Изге Яҙмала татуировка тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала татуировка бер генә тапҡыр иҫкә алына. Унда: «Үҙеңә татуировка яһама», — тип әйтелә (Левиттар 19:28, төшөрмә). Был әмерҙе Алла израилдәргә үҙ аллаларының символдарын һәм исемдәрен тәндәренә татуировка итеп яһаған күрше халыҡтарҙан айырылып торһондар өсөн биргән (Ҡанун 14:2). Бөгөн мәсихселәргә Израиль халҡына бирелгән ҡанунды үтәргә кәрәкмәһә лә, уның нигеҙендә ятҡан принциптар етди иғтибарға лайыҡ.
Мәсихселәргә татуировка йәки боди-арт яһарға яраймы?
Түбәндәге аяттар һеҙгә был һорау өҫтөндә уйланырға ярҙам итер.
«Ҡатындарҙың... тыйнаҡ кейене[үен]... теләйем» (1 Тимофейға 2:9). Был принцип ирҙәргә лә ҡағыла. Беҙгә башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алырға һәм үҙебеҙгә кәрәкмәгән иғтибар йәлеп итмәҫкә кәрәк.
Ҡайһы берәүҙәр, татуировка яһап, үҙҙәрен раҫларға йәки үҙҙәренең берәүгә лә буйһонмауын иҫбат итергә ынтыла, башҡалар үҙ тәндәренә үҙҙәре хужа икәнен күрһәтергә теләй. Ләкин Изге Яҙма мәсихселәрҙе былай тип өндәй: «Үҙ тәндәрегеҙҙе тере, изге, Аллаға яраҡлы ҡорбан итеп бирегеҙ, шулай итеп һеҙ, аҡылығыҙҙы ҡулланып, уға изге хеҙмәт башҡарырһығыҙ» (Римдарға 12:1, ЯДТ). «Аҡылығыҙҙы ҡулланып», уйлап ҡарағыҙ: һеҙ ни өсөн татуировка яһарға теләйһегеҙ? Әгәр мода артынан ҡыуған өсөн йә билдәле бер төркөмгә ҡарағанығыҙҙы күрһәтергә теләгән өсөн икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: татуировканан айырмалы рәүештә, һеҙҙең хистәрегеҙ үтеп китергә мөмкин. Үҙ теләктәрегеҙгә анализ яһау һеҙгә зирәк ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:7).
«Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5). Татуировка яһарға ҡарар йыш ҡына ҡабаланып ҡабул ителә, ә эҙемтәләре оҙаҡ ваҡыт һиҙелергә мөмкин. Бынан тыш, татуировканы бөтөрөү ҡиммәт тора һәм ауыртыу килтерә. Тикшеренеүҙәрҙән, шулай уҡ татуировка бөтөрөү бизнесының уңышлы булыуынан күренгәнсә, татуировка яһатҡандарҙың күбеһе һуңынан быға үкенә.