Магдалалы Мәрйәм кем булған?
Изге Яҙманан яуап
Магдалалы Мәрйәм Ғайса Мәсихтең тоғро шәкерте булған. Уның «Магдалалы» тигән ҡушаматы, күрәһең, Магдала (бәлки, Магадан) тигән ҡаланың исеменән килеп сыҡҡан. Был ҡала Галилея диңгеҙе тирәһендә урынлашҡан булған. Бәлки, Мәрйәм ҡасандыр унда йәшәгәндер.
Магдалалы Мәрйәм һәм башҡа ҡатындар Ғайса һәм уның шәкерттәре менән бергә сәйәхәт иткән һәм уларҙың ихтыяждары тураһында ҡайғыртҡан (Лука 8:1—3). Ул Ғайсаның язалап үлтерелгәненә шаһит булған һәм, Ғайса терелгәс, беренселәрҙән булып уны күргән (Марк 15:40; Яхъя 20:11—18).
Магдалалы Мәрйәм фәхишә булғанмы?
Изге Яҙмала Магдалалы Мәрйәм фәхишә булған тип әйтелмәй. Ғайса был ҡатындан ете енде ҡыуып сығарған тип кенә әйтелә (Лука 8:2).
Ни өсөн күптәр Магдалалы Мәрйәм, Ғайсаның шәкерте булып киткәнсе, фәхишә булған тип һанай? Мәрйәмдең үлеменән һуң бер нисә быуат үткәс, ҡайһы бер кешеләр уны исеме билдәһеҙ булған бер ҡатынға тиңләй башлаған. Был ҡатын (бәлки, фәхишә) Ғайсаның аяҡтарын күҙ йәштәре менән йыуған һәм сәстәре менән һөрткән (Лука 7:36—38) Әммә Изге Яҙмала бер ҡайҙа ла был ҡатын Магдалалы Мәрйәм булған тип әйтелмәй.
Магдалалы Мәрйәм «илселәр өсөн илсе» булғанмы?
Юҡ. Католик сиркәүе Мәрйәмде «Изге Магдалалы Мәрйәм» һәм «илселәр өсөн илсе» тип атай, сөнки ул беренселәрҙән булып илселәргә Ғайсаның терелеүе тураһындағы хәбәрҙе еткергән (Яхъя 20:18). Ләкин был уның илсе икәнен аңлатмай. Һәм Изге Яҙмала ла ул бер ҡайҙа шулай тип аталмай (Лука 6:12—16).
Изге Яҙманың яҙылыуы б. э. I быуатының аҙағында тамамланған булған. Әммә дин етәкселәре VI быуатта ғына Магдалалы Мәрйәмде «изгеләр» рәтенә индергән. II һәм III быуаттарҙа яҙылған ҡулъяҙмаларҙа (был ҡулъяҙмалар Изге Яҙманың канонына инмәгән) Ғайсаның ҡайһы бер илселәре Мәрйәмдән көнләшкән тип яҙылған. Әммә был Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән уйҙырмалар ғына.
Магдалалы Мәрйәм Ғайса Мәсихтең ҡатыны булғанмы?
Юҡ. Изге Яҙма Ғайсаның бер ҡасан да өйләнмәгәнен ап-асыҡ күрһәтә a.
a «Ғайса өйләнгән булғанмы? Ғайсаның бер туғандары булғанмы?» тигән мәҡәләне (тат.) ҡарағыҙ.