Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Һинең Батшалығың килһен». Миллионлаған кеше ҡабатлаған доға

«Һинең Батшалығың килһен». Миллионлаған кеше ҡабатлаған доға

Ғайса пәйғәмбәр үҙенең Тауҙағы вәғәзендә шәкерттәрен: «Һинең Батшалығың килһен», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Матфей 6:10). Быуаттар дауамында миллионлаған кеше шул һүҙҙәрҙе ҡабатлай.

Ғайсаның шәкерттәре уның Батшалыҡ хаҡында һөйләгәндәрен тәүҙә аңлап еткермәгән. Бер көндө улар былай тип һораған: «Раббыбыҙ! Һин Израиль батшалығын хәҙер яңынан тергеҙәсәкһеңме?» Ғайса теүәл яуап бирмәгәс, улар ғәжәпләнгәндер, моғайын (Ғәмәлдәр 1:6, 7). Был Алла Батшалығы хаҡындағы һорауҙарға яуап табып булмай тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ!

«Күҙәтеү манараһы» журналының ошо сығарылышы түбәндәге һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер:

  • Ни өсөн беҙ Алла Батшалығына мохтаж?

  • Алла Батшалығының Батшаһы кем?

  • Алла Батшалығы ер менән ҡасан идара итә башлаясаҡ?

  • Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?

  • Ни өсөн бөгөндән үк Батшалыҡ яҡлы булырға кәрәк?

  • Алла Батшалығы нимә ул?