Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары сәйәси эштәрҙә ҡатнашмай?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары сәйәси эштәрҙә ҡатнашмай?

 Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән сәбәптәр арҡаһында сәйәси эштәрҙә нейтраль булып ҡала. Беҙ хөкүмәттәргә баҫым яһамайбыҙ, сәйәси партиялар йәки кандидаттар өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашмайбыҙ, берәй дәүләт учреждениеһына үҙ кандидатурабыҙҙы тәҡдим итмәйбеҙ һәм хөкүмәтте алмаштырыр өсөн ойошторолған акцияларҙа ҡатнашмайбыҙ. Беҙ, Изге Яҙмаларҙа бындай позицияла торор өсөн етди сәбәптәр килтерелә, тип һанайбыҙ.

  •   Беҙ Ғайсаның үрнәгенә эйәрәбеҙ. Мәҫәлән, халыҡ уны батша итеп ҡуйырға теләгәндә, ул быға ҡәтғи рәүештә ҡаршы килгән (Яхъя 6:15). Ғайса үҙ шәкерттәрен, һеҙ «донъянан түгел», тип өйрәткән һәм уларҙың сәйәси мәсьәләләрҙә кемдең дә булһа яғына торорға тейеш түгеллеген асыҡ күрһәткән (Яхъя 17:14, 16; 18:36; Марк 12:13—17).

  •   Беҙ Алла Батшалығына тоғро. Был Батшалыҡ тураһында Ғайса былай тип әйткән: «Бар халыҡтарға шаһитлыҡ бирелһен өсөн, Батшалыҡ хаҡындағы был яҡшы хәбәр бөтә ер йөҙөндә вәғәзләнер, һәм шунда ахыр килер» (Маттай 24:14). Алла Батшалығының вәкилдәре һәм уның идара итеү ваҡыты башланғанын иғлан итеүселәр булараҡ, беҙ бөтә илдәрҙең, шул иҫәптән үҙебеҙ йәшәгән илдең дә, сәйәси эштәрендә нейтраль булып ҡалабыҙ (2 Көринттәргә 5:20; Эфестарға 6:20).

  •   Нейтралитет һаҡлағанға, беҙ бар кешегә, уларҙың сәйәси ҡараштарына ҡарамаҫтан, Алла Батшалығы хаҡында яҡшы хәбәр тураһында һөйләй алабыҙ. Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән беҙ Алла Батшалығына өмөтләнгәнебеҙҙе күрһәтергә тырышабыҙ. Тик был Батшалыҡ ҡына донъя проблемаларын хәл итә аласаҡ (Мәҙхиә 55:12).

  •   Сәйәси бәрелештәрҙә ҡатнашмағанға, беҙ бөтә донъя ҡәрҙәшлек булараҡ берләшкәнбеҙ (Көләсәйҙәргә 3:14; 1 Петер 2:17). Бынан айырмалы рәүештә, сәйәси эштәрҙә ҡатнашҡан диндәрҙең ағзалары бүленгән (1 Көринттәргә 1:10).

 Хөкүмәттәргә ҡарата ихтирам. Беҙ сәйәсәттә ҡатнашмаһаҡ та, үҙебеҙ йәшәгән илдең хөкүмәтен хөрмәт итәбеҙ. Бындай мөнәсәбәт Изге Яҙмаларҙағы: «Өҫтөн тороусы хакимлыҡҡа һәр йән буйһонһон», — тигән принципҡа тура килә (Римлыларға 13:1). Беҙ закондарҙы үтәйбеҙ, һалымдарҙы түләйбеҙ һәм дәүләт үҙ граждандарының именлеген ҡайғыртыр өсөн тырышлыҡтар ҡуйғанда, уның менән хеҙмәттәшлек итергә тырышабыҙ. Беҙ дәүләт түңкәрелештәрендә ҡатнашмайбыҙ, әммә Изге Яҙмаларҙа яҙылған кәңәш буйынса эш итеп, «батшалар менән башлыҡтар тураһында» доға ҡылабыҙ, айырыуса улар ғибәҙәт ҡылыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә (1 Тимутегә 2:1, 2).

 Беҙ шулай уҡ башҡаларҙың сәйәси һорауҙарҙа үҙ ҡарарҙарын ҡабул итергә хаҡтарын хөрмәт итәбеҙ. Мәҫәлән, беҙ һайлауҙарҙы үткәрергә ҡамасауламайбыҙ йәки тауыш бирергә ҡарар иткән кешеләргә ҡаршы килмәйбеҙ.

 Беҙҙең нейтралитет һаҡлауыбыҙ ниндәйҙер бығаса булмаған күренеш булып торамы? Юҡ. Илселәр һәм беренсе быуатта йәшәгән башҡа мәсихселәр хөкүмәттәргә ҡарата шундай уҡ ҡарашта торған. Бер китапта былай тип әйтелә: «Беренсе быуат мәсихселәре, хөкүмәттәрҙе хөрмәт итеү бик мөһим, тип һанаһа ла, сәйәсәттә ҡатнашыуҙы килешмәҫлек эш тип иҫәпләгән» («Beyond Good Intentions»). Шулай уҡ «Цивилизацияға юл» тигән китапта ла, беренсе мәсихселәр «хөкүмәттә вазифа үтәмәгәндәр», тип яҙылған («On the Road to Civilization»).

 Беҙҙең нейтраль булыуыбыҙ дәүләт именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуямы? Юҡ. Беҙ тыныслыҡ һөйөүсе граждандар һәм хөкүмәткә беҙҙән ҡурҡаһы юҡ. Украинаның Милли Фәндәр Академияһы әҙерләгән 2001 йылғы отчетта былай тип әйтелгән ине: «Бөгөн Йәһүә шаһиттарының нейтраль булыуҙары ҡайһы бер кешеләргә оҡшамай. Нацистарҙың һәм коммунистарҙың тоталитар режимдары ваҡытында уларҙы тап ошо позиция өсөн эҙәрлекләгәндәр». Ләкин хатта Советтар Союзындағы репрессияларға дусар булғанда ла, Йәһүә шаһиттары «законға буйһоноп йәшәүен дауам иткән. Улар колхоздарҙа ла, сәнәғәт предприятиеларында ла намыҫлы һәм фиҙаҡәр рәүештә эшләгән һәм Совет власы өсөн бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмаған». Өҫтә килтерелгән отчетта бындай һығымта яһала: бөгөн дә Йәһүә шаһиттарының ҡараштары һәм эштәре «дәүләттең именлеген һәм бөтөнлөгөн бер нисек тә ҡаҡшатмай».