ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Тиҫкәре уйҙарҙан нисек арынырға?
Һин үҙеңде ниндәй кеше тип һанайһың?
Оптимист
«Мин бәхетле булырға һәм күңелһеҙләнмәҫкә тырышам. Һәр көндө йылмайып һәм шатланып үткәргем килә» (Валери).
Пессимимст
«Берәй яҡшы ваҡиға булғанда, мин шунда уҡ, был ысынға оҡшамаған, тип уйлайым» (Ребекка).
Реалист
«Оптимист булһаң, уңышһыҙлыҡҡа осраған һайын күңелең һүрелер. Ә писсимист булһаң, һәр ваҡыт бойоғоп йөрөрһөң. Реалист булып бөтә нәмәне нисек бар, шулай күреү яҡшыраҡ тип уйлайым» (Анна).
Ни өсөн был мөһим?
Изге Яҙмала: «Шат күңелле көн дә байрам итә», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:15). Эйе, тиҫкәре уйҙарҙы ҡыуған һәм ыңғай ҡараш һаҡларға тырышҡан кешеләр бәхетлерәк. Ундай кешенең дуҫтары ла күберәк була. Ысынлап та, гел дә күңелһеҙләнеп йөрөгән кеше менән ваҡыт үткәреү кемгә оҡшаһын инде?
Шулай ҙа иң ыңғай ҡарашлы кешеләрҙең тормошонда ла ауырлыҡтар тыуып тора. Мәҫәлән:
Яңылыҡтарҙа беҙ һәр ваҡыт һуғыштар, теракттар һәм енәйәттәр тураһында ишетәбеҙ.
Ғаиләбеҙҙә ауырлыҡтар тыуырға мөмкин.
Үҙебеҙҙең етешһеҙлектәр һәм хаталар арҡаһында бойоғабыҙ.
Яҡындарыбыҙ беҙҙе рәнйетә ала.
Был ауырлыҡтарға күҙ йомоу йә улар арҡаһында сиктән тыш ныҡ ҡайғырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Алтын урталыҡ табыу яҡшыраҡ булыр. Реалист тиҫкәре уйҙарға бирелмәй һәм тормошто нисек бар, шулай ҡабул итә.
Нимә эшләп була?
Хаталарыңа айыҡ ҡараш һаҡла.
Изге Яҙмала: «Ер йөҙөндә гел изгелек ҡылып йәшәгән һәм бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ», — тиелә (Вәғәзсе 7:20). Шуға күрә хаталар яһауың һинең булдыҡһыҙ икәнеңде аңлатмай, ә тере кеше булыуыңды күрһәтә.
Нисек реалист булырға? Яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырыш, әммә үҙеңдән камиллыҡ көтмә. «Мин иғтибарымды хаталарыма тупламаҫҡа тырышам, — тип бүлешә Калеб исемле егет. — Бының урынына, хаталарымдан һабаҡ алып, уларҙы бүтән ҡабатламаҫ өсөн көс һалам».
Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма.
«Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек», — тип кәңәш ителә Изге Яҙмала (Галаттарға 5:26). Социаль селтәрҙәге фотоларҙы ҡарап, үҙең саҡырылмаған күңел асыуҙарҙы күҙәтеү һине бойоҡторорға мөмкин. Бының арҡаһында үҙеңдең иң яҡшы дуҫтарыңа дошмандарға һымаҡ ҡарай башлауың ихтимал.
Нисек реалист булырға? Шуның менән ризалашырға кәрәк: һине һәр күңел асыуға саҡырмаҫтар. Ә социаль селтәрҙәге фотоларға ҡарап ҡына һығымта яһау аҡыллы булмаҫ. «Социаль селтәрҙәргә иң яҡшы фотоларҙы ғына ҡуялар, — ти Алексис исемле үҫмер. — Ә кешенең көндәлек тормошо унда сағылмай».
Татыулыҡҡа ынтыл, айырыуса үҙ ғаиләңдә.
«Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ», — тип кәңәш ителә Изге Яҙмала (Римдарға 12:18). Һин башҡаларҙың эштәрен контролдә тота алмайһың, ә бына һинең нисек эш итеүең үҙеңдән тора. Тыныслыҡҡа ынтылырғамы, юҡмы, һин үҙең ҡарар итәһең.
Нисек реалист булырға? Ғаиләңдә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ тыуа башлаһа, хәлде ауырайтмаҫҡа тырыш. Дуҫтарың менән татыу булған һымаҡ, ғаиләңдә лә татыулыҡҡа ынтыл. «Беҙ камил түгел һәм ваҡыт-ваҡыт бер-беребеҙҙе һүҙ йә эш менән рәнйетергә мөмкин, — ти Мелинда исемле үҫмер. — Ундай осраҡтарҙа беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ: тыныс булып ҡалырбыҙмы?»
Рәхмәтле булырға өйрән.
Изге Яҙмала: «Рәхмәтле булығыҙ!» — тиелә (Колосстарға 3:15). Рәхмәтле булыу һиңә иғтибарыңды тормоштоң тиҫкәре булып күренгән яҡтарына түгел, ә ыңғай яҡтарына тупларға ярҙам итер.
Нисек реалист булырға? Проблемаларға күҙеңде йомма, әммә тормошоңдоң ыңғай яҡтарын да күҙҙән ысҡындырма. «Мин көн дә блокнотыма бер ыңғай нәмәне яҙып барам, — тип бүлешә Ребекка. — Шулай итеп мин тормошомда яҡшы нәмәләр күп булғанын иҫемә төшөрөп торам».
Дуҫтарың кем?
Изге Яҙмала: «Аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа», — тип яҙылған (1 Коринфтарға 15:33). Һин тәнҡитсел, әсе телле һәм тиҫкәре ҡарашлы кешеләр менән аралашһаң, уларҙың насар һыҙаттары һиңә лә йоғасаҡ.
Нисек реалист булырға? Дуҫтарың да ауырлыҡтар менән осраша һәм ваҡыт-ваҡыт тормоштарына зарланырға мөмкин. Шундай ваҡыттарҙа уларҙы нығытырға тырыш, әммә уларҙың проблемаларына башың менән сумып китмә. «Тиҫкәре ҡарашлы кешеләр менән генә ваҡыт үткәреү дөрөҫ булмаҫ ине, — ти Мишель исемле ҡыҙ. — Был математикала һымаҡ: ике тиҫкәре һанды ҡушһаң, тағы ла ҙурыраҡ тиҫкәре һан була».
Шул турала күберәк уҡы
Изге Яҙмала беҙҙең көндәр «ауыр ваҡыттар» тип атала (2 Тимофейға 3:1). Донъяла проблемалар күп булғанға, һиңә ыңғай ҡараш һаҡлауы ауырмы? Улайһа, «Ни өсөн донъяла ғазаптар шул тиклем күп?» тигән теманы тикшер.