Пасха нимә ул?
Изге Яҙманан яуап
Ҡотҡарылыу байрамын (йәки Пасханы) йәһүдтәр б. э. т. 1513 йылдан алып байрам итә башлаған. Шул йылда израилдәр Мысыр ҡоллоғонан азат ителгән булған. Алла уларға һәр йыл, йәһүдтәрҙең календары буйынса абиб айының 14-се көнөндә (һуңыраҡ был ай «нисан» тип атала башлаған) был мөһим ваҡиғаны байрам итергә ҡушҡан (Сығыш 12:42; Левиттар 23:5).
Ни өсөн был байрамды Пасха тип атағандар?
«Пасха» тигән һүҙ «урап үтеү», «үтеп китеү» тигәнде аңлатҡан еврей һүҙенән килеп сыҡҡан. Был һүҙ Алла Мысыр ерендә һәр беренсе баланы һәләк иткәндә, ә израилдәрҙе ҡотҡарғанда ҡулланылған булған (Сығыш 12:27; 13:15). Мысырҙарҙы язалар алдынан Алла израилдәргә, һарыҡ йә кәзә бәрәсен салып, уның ҡаны менән ишек башын һәм ишек яңаҡтарын буярға ҡушҡан (Сығыш 12:21, 22). Шул билдәне күреп, Алла уларҙың балаларына зыян килтермәйенсә «үтеп киткән» (Сығыш 12:7, 13).
Пасха байрамын боронғо заманда нисек үткәргәндәр?
Алла израилдәргә беренсе Пасха байрамын үткәреү буйынса күрһәтмәләр биргән a. Изге Яҙмала был байрамдың үҙенсәлектәре килтерелә.
Ҡорбан. Израиль халҡында һәр ғаилә, абиб (нисан) айының 10-сы көнөндә бер йәшлек һарыҡ (йә кәзә) бәрәсен һайлап, 14-се көнөндә уны салырға тейеш булған. Беренсе Пасха байрамында йәһүдтәр һарыҡ (йә кәзә) бәрәсенең ҡанын ишек яңаҡтарына һәм ишек башына һипкеләгән, ә итен тулыһынса утта ҡурып ашығып ашаған (Сығыш 12:3—9).
Ризыҡ. Һарыҡ (йә кәзә) бәрәсенән тыш, израилдәр ашаған Пасха ризығына сөсө икмәк менән әскелтем үләндәр ҙә кергән (Сығыш 12:8).
Байрам. Пасха байрамынан һуң израилдәр ете көн дауамында Сөсө икмәк байрамын үткәргән булған. Ул байрам ваҡытында улар әсеткеһеҙ сөсө икмәк ашаған (Сығыш 12:17—20; 2 Йылъяҙма 30:21).
Аң-белем биреү. Ата-әсәләр Пасха байрамында үҙ балаларына Йәһүә Алла хаҡында һөйләгән (Сығыш 12:25—27).
Сәйәхәт. Һуңыраҡ израилдәр Пасха байрамын үткәрер өсөн Иерусалимға барған (Ҡанун 16:5—7; Лука 2:41).
Башҡа йолалар. Ғайса пәйғәмбәр йәшәгән ваҡытта үткән Пасха байрамында шарап эскәндәр һәм маҡтау йырҙары йырлағандар (Матфай 26:19, 30; Лука 22:15—18).
Пасха байрамы тураһындағы яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Израилдәр Пасха ризығын 15 нисан көнө ашаған.
Факт. Алла израилдәргә 14 нисан көнө, ҡояш байығандан һуң ғына ҡорбан салып, уны шул уҡ төндә ашарға ҡушҡан булған (Сығыш 12:6, 8). Израилдәрҙең көндәре, ҡояш байығандан һуң башланып, икенсе көндөң кисендә ҡояш байыу менән тамамланған (Левиттар 23:32). Шулай итеп, израилдәр 14 нисан көнөнөң башында, Пасха ҡорбанын салып, уны ашаған булған.
Яңылыш ҡараш. Мәсихселәр Пасха байрамын үткәрергә тейеш.
Факт. Ғайса пәйғәмбәр б. э. 33 йылының 14 нисанында, Пасха байрамын үткәргәс, яңы байрамды — Хужаның киске ашын ғәмәлгә индергән (Лука 22:19, 20; 1 Коринфтарға 11:20). Был байрам Пасха байрамын алмаштырған, сөнки «Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих» ҡорбан ителгән булған (1 Коринфтарға 5:7). Ғайсаның йолом ҡорбаны Пасха ҡорбанынан өҫтөн булып тора, сөнки Мәсихтең ҡорбаны бар кешеләрҙе гонаһ менән үлем ҡоллоғонан азат итә (Матфай 20:28; Еврейҙарға 9:15).
a Әммә ваҡыт үтеү менән ҡайһы бер үҙгәрештәр талап ителгән. Мәҫәлән, израилдәр беренсе Пасханы ҡабалан ғына үткәргән, сөнки уларға Мысырҙан тиҙерәк сығып китергә кәрәк булған (Сығыш 12:11). Әммә Вәғәҙә ителгән ергә кергәс, инде ашығырға кәрәк булмаған.