ниндәй маҡсат менән ҡулланырын да, һиңә ниндәй зыян килеү ихтималын да күҙәтә алмайһың. Америкалағы тикшеренеү үҙәгенең («Pew Research Center») өлкән хеҙмәткәре Аманда Ленхарт секстинг тураһындағы докладында былай тип билдәләй: «Бөгөн кешеләр берәйһенең хатаһы йә ярамаған тәртибе хаҡында бик еңел белә ала, һәм ул мәғлүмәт элеккегә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә тиҙ тарала».

 Ҡайһы берәүҙәр былай итә...

  •   Яланғас килеш төшөрөлгән фотоны алыу менән үк уны дуҫтарының күңелен асыу өсөн уларға тарата башлай.

  •   Ҡыҙы ташлаһа, үс итеп, уның әхлаҡһыҙ фотоларын башҡаларға тарата.

 ҺИН БЕЛӘ ИНЕҢМЕ? Кемдең дә булһа яланғас төшкән фотоһын телефон аша ебәреү күп осраҡтарҙа балаларҙы әхлаҡһыҙлыҡҡа тартыу йә балалар порнографияһы таратыу тип иҫәпләнә һәм енәйәт булып һанала. Секстинг арҡаһында ҡайһы бер үҫмерҙәр енси енәйәттә ғәйепләнгән.

 Был хаҡта Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 Изге Яҙмала, тик никахтағы ир менән ҡатын ғына енси мөнәсәбәткә инеп бер-береһенә ләззәт килтерергә хаҡлы, тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18). Унда шулай уҡ никахта тормағандар араһында ниндәй мөнәсәбәттәр булырға тейешлеге лә аңлатыла. Изге Яҙмалағы ошондай принциптар хаҡында уйлан:

  •   «Аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйлә[мәгеҙ]» (Ефестарға 5:3, 4).

  •   «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ...ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ» (Колосстарға 3:5).

 Был шиғырҙар «аҙғынлыҡтан» ғына (никахтан тыш енси мөнәсәбәттәрҙән генә) түгел, ә «әшәкелек» менән бәйле һәр төрлө тәртипте үҙ эсенә алған нәжестән дә ситтә торорға саҡыра. Шулай уҡ «яман теләктәрҙе» һәм енси ҡомһоҙлоҡто тыя белеү кәрәк. (Бында никахтағы кешеләр араһындағы тәбиғи теләктәр түгел, ә әхлаҡһыҙлыҡҡа килтерә алған аҙғын нәфсе күҙҙә тотола).

 Үҙеңә ошондай һорауҙар бир:

  •   Ни өсөн кемдеңдер яланғас килеш төшкән фотоларын таратыу «әшәкелектең» бер төрө тип һанала?

  •   Секстинг нисек итеп аҙғын «нәфсене» уята?

  •   Ни өсөн кешенең яланғас төшкән фотоларын ҡарау һәм таратыу зыянлы?

 Изге Яҙманан алынған түбәндәге өҙөктәрҙә секстингтан ҡасыр өсөн тағы ла етдиерәк сәбәптәр килтерелә.

  •   «Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр... итеп күрһәтергә тырыш» (2 Тимофейға 2:15).

  •    «Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡаласаҡ икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? ...Тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ» (2 Петр 3:11, 12).

 Был шиғырҙар әхлаҡи сафлыҡ һаҡлау яҡшы емештәр килтереүен күрһәтә. Әгәр тәртибең Алла хупларлыҡ булһа, һин бер ваҡытта ла үкенерлек эштәр ҡылмаҫһың (Галаттарға 6:7).

 Үҙеңә ошондай һорауҙар бир:

  •    Мин ниндәй кеше?

  •    Берәйһенең репутацияһын боҙғом киләме?

  •    Башҡаларҙы рәнйеткән нәмәләр миңә ҡыҙыҡ булып тойоламы?

  •    Секстинг менән шөғөлләнеү минең репутацияға ниндәй зыян килтерергә мөмкин?

