Төп мәғлүмәткә күсеү

Кемдәрҙең исеме «тормош китабына» яҙылған?

Кемдәрҙең исеме «тормош китабына» яҙылған?

Изге Яҙманан яуап

 «Тормош китабында» мәңгелек тормошто бүләк итеп аласаҡ кешеләрҙең исемдәре яҙылған. Ул китап шулай уҡ «тормош төргәге» һәм «хәтер китабы» тип тә аталған (Асылыш 3:5; 20:12; Малахи 3:16). Алла ул китапҡа тыңлаусан һәм тоғро кешеләрҙең исемдәрен индерә (Яхъя 3:16; 1 Яхъя 5:3).

 Алланың бөтә тоғро хеҙмәтселәренең дә исемдәре уның хәтерендә һаҡлана, әйтерһең дә, «донъя яратылғандан бирле», йәғни кешелектең тәү көндәренән алып, уларҙың исемдәре шул китапҡа индерелеп барған (Асылыш 17:8). Тоғро Һабилдың исеме, моғайын, был китапҡа иң беренсе булып яҙылғандыр (Еврейҙарға 11:4). Ул китап — ябай исемлек кенә түгел, ул Йәһүәнең ҡайғыртыусан Алла булыуын һәм «үҙенекеләрҙе белә» икәнен күрһәтә (2 Тимофейға 2:19; 1 Яхъя 4:8).

Исемдәр «тормош китабынан» юйып ташланырға мөмкинме?

 Эйе. Боронғо Израилдең тыңламаусан халҡына Йәһүә: «Кем миңә ҡаршы гонаһ ҡыла, шул кешенең исемен мин үҙ китабымдан юйып ташлаясаҡмын», — тигән (Сығыш 32:33). Ләкин Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаһаҡ, беҙҙең исем «тормош китабында» ҡаласаҡ (Асылыш 20:12).