Изге Яҙмала ураҙа тотоу тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙма яҙылған осорҙа Алла ураҙа тотоуҙы хуплаған, әммә быны дөрөҫ ниәттән эшләргә кәрәк булған. Ә дөрөҫ ниәттән эшләнмәһә, Алла быны хупламаған. Ләкин хәҙерге заманда Изге Яҙма ураҙа тоторға ҡушмай ҙа һәм быны тыймай ҙа.
Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләр ниндәй осраҡтарҙа ураҙа тотҡан?
Алланың йүнәлеш һәм ярҙам биреүен теләгәндә. Иерусалимға сәйәхәт итеүсе кешеләр, Алланан ярҙам һорағанда эскерһеҙ булыуҙарын күрһәтеү өсөн, ураҙа тотҡан (Езра 8:21—23). Павел менән Варнава йыйылыштарҙа өлкәндәр билдәләгәндә ураҙа тотҡан (Ғәмәлдәр 14:23).
Иғтибарҙы Алла ниәтен үтәүгә туплағанда. Һыуға сумдырылғандан һуң Ғайса пәйғәмбәр, үҙен Алла ниәтен үтәргә әҙерләү өсөн, 40 көн ураҙа тотҡан (Лука 4:1, 2).
Гонаһтарынан тәүбә итеүҙе күрһәткәндә. Йәил пәйғәмбәр аша Алла тоғролоҡһоҙ израилдәргә: «Ураҙа тотоп, йәштәр түгеп һәм үкереп илап, бөтөн йөрәгегеҙ менән миңә боролоғоҙ», — тигән (Йәил 2:12—15).
Гонаһ йолоу көнөн байрам иткәндә. Алла Израиль халҡына биргән Ҡанунда йыл һайын Гонаһ йолоу көнөндә a ураҙа тотоу тураһында әмер булған (Левиттар 16:29—31). Ошо осраҡта ураҙа тотоу дөрөҫ булған, сөнки был израилдәргә гонаһлы һәм Алланың кисереүенә мохтаж булыуҙарын иҫтәренә төшөргән.
Ниндәй ниәттәрҙән ураҙа тотоу дөрөҫ түгел?
Башҡаларҙы таң ҡалдырыр өсөн. Ғайса пәйғәмбәр, ураҙа тотоу кешенең Алла менән генә мөнәсәбәтенә ҡағылған шәхси эш, тип өйрәткән (Матфей 6:16—18).
Үҙеңде тәҡүә итеп күрһәтер өсөн. Ураҙа тотоу кешене әхлаҡи һәм рухи яҡтан өҫтөн итмәй (Лука 18:9—14).
Белә тороп эшләнгән гонаһты ҡаплар өсөн (Ишағыя 58:3, 4). Алла тыңлаусанлыҡ һәм ысын күңелдән тәүбә итеү менән бергә барған ураҙаны ғына ҡабул иткән.
Дини йоланы үтәр өсөн (Ишағыя 58:5—7). Был йәһәттән Алланы атай кеше менән сағыштырып була: балалары үҙенә ихлас күңелдән түгел, ә тейеш булғанға ғына буйһонһалар, был уға оҡшамай.
Мәсихселәрҙән ураҙа тотоу талап ителәме?
Юҡ. Алла израилдәргә Гонаһ йолоу көнөндә ураҙа тоторға ҡушҡан булған, ләкин Ғайса пәйғәмбәр тәүбә иткән кешеләрҙең гонаһтарын мәңгегә йолоп алғас, ураҙа тотоуҙың кәрәге бөткән (Еврейҙарға 9:24—26; 1 Петр 3:18). Гонаһ йолоу көнө Муса ҡанунының өлөшө булған, әммә бөгөн мәсихселәрҙән Муса ҡанунын үтәү талап ителмәй (Римдарға 10:4; Колосстарға 2:13, 14). Шуға күрә һәр мәсихсе ураҙа тоторғамы-юҡмы икәнен үҙе хәл итә (Римдарға 14:1—4).