  •    Атай-әсәйем, секстинг менән шөғөлләнеүемде белеп ҡалһа, миңә ышанысын юғалтмаҫмы?

 ТОРМОШТАН МИҪАЛ. «Минең дуҫ ҡыҙым йәшерен рәүештә бер егет менән осрашып йөрөй ине. Ул үҙенең яланғас көйө төшкән фотоһын шул егеткә ебәргән, ә егете уға үҙенекен ебәргән. Ике көн дә үтмәҫтән, атаһы уның телефонын тикшерергә булған һәм теге фотоларҙы күреп, шаҡ ҡатҡан. Атай менән ҡыҙ араһында күңелһеҙ һөйләшеү булған, һәм ул барыһын да һөйләп биргән. Мин беләм, ул үҙ ҡылығына бик үкенә, әммә ата-әсәһе өсөн был шул тиклем көтөлмәгән хәл булды, улар шундай ныҡ көйөндө! Улар хәҙер нимә эшләргә лә белмәй: ғөмүмән, бынан ары ҡыҙҙарына ышанырғамы, юҡмы».

 Дөрөҫөн генә әйткәндә... Секстинг смс-хәбәрҙәрҙе ебәргән кешене лә, уларҙы ҡараған кешене лә аҙғынлыҡ юлына төшөрә. Бер ҡыҙҙы сектингҡа йөрөгән егете күндергән. Ул ҡыҙ: «Миңә был шул тиклем ерәнес булды, хатта үҙ-үҙемде күрә алмай инем», — тип үҙ хистәре менән бүлешә.

 Секстингтың үҙең өсөн дә, башҡалар өсөн дә насар эҙемтәләргә килтереүен һәм хатта закон яғынан да проблемалар тыуҙыра алыуын иҫәпкә алып, Изге Яҙмалағы ошондай принциптарға таянып эш итеү аҡыллы булыр:

  •   «Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор» (2 Тимофейға 2:22).

  •   «Күҙҙәремде боҙоҡ нәмәләрҙән ситкә бор» (Зәбур 119:37).

 Һин нимә эшләрһең?

 Түбәндә килтерелгән осраҡҡа иғтибар ит. Джанет үҙе менән булған хәлде һөйләй. Уны уҡып сыҡ һәм Изге Яҙмалағы кәңәште ҡулланып берәй вариантты һайла.

 «Мин бер егет менән таныштым, телефондар менән алыштыҡ. Аҙна ла үтмәҫтән, ул минән бикини ғына кейеп төшкән фотомды ебәреүемде һораны» (Джанет).

 Һинеңсә, Джанетҡа нимә эшләргә? Ә һин нимә эшләр инең?

  •  ВАРИАНТ А. «Бер уйлағанда, бының ниндәй насарлығы бар? Һыу инергә барһаҡ, ул барыбер мине бикиниҙа күрер бит».

  •  ВАРИАНТ Б. «Уның ни уйлауын кем белә, ғәҙәти фотомды ғына ебәрәйем дә ҡарайым әле, нимә тиер икән».

  •  ВАРИАНТ В. «Был егеттең башында бер генә уй икән. Юйып ырғытайым әле уның хәбәрен».

 Иң яҡшыһы — В варианты, шулаймы? Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә», — тиелгән бит (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

 Был миҫал шуны күрһәтә: секстингҡа һәм башҡа дөрөҫ булмаған эштәргә дуҫтарҙы һайлай белмәү килтерә. Шуға ла үҙеңдән: «Мин дуҫтар һайлай беләмме?» — тип һора (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Сара исемле бер ҡыҙ былай ти: «Боҙоҡ тәртипте түҙеп тормаясаҡ кешеләр менән генә аралашығыҙ». Делия исемле икенсе ҡыҙ уның менән ризалаша: «Дуҫ тип аталған ҡайһы берәүҙәр саф тормош алып барырға ярҙам итәһе урынға аҙғынлыҡҡа этәрә. Улар Алла ҡанундарын боҙғанда, һинең дә уларға эйәреүең бар бит, ә был һиңә кәрәкме?»