Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе

2025 йыл, 12 апрель, шәмбе

Йыл һайын Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыр өсөн йыйыла. Шулай эшләп, улар Ғайсаның ошондай әмерен үтәй: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (Лука 22:19).

Беҙ һеҙҙе был мөһим ваҡиғаға саҡырабыҙ.

Йыш бирелгән һорауҙар

Программа күпме дауам итә?

Бер сәғәт тирәһе.

Иҫкә алыу кисәһе ҡайҙа үткәрелә?

Йәһүә шаһиттарынан белешегеҙ.

Инеү түләүлеме?

Юҡ.

Унда аҡса йыялармы?

Юҡ.

Кейемгә ҡағылышлы махсус талаптар бармы?

Юҡ. Әммә Йәһүә шаһиттары был ваҡиғаға хөрмәт йөҙөнән, Изге Яҙма өйрәткәнсә, тыйнаҡ һәм әҙәпле кейенергә тырыша (1 Тимофейға 2:9). Ҡиммәтле йә үтә ҡупшы кейем кейеүҙең кәрәге юҡ.

Иҫкә алыу кисәһе нисек үтә?

Осрашыуҙың башында һәм аҙағында йыр йырлайҙар, һәм Йәһүә шаһиттарының береһе доға ҡыла. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙә Ғайсаның үлеменең мөһимлеге ҡарала. Был телмәрҙән һеҙ Йәһүә менән Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа ҡылған эштәре беҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белерһегеҙ.

Алдағы йылдарҙа Иҫкә алыу кисәһе ҡасан була?

2025 йыл: шәмбе, 12 апрель

2026 йыл: кесаҙна, 2 апрель