Алла ниндәйҙер көс кенәме?
Изге Яҙманан яуап
Алла — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе. Ул булдырған миллиардлаған йондоҙҙар тураһында Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте ярҙамында уларҙың барыһы ла үҙ урынында тора» (Ишағыя 40:25, 26).
Әммә Алла — көс кенә түгел. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул ярата һәм нәфрәт итә ала (Зәбур 11:5; Яхъя 3:16). Унда шулай уҡ кешеләрҙең эш итеүҙәре Алланың хистәренә тәьҫир итә, тип әйтелә (Зәбур 78:40, 41).