ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Һүгенеү насармы?
«Мин һүгенеү һүҙҙәрен шул тиклем йыш ишетәм, хатта уларға инде иғтибар ҙа итмәйем. Хәҙер был ғәҙәти хәл» (Кристофер, 17 йәш).
«Элек мин йыш һүгенә инем. Быға өйрәнеүе бик еңел, ә бына унан ҡотолоуы шул тиклем ауыр» (Ребекка, 19 йәш).
Тест
Башҡалар һүгенгән саҡта һин нимә хис итәһең?
Мин быға хатта иғтибар ҙа итмәйем, минең өсөн был ғәҙәти хәл.
Миңә был бик үк оҡшап етмәй, әммә бер нәмә лә эшләп булмай.
Был ерәнгес, мин быға бер ҡасан да өйрәнә алмам.
Һин ни тиклем йыш һүгенәһең?
Бер ҡасан да
Ҡай саҡта
Йыш
Һинеңсә, һүгенеү ни тиклем етди?
Бик үк етди түгел
Етди
Ни өсөн был мөһим?
Һин әшәке һүҙҙәр һөйләүҙе етди проблема тип һанайһыңмы? «Бик етди тип уйламайым, — тип әйтерһең һин, бәлки. — Донъяла мөһимерәк проблемалар ҙа бар. Өҫтәүенә, барыһы ла һүгенә». Был ысынлап та шулаймы?
Һин, бәлки, аптырарһың, ләкин күп кешеләр әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйтмәй. Уларҙың быға күптәр белмәгән етди сәбәптәре бар. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
Һүгенеү — ул һүҙҙәр генә түгел. Һүҙҙәрең һинең үҙең тураһында күпте һөйләй. Әшәке һүҙҙәр әйтеп, һин башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алмағаныңды күрһәтәһең. Һин ысынлап та шундай кешеме ни?
Изге Яҙмала былай тиелә: «Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны — йөрәгенән сыға» (Матфей 15:18).
Һүгенеү һинең турала насар тәьҫир ҡалдырырға мөмкин. Һүгенеү проблемаһына арналған бер китапта былай тип әйтелә: «Дуҫтарыбыҙ кем булыры, ғаиләлә һәм эштә беҙҙе хөрмәт итерҙәрме икәне, башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙ ниндәй булыры, беҙҙе хөрмәт итерҙәрме, эш табырбыҙмы һәм эштә үрләтерҙәрме, шулай уҡ сит кешеләрҙең беҙгә нисек ҡарауы нимә һәм нисек һөйләүебеҙгә бәйле» («Cuss Control»). Унда шулай уҡ былай тиелә: «Үҙегеҙҙән, һүгенеүҙән туҡтаһам, башҡалар менән мөнәсәбәттәрем яҡшы яҡҡа үҙгәрер инеме, тип һорағыҙ».
Изге Яҙмала былай тиелә: «Әсенеү... яман теллелек[тән]... баш тартығыҙ» (Ефестарға 4:31).
Әҙәпһеҙ һүҙҙәр, һин уйлағанса, һине текә итмәй. Доктор Алекс Пакер үҙенең «Ҡайһылай тупаҫ!» тигән китабында: «Гел һүгенгән кешеләрҙе тыңлау арыта», — тип яҙған. Ул шулай уҡ, һөйләшкәндә гел генә оятһыҙ һүҙҙәр ҡыҫтырыу «белем тәрәнлеген, тапҡырлыҡ, аҡыл кимәлен, күңел йылылығын сағылдырырға бирмәй. Әгәр һеҙ һүлпән, буталсыҡ, примитив итеп һөйләшәһегеҙ икән, аҡылығыҙ ҙа шундай булыр», тип өҫтәй («How Rude!»).
Изге Яҙмала былай тиелә: «Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын» (Ефестарға 4:29).
Нимә эшләп була?
Маҡсат ҡуй. Бер ай йә әҙерәк ваҡыт дауамында әҙәпһеҙ һүҙҙәр әйтмәҫкә тырышып ҡара. Үҙеңдең уңыштарыңды календарь йә таблицала билдәләп барырға була. Шулай уҡ, тәүәккәллегеңде юғалтмаҫ өсөн, ошоларҙы эшләп ҡара:
Әҙәпһеҙ һүҙҙәр яуҙырған күңел асыуҙарҙан йыраҡ тор. Изге Яҙмала: «Аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа», — тип әйтелгән (1 Коринфтарға 15:33). «Аралашыуға» кешеләр генә түгел, ә күңел асыуҙар ҙа инә: һин ҡараған фильмдар, һин уйнаған видеоуйындар, һин тыңлаған музыка. 17 йәшлек Кеннет бына нимә ти: «Берәй йыр яңғырағанда, көйө оҡшаған өсөн генә, ҡушылып йырлай башлайһың, унда әҙәпһеҙ һүҙҙәр барлығын уйлап та бирмәйһең».
Үҙеңде ҙурҙар кеүек тот. Ҡайһы берәүҙәр оятһыҙ һүҙҙәр әйтә, сөнки шулай үҙҙәрен ҙурыраҡ итеп тоя. Ысынында иһә был улай түгел. Ҙурайған, өлгөрөп еткән кешеләрҙең «тойғолары... яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле» (Еврейҙарға 5:14). Улар башҡаларҙы таң ҡалдырыр өсөн генә үҙ нормаларын түбәнәйтмәй.
Ысынында һүгенеү һинең аҡылыңды ла, тирә-яҡтағы бар нәмәне лә бысрата. Был донъяла әҙәпһеҙлек былай ҙа бик күп. «Тел бысраҡлығын туҡтатығыҙ! — тип әйтелә өҫтә иҫкә алынған һүгенеү тураһындағы китапта. — Беҙ йәшәгән донъяның таҙараҡ булып китеүенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ: бысраҡ һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе яҡшыраҡ хис итерһегеҙ һәм башҡалар ҙа һеҙҙе нығыраҡ хөрмәт итер» («Cuss Control»).