ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Йөрөшөүҙәр. 1-се өлөш. Мин берәйһе менән осрашып йөрөргә әҙерме?
Нимә ул йөрөшөүҙәр?
Ҡайһы берәүҙәр, йөрөшөүҙәр — ул күңелле ваҡыт үткәрер һәм ҡаршы енестәге кешенең иғтибарын алыр өсөн мөмкинлек кенә, тип уйлай. Ләкин был мәҡәләлә, йөрөшөүҙәр тип әйткәндә, егет менән ҡыҙҙың тормош иптәштәре булараҡ бер-береһенә тура киләме-юҡмы икәнен аңлар өсөн бергә ваҡыт үткәреү күҙ уңында тотола. Шуға күрә йөрөшөүҙәрҙең билдәле маҡсаты бар.
Әгәр һин берәйһе менән осрашып йөрөһәң, ваҡыт үтеү менән һиңә ҡарар ҡабул итергә кәрәк булыр: йә был кеше менән никахҡа инергә, йә мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә. Шуға күрә осраша башлағанда, быныһына ла, тегеһенә лә әҙер бул.
Һығымта. Әгәр һин, йөрөшөргә әҙермен, тип һанаһаң, никахҡа инергә лә әҙер булырға тейешһең.
Һин берәйһе менән осрашып йөрөргә әҙерме?
Әгәр һин берәйһе менән осрашып йөрөһәң, бәлки, һеҙ ирле-ҡатынлы булып китерһегеҙ. Шуға күрә үҙ сифаттарың тураһында уйлан, сөнки һеҙҙең никахтың ниндәй булыры шуларҙан тора. Бына нимәгә иғтибар итергә кәрәк:
Туғандар менән мөнәсәбәттәр. Үҙеңде атай-әсәйең һәм ағай-апайҙарың менән, айырыуса көсөргәнешле хәлдәрҙә, нисек тотоуың тураһында уйлан. Моғайын, тормош иптәшең менән дә үҙеңде тап шулай тоторһоң.
Изге Яҙманан принцип: «Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ» (Ефестарға 4:31).
Үҙеңдән һора: «Ғаиләмдең ағзалары минең турала, ул беҙҙе хөрмәт итә, тип әйтә алыр инеме? Мин улар менән нимәләлер ризалашмаһам, барыһы тураһында ла тыныс ҡына һөйләшә аламмы йәки, түҙемлегемде юғалтып, шунда уҡ бәхесләшә башлайыммы?»
Ҡорбандарға барырға әҙер булыу. Никахта һиңә тормош иптәшеңдең теләктәрен иҫәпкә алырға һәм йыш ҡына уға юл ҡуйырға кәрәк булыр.
Изге Яҙманан принцип: «Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» (1 Коринфтарға 10:24).
Үҙеңдән һора: «Мин һәр ваҡыт үҙемдекен итәмме? Башҡалар минең турала, юл ҡуйыусан кеше, тип әйтә алыр инеме? Башҡаларҙың ихтыяждарын үҙемдекенән өҫтәрәк ҡуйыуымды нисек күрһәтә алам?»
Баҫалҡылыҡ. Никах бәхетле булһын өсөн, үҙ хаталарыңды таный белергә һәм улар өсөн ғәфү үтенергә кәрәк.
Изге Яҙманан принцип: «Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡуб 3:2).
Үҙеңдән һора: «Мин үҙ хаталарымды таныйыммы әллә һәр ваҡыт аҡланаммы? Берәйһе миңә яҡшы кәңәш бирһә, мин үпкәләмәйемме?»
Аҡсаға ҡараш. Аҡса йыш ҡына ғаиләләге ҡаршылыҡтарҙың сәбәбе булып китә. Шуға күрә уларҙы дөрөҫ тотонорға өйрәнеү мөһим.
Иҙге Яҙманан принцип: «Арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни?» (Лука 14:28).
Үҙеңдән һора: «Мин аҡсамды тотона беләмме йәки йыш ҡына бурысҡа инәмме? Минең аҡсаны дөрөҫ тотоноуым нимәнән күренә?»
Рухилыҡ. Әгәр һин Йәһүә шаһиты икән, һинең Изге Яҙма өйрәнеү һәм осрашыуҙарға йөрөү ғәҙәтең булырға тейеш.
Изге Яҙманан принцип: «Рухи нәмәләргә һыуһағандар бәхетле» (Матфай 5:3).
Үҙеңдән һора: «Иманымды нығытыр өсөн мин тырышлыҡ һаламмы? Минең өсөн тормошта иң мөһиме нимә: рухи эштәрме йәки башҡа берәй нәмәме?»
Һығымта. Һин һайлаған кеше иң яҡшыһына лайыҡ. Шуға күрә һине яҡшы тормош иптәше итерлек сифаттар һәм ғәҙәттәр үҫтерергә тырыш. Шул саҡта һиңә шундай уҡ маҡсаттары булған кеше иғтибар итер.