Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?

Нимәнән башларға?

Нимәнән башларға?

Изге Яҙманы уҡыуҙан рәхәтлек һәм файҙа табыр өсөн, уны нисек уҡырға кәрәк? Күп кешегә ярҙам иткән кәңәштәргә иғтибар итәйек.

Яҡшы шарттар булдырығыҙ. Тыныс урын табырға тырышығыҙ, шул саҡта иғтибарығыҙҙы тулыһынса уҡығанығыҙға туплай алырһығыҙ. Уҡыған урынығыҙҙа яҡты һәм саф һауа булһа, файҙа күберәк булыр.

Дөрөҫ ҡараш һаҡлағыҙ. Изге Яҙма күктәге Атабыҙҙан бирелгән китап, шуға күрә уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн, беҙ ҡайғыртыусан атаһынан өйрәнергә әҙер булған бала һымаҡ булырға тейеш. Ә Изге Яҙмаға ҡарашығыҙ тиҫкәре булһа? Алла һеҙҙе өйрәтә алһын өсөн, ундай ҡараштан арынырға тырышығыҙ (Зәбур 25:4).

Уҡыр алдынан доға ҡылығыҙ. Изге Яҙмала Алланың фекерҙәре яҙылған, шуға күрә, уны аңлар өсөн, Алланың ярҙамы кәрәк икәне бер ҙә ғәжәп түгел. Алла «Үҙенән һораусыларға... Изге Рух» бирергә вәғәҙә итә (Лука 11:13). Изге рух һеҙгә Алланың ҡарашын аңларға ярҙам итер. Ваҡыт уҙыу менән изге рух һеҙгә «хатта Алла тәрәнлектәрен дә» асып бирер (1 Коринфтарға 2:10).

Уҡығанығыҙҙы аңларға тырышығыҙ. Өҫтән-мөҫтән генә уҡымағыҙ. Уҡығандарығыҙ тураһында тырышып уйланығыҙ. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ошо өҙөктә тасуирланған кеше ниндәй сифаттар сағылдыра? Уҡып белгәндәремде мин нисек тормошомда ҡуллана алам?»

Маҡсаттар ҡуйығыҙ. Изге Яҙманы уҡыу файҙа килтерһен өсөн, тормошоғоҙҙо байыта алған нәмәләр тураһында белергә тырышығыҙ. Һеҙ, Алла тураһында күберәк белергә, һәйбәт яҡҡа үҙгәрергә, яҡшы ир йә яҡшы ҡатын булырға, тигән маҡсаттар ҡуя алаһығыҙ. Шунан һуң Изге Яҙманан маҡсаттарығыҙға ирешергә ярҙам иткән өҙөктәр һайлағыҙ *.

Ошо биш кәңәш һеҙгә Изге Яҙманы уҡый башларға ярҙам итер. Әммә уҡыуҙы нимә тағы ла ҡыҙығыраҡ итә ала? Икенсе мәҡәләлә ошо йәһәттән ҡайһы бер кәңәштәр бирелә.

^ 8 абз. Изге Яҙманың ҡайһы өҙөктәре һеҙҙең өсөн айырыуса файҙалы булыр икәнен белмәһәгеҙ, Йәһүә шаһиттары һеҙгә шатланып ярҙам итер.