Мәсихселәр ураҙа тотоуҙың ғибәҙәттә ҙур роль уйнамағанын таный. Изге Яҙма ураҙа тотоуҙы бәхет менән бәйләмәй. Ә бына хаҡ ғибәҙәт ҡылыу шатлыҡлы итә, сөнки Инжилдә Йәһүә «мөбәрәк Алла» тип атала (1 Тимофейға 1:11; Вәғәзсе 3:12, 13; Галаттарға 5:22).
Изге Яҙманың ураҙаға ҡарашы тураһында яңылыш фекерҙәр
Яңылыш фекер. Илсе Павел мәсихсе булған ирле-ҡатынлыларға ураҙа тоторға кәңәш иткән (1 Коринфтарға 7:5, Синодаль тәржемә).
Факт. Изге Яҙманың боронғо ҡулъяҙмаларында 1 Коринфтарға 7:5-тә ураҙа тотоу иҫкә алынмай b. Күрәһең, Изге Яҙманы күсереп яҙыусылар ураҙа тотоуҙы был шиғырға ғына түгел, ә шулай уҡ Матфей 17:21, Марк 9:29, Ғәмәлдәр 10:30-ға ла өҫтәгән. Изге Яҙманың хәҙерге тәржемәләренең күбеһендә бындай ялған мәғлүмәт төшөрөп ҡалдырылған.
Яңылыш фекер. Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң сүлдә 40 көн ураҙа тотҡан. Шуның хөрмәтенә мәсихселәр ураҙа тоторға тейеш.
Факт. Ғайса бер ҡасан да 40 көн ураҙа тоторға кәрәк тигән әмер бирмәгән. Шулай уҡ Изге Яҙмала бер ерҙә лә тәүге мәсихселәрҙең шулай эшләүе тураһында әйтелмәй c.
Яңылыш фекер. Мәсихселәр Ғайса пәйғәмбәрҙең үлемен иҫкә алғанда ураҙа тоторға тейеш.
Факт. Ғайса шәкерттәренә үлемен иҫкә алғанда ураҙа тоторға ҡушмаған (Лука 22:14—18). Үҙенең үлеменән һуң шәкерттәре ураҙа тотор тип әйткәндә, Ғайса әмер бирмәгән, ә нимә буласағын ғына әйтеп киткән (Матфей 9:15). Инжилдә Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә ас кешегә өйөндә ашап килергә кәңәш ителгән булған (1 Коринфтарға 11:33, 34).
a Алла израилдәргә, Гонаһ йолоу көнөндә «үҙегеҙҙе [«йәндәрегеҙҙе», төшөрмә] баҫалҡыландырығыҙ», тигән бойороҡ биргән булған (Левиттар 16:29, 31). Был бойороҡ ураҙа тотоуға ҡарай, тип һанала (Ишағыя 58:3). Башҡа бер тәржемәлә Левиттар 16:31-ҙә былай тип әйтелә: «Ул көндө һеҙ ураҙа тоторға тейеш» (Изге Китапты тәржемә итеү институты, 2015)
b Брюс Метцгерҙың «A Textual Commentary on the Greek New Testament» тигән китабының өсөнсө баҫмаһындағы 554-се битте ҡарағыҙ.
c 40 көнлөк Бөйөк ураҙаның тарихы тураһында «Яңы католик энциклопедияһы»нда (ингл.) былай тип әйтелә: «Беренсе өс быуатта Пасха алдынан ураҙа тотоу ваҡыты күп тигәндә бер аҙнанан артмаған; ғәҙәттә ул ваҡыт бер-ике көн дауам иткән... 40 көнлөк ваҡыт тураһында беренсе тапҡыр 325 йылда Никея соборының бишенсе ҡанунында иҫкә алына, әммә ҡайһы бер белгестәр унда Бөйөк ураҙа тураһында һүҙ барамы, юҡмы тип бәхәсләшә» (2-се баҫма, VIII том, 468-се бит).