Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса өйләнгән булғанмы? Уның бер туғандары булғанмы?

Ғайса өйләнгән булғанмы? Уның бер туғандары булғанмы?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала Ғайсаның никахта булыу-булмауы тураһында тура әйтелмәһә лә, уның өйләнмәгән булыуы асыҡ күренә a. Бер нисә факт ҡарап сығайыҡ:

  1.   Изге Яҙмала йыш ҡына Ғайсаның яҡын туғандары, шулай уҡ хеҙмәте ваҡытында уның менән йөрөгән һәм ул язалап үлтерелгәндә янында булған ҡатын-ҡыҙҙар иҫкә алына. Әммә, уның ҡатыны булған, тип бер ҡайҙа ла әйтелмәй (Матфай 12:46, 47; Марк 3:31, 32; 15:40; Лука 8:2, 3, 19, 20; Яхъя 19:25). Һәм был аңлашыла ла, сөнки ул бер ҡасан да өйләнгән булмаған.

  2.   Аллаға күберәк хеҙмәт итер өсөн никахҡа инмәүселәр тураһында Ғайса бына нимә тигән: «Кем өйләнмәй йәшәй ала, шулай йәшәһен» (Матфай 19:10—12). Үҙен тулыһынса Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлар өсөн яңғыҙ йәшәргә ҡарар иткәндәргә ул үрнәк ҡалдырған (Яхъя 13:15; 1 Коринфтарға 7:32—38).

  3.   Үлеме алдынан Ғайса үҙенең әсәһе тураһында ҡайғыртыу йөкләмәһен шәкертенә тапшырған (Яхъя 19:25—27). Ғайсаның ҡатыны йә балалары булған булһа, ул, һис шикһеҙ, улар тураһында ла ҡайғыртыр ине.

  4.   Изге Яҙмала Ғайса ирҙәргә үрнәк итеп ҡуйыла, ләкин унда бер тапҡыр ҙа уның үҙ ҡатыны менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында әйтелмәй. Унда былай тиелгән: «Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ» (Ефестарға 5:25). Әгәр Ғайса өйләнгән булһа, был аятта ул ирҙәргә камил үрнәк итеп килтерелмәҫ инеме ни?

Ғайсаның бер туғандары булғанмы?

 Эйе, Ғайсаның Яҡуп, Йософ, Шимун һәм Йәһүҙә исемле дүрт ҡустыһы, шулай уҡ кәмендә ике һеңлеһе булған (Матфай 13:54—56; Марк 6:3). Ғайсаның әсәһе Мәрйәм — уларҙың әсәһе, ә уның ире Йософ уларҙың атаһы булған (Матфай 1:25). Изге Яҙмала Ғайса Мәрйәмдең «баш балаһы» тип атала, тимәк уның башҡа балалары ла булған (Лука 2:7).

Ғайсаның ҡустылары тураһында яңылыш фекерҙәр

 Мәрйәм ғүмере буйы ғиффәтле ҡыҙ булып ҡалған тигән фекерҙе яҡлар өсөн, ҡайһы берәүҙәр, «ҡустылары» тигән һүҙҙе тура мәғәнәлә аңларға кәрәкмәй, тиҙәр. Мәҫәлән, кемдер, «ҡустылары» тип әйтелгәндә Йософтоң бынан алдағы никахында тыуған улдары күҙ уңында тотола, тип һанай. Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә, тап Ғайса Дауытҡа вәғәҙә ителгән батша тәхетен алырға законлы хоҡуҡты мираҫ итеп алған (2 Самуил 7:12, 13; Лука 1:32). Әгәр Йософтоң Ғайсанан алда тыуған улдары булһа, уларҙың иң олоһо Йософтоң законлы вариҫы булыр ине.

 «Ҡустылары» тигән һүҙ Ғайсаның шәкерттәрен, йәғни рухи ҡәрҙәштәрен аңлатырға мөмкинме? Был ҡараш Изге Яҙмаға ҡаршы килә, сөнки унда әйтелгәнсә, башта ҡустылары уға ышанмаған (Яхъя 7:5). Изге Яҙма Ғайсаның ҡустылары һәм шәкерттәре араһында айырма барлығын күрһәтә (Яхъя 2:12).

 Икенсе бер теорияға ярашлы, «ҡустылары» тип әйтелгәндә Ғайсаның ике туған ҡустылары күҙ уңында тотола. Әммә Грек Яҙмаларында «ҡусты», «туған» һәм «ике туған» тигән һүҙҙәрҙе белдерер өсөн төрлө һүҙҙәр ҡулланыла (Лука 21:16; Колосстарға 4:10). Күп Изге Яҙма белгестәре Ғайсаның бер туған ҡустылары һәм һеңлеләре, Йософ менән Мәрйәмдең балалары, булғанын таный. Мәҫәлән, бер баҫмала былай тиелә: «„Ҡустылары“ тигән һүҙ Мәрйәмдең һәм Йософтоң улдарын аңлата, һәм улар әсәһе яғынан Ғайсаның бер туған ҡустылары, тигән һығымта яһау аҡыллы булыр» (The Expositor’s Bible Commentary) b.

a Мәсих Изге Яҙмала кейәү тип аталһа ла, контекст был һүҙҙең уға ҡарата символик мәғәнәлә ҡулланылғанын асыҡ күрһәтә (Яхъя 3:28, 29; 2 Коринфтарға 11:2).

b Шулай уҡ бындай китаптарҙы ҡарағыҙ: Ястребов Г. Я. Кем был Иисус из Назарета? М., 2008. Гл. 2. Разд. 7; Мецгер Б. М. Новый Завет. Контекст, формирование, содержание. М., 2006. С. 273.