Ни өсөн һеҙ Йәһүә шаһиттары өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләйһегеҙ?
Ғайса үҙ хеҙмәтселәренә бындай әмер биргән: «Бөтә халыҡ кешеләренә барығыҙ һәм уларҙы шәкерттәр итеп әҙерләгеҙ» (Маттай 28:19, 20). Үҙенең беренсе шәкерттәрен вәғәзләргә ебәргәндә, ул уларға кешеләрҙең өйҙәренә барырға ҡушҡан (Маттай 10:7, 11—13). Ғайсаның үлеменән һуң беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәр «халыҡ алдында һәм өйҙән-өйгә йөрөп өйрәтеүҙән» туҡтамағандар (Илселәр 5:42; 20:20). Беҙ ҙә уларҙың үрнәгенә эйәреп, өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләйбеҙ. Беҙҙеңсә, вәғәздең был төрө — кешеләргә яҡшы хәбәрҙе еткерер өсөн яҡшы ысулдарҙың береһе.