«Ахырызамандың», йәғни «ахырғы ваҡыттың» билдәһе ниндәй?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала «был донъяның бөтәсәген» күрһәткән ваҡиғалар һәм шарттар һүрәтләнә (Матфай 24:3). Алла Һүҙендә был осор «ахырызаман» йә «ахырғы ваҡыт» тип атала (2 Тимофейға 3:1; Данил 8:19).
Был донъяның ахыры тураһындағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәр
Изге Яҙмала ахырызамандың билдәһен тәшкил иткән күп ваҡиғалар һәм күренештәр тураһында алдан әйтелгән булған (Лука 21:7). Уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.
Бөтә донъя буйлап һуғыштар. Ғайса Мәсих: «Халыҡ — халыҡҡа, батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итер», — тип алдан әйткән (Матфай 24:7). Ә Асылыш 6:4-тә һуғышты символлаштырған һыбайлыға «ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде» тиелә.
Аслыҡ. Ғайса Мәсих: «Төрлө урындарҙа аслыҡ... булыр», — тип пәйғәмбәрлек иткән (Матфай 24:7). Асылыш китабында тағы бер символик һыбайлы иҫкә алына. Ул килеп сыҡҡас, ер йөҙөнөң төрлө урындарында көслө аслыҡ башланыр, тиелә (Асылыш 6:5, 6).
Көслө ер тетрәүҙәр. Ғайса: «Төрлө урындарҙа... ер тетрәүҙәр булыр», — тигән (Матфай 24:7; Лука 21:11). Был һәләкәтле ер тетрәүҙәр, быға тиклем һис ҡасан булмағанса, ҡайғы-хәсрәттәр килтерер һәм күп кешенең ғүмерен өҙөр.
Ауырыуҙар. Ғайса, «ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр», йәғни эпидемиялар булыр, тип алдан әйткән булған (Лука 21:11).
Енәйәтселек. Енәйәтселек һәр заманда булһа ла, Ғайса, ахырызаманда «законһыҙлыҡ артыр», тигән (Матфай 24:12).
Ерҙе һәләк итеү. Асылыш 11:18-ҙә, кешеләр Ерҙе һәләк итер, тип пәйғәмбәрлек ителгән. Улар быны төрлөсә эшләр. Ерҙе йәбер-золом менән тултырыуҙан тыш, кешеләр тәбиғәткә лә зыян килтерер.
Кешеләрҙең әхлаҡи яҡтан боҙолоуы. Изге Яҙмала, 2 Тимофейға 3:1—4-тә пәйғәмбәрлек ителгәнсә, «изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ... кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ» кешеләрҙең һаны артҡандан-артыр. Кешеләр бик ныҡ боҙолғанға, беҙ йәшәгән осорҙо ысынлап та айырыуса «ауыр ваҡыттар» тип атап була.
Ғаиләләрҙең тарҡалыуы. Изге Яҙмала, 2 Тимофейға 3:2, 3-тә, күптәр хатта ғаилә ағзаларын да яратмаҫ һәм балалар ата-әсәһенә буйһонмаҫ, тип пәйғәмбәрлек ителгән.
Аллаға ҡарата яратыуҙың һыуыныуы. Ғайса «күпселек кешенең һөйөүе һыуыныр» тип алдан әйткән (Матфай 24:12). Ул, күпселек кешенең Аллаға ҡарата яратыуы һыуыныр, тип әйтергә теләгән. Бынан тыш, 2 Тимофейға 3:4-тә, ахырызамандағы кешеләр «Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән» булыр, тиелгән.
Дин тотҡандарҙың икейөҙлөлөгө. Изге Яҙмала, 2 Тимофейға 3:5-тә, кешеләр Аллаға ихлас табынған булып күренерҙәр, әммә ысынбарлыҡта улар Алланың нормалары буйынса түгел, ә үҙҙәренең нормалары буйынса йәшәрҙәр, тип алдан әйтелгән булған.
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау артыр. Данил китабында, ахырғы ваҡытта күптәр Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә, шул иҫәптән ошо пәйғәмбәрлектәрҙең мәғәнәһенә лә тәрәнерәк төшөнөр, тип алдан әйтелгән булған (Данил 12:4).
Бөтә донъя буйынса вәғәз эше. Ғайса: «Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер», — тип алдан әйткән булған (Матфай 24:14).
Вайымһыҙлыҡ һәм мыҫҡыллауҙар. Ғайса, кешеләр, дөйөм алғанда, ахырҙың яҡынлашыуын иҫбатлаған дәлилдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыр, тигән (Матфай 24:37—39). Ә 2 Петр 3:3, 4-тә пәйғәмбәрлек ителгәнсә, ҡайһы берәүҙәр шул асыҡ дәлилдәрҙән мыҫҡыллап көлөр һәм, элек тә шулай булды, бер нәмә лә үҙгәрмәне, тип әйтер.
Бөтә пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе. Ғайса «быларҙың барыһын күргәс» тигән. Ул бер нисә йә хатта күпселек пәйғәмбәрлектең үтәлеүе тураһында түгел, ә бер үк ваҡытта бөтә пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе хаҡында әйткән (Матфай 24:33).
Беҙ «ахырызаман» ваҡытында йәшәйбеҙме?
Эйе. Донъялағы шарттар һәм Изге Яҙма хронологияһы ахырызамандың 1914 йылда башланғанын күрһәтә. Шул уҡ йылда Беренсе бөтә донъя һуғышы башланған. Ошо видеояҙманан ахырызаман ваҡытында йәшәгәнебеҙгә күберәк дәлилдәр алып була.
1914 йылда Алла Батшалығы күктә идара итә башлаған. Был Батшалыҡ, тәү сиратта Шайтан Иблис менән ендәрҙе күктән бәреп төшөрөп, уларҙың эшмәкәрлеген ер менән сикләгән (Асылыш 12:7—12). Шайтандың йоғонтоһо кешеләрҙең насар сифаттарында һәм эштәрендә сағыла, шуға күрә Изге Яҙмала «ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер» тиелә (2 Тимофейға 3:1).
Күпселек кешелә донъялағы хәл байтаҡ борсолоуҙар тыуҙыра. Улар кешеләрҙең бер-береһе менән һыйыша һәм килешә алмағанын күреп ҡайғыра. Кемдер хатта, кешелек үҙ-үҙен юҡ итер, тип ҡурҡа.
Әммә киләсәккә өмөт менән ҡараған кешеләр ҙә бар. Уларҙы ла донъялағы хәл борсой, ләкин улар Алла Батшалығының тиҙҙән эш итә башлаясағына һәм донъялағы проблемаларҙы хәл итәсәгенә бер ҙә шикләнмәй (Данил 2:44; Асылыш 21:3, 4). Улар Алла вәғәҙәләренең үтәлерен сабырлыҡ менән көтә һәм Ғайсаның «аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор» тигән һүҙҙәрендә йыуаныс таба (Матфай 24:13; Миҡай 7:7).