Алла билдәле бер урында йәшәйме?
Изге Яҙманан яуап
Эйе, Алла күктәрҙә йәшәй. Изге Яҙмалағы киләһе аяттарға иғтибар итегеҙ:
Сөләймән батша Аллаға: «Күктәрҙән, үҙеңдең йәшәү урыныңдан ишет», — тип доға ҡылған (1 Батшалар 8:43).
Ғайса үҙенең шәкерттәрен доғала Аллаға: «Күктәге Атабыҙ!» — тип мөрәжәғәт итергә өйрәткән (Матфей 6:9).
Терелтелгәндән һуң Ғайса «беҙҙең өсөн Алла алдына баҫырға тип, күктең үҙенә ин[гән]» (Еврейҙарға 9:24).
Был аяттар Йәһүә Алланың реаль шәхес булыуын һәм бөтә ерҙә лә түгел, ә тик күктә генә йәшәүен ап-асыҡ күрһәтә.