Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Масореттар Изге Яҙма тексын ҙур иғтибар менән күсереп яҙған

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

Үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

Үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС. Сереү һәм ҡаршы килеүҙәр кеүек тышҡы сәбәптәргә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма юҡҡа сыҡмаған. Әммә ҡайһы бер күсереп яҙыусылар һәм тәржемәселәр уның тексын үҙгәртергә маташҡан. Ҡайһы саҡта улар үҙ тәғлимәтен Изге Яҙмаға түгел, ә Изге Яҙманы үҙ тәғлимәтенә тура килтерергә тырышҡан. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

  • Ғибәҙәт ҡылыу урыны. Б. э. т. IV—II быуаттар араһында «Самарияндарҙың биш китабы»н яҙыусылар Сығыш 20:17-ләге шиғырға «Гаризимда. Һеҙ унда ҡорбан килтереү урыны төҙөргә тейеш» тигән һүҙҙәр өҫтәгән. Шулай итеп самарияндар Гаризим тауында ғибәҙәтхана төҙөүҙәрен аҡларға тырышҡан.

  • Троица тураһындағы тәғлимәт. Изге Яҙма яҙылып бөтөүгә 300 йыл да үтмәҫтән 1 Яхъя 5:7-ләге шиғырға бындай һүҙҙәр өҫтәлгән булған: «Күктә Ата, Һүҙ һәм Изге Рух; уларҙың өсөһө лә бер». Был һүҙҙәр төп нөсхәлә осрамай. Брюс Мецгер исемле ғалим әйтеүенсә, был һүҙҙәр «VI быуаттан башлап иҫке латин телендәге Изге Яҙмала һәм [латин телендәге] Вульгатала йышыраҡ осрай башлаған».

  • Алла исеме. Йәһүдтәр ышанған хөрәфәткә һылтанып, күп тәржемәселәр Алла исемен Изге Яҙманан алып ташларға булған. Улар уны «Алла» йә «Хужа» тигән титулдарға алмаштырған. Изге Яҙмала был титулдар Барлыҡҡа килтереүсегә генә түгел, ә шулай уҡ кешеләргә, ялған табыныуҙа тотонолған әйберҙәргә һәм хатта Иблискә ҡарата ла ҡулланыла (Яхъя 10:34, 35; 1 Коринфтарға 8:5, 6; 2 Коринфтарға 4:4) *.

ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНҒАН? Беренсенән, Изге Яҙманы күсереп яҙыусылар араһында иғтибарһыҙ һәм хатта намыҫһыҙ кешеләр осраһа ла, уларҙың күбеһе үҙ эшен бик ентекле һәм оҫта башҡарған. Масореттар б. э. VI—X быуаттарында Еврей Яҙмаларын күсереп яҙған, бөгөн улар яһаған күсермәләр масорет тексы булараҡ билдәле. Хаталар китмәһен өсөн, улар текстағы бөтә һүҙҙәрҙе һәм хәрефтәрҙе һанаған. Төп текста хата бар кеүек тойолһа, масореттар текстың ситенә билдә ҡуйған. Улар Изге Яҙма тексын бер нисек тә үҙгәртергә баҙнат итмәгән. Семит лингвистикаһы һәм Изге Яҙма филологияһы профессоры Моше Гошен-Готтштайн былай тип яҙған: «Аңлы рәүештә уны [был боронғо ҡағиҙәне] тотоуҙан баш тартыу улар өсөн иң ауыр енәйәт булған».

Икенсенән, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған бик күп ҡулъяҙмалар Изге Яҙма белгестәренә тексҡа ингән хаталарҙы асыҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, дин әһелдәре быуаттар буйы үҙҙәрендәге латин телендәге тәржемәләрҙе Изге Яҙманың төп нөсхәһенә тура килә тип өйрәткән. Шул уҡ ваҡытта улар, был мәҡәләнең башында әйтелгәнсә, 1 Яхъя 5:7-ләге шиғырға төп нөсхәлә булмаған һүҙҙәрҙе өҫтәгән. Өҫтәлгән өҙөк хатта Изге Яҙманың инглиз телендәге бик абруйлы «Яков батша тәржемәһе»нә лә ингән. Ләкин табылған башҡа ҡулъяҙмалар нимә асыҡлаған? Брюс Мецгер былай тип яҙған: «Был өҙөк [1 Яхъя 5:7-гә өҫтәлгән һүҙҙәр], латин телендәге тәржемәнән тыш, боронғо заманда яһалған (сүриә, копт, әрмән, эфиоп, ғәрәп, славян телендәге) тәржемәләрҙең береһендә лә осрамай». Һөҙөмтәлә был өҙөк яңынан ҡарап сығылған «Яков батша тәржемәһе»нән һәм Изге Яҙманың башҡа тәржемәләренән алып ташланған.

Честер Биттиҙың яҡынса б. э. 200 йылына ҡараған Р46 папирусы

Боронғо ҡулъяҙмалар Изге Яҙмалағы хәбәрҙең үҙгәрешһеҙ һаҡланыуын иҫбатлағанмы? 1947 йылда Үле диңгеҙ төргәктәре табылғас, ғалимдар, ниһайәт, еврей телендәге масорет тексын 1 000-дән ашыу йыл алдараҡ яҙылған Изге Яҙма төргәктәре менән сағыштыра алған. Үле диңгеҙ төргәктәрен редакциялау төркөмөнөң бер ағзаһы йомғаҡлауынса, хатта бер генә төргәк тә «йәһүд күсереп яҙыусыларының 1 000-дән ашыу йыл буйына Изге Яҙма тексын бик теүәл һәм дөрөҫ итеп тапшырыуына бәхәсһеҙ дәлил булып тора».

Дублин ҡалаһындағы (Ирландия) Честер Битти китапханаһында Мәсихсе Грек Яҙмаларының (Яңы Ғәһед) бөтә китаптарын тиерлек туплаған папирустар коллекцияһы һаҡлана. Был коллекцияла б. э. II быуатына ҡараған — тимәк, Изге Яҙма яҙылып бөткәндән һуң ни бары 100 генә йыл үткәс яҙылған — ҡулъяҙмалар бар. «Был папирустар күбеһенсә текст үҙенсәлектәрен асыҡлаһа ла, — тип әйтелә бер белешмәлә, — улар шулай уҡ Изге Яҙма тексының тарих дауамында ғәжәп теүәллек менән тапшырылыуын да дәлилләй» («The Anchor Bible Dictionary»).

«Һис шикләнмәйенсә әйтеп була: боронғо замандың бер ниндәй әҫәре лә шул тиклем дөрөҫ итеп тапшырылмаған»

ҺӨҘӨМТӘ. Быуаттар буйына күп тапҡырҙар күсереп яҙылыуы Изге Яҙманың тексын үҙгәртмәгән, киреһенсә, уға ышаныс менән ҡарарға сәбәптәрҙе күбәйткән генә. «Башҡа бер ниндәй боронғо китаптың да тексының дөрөҫлөгөн раҫлаған шул хәтле боронғо һәм күп һанлы дәлилдәре юҡ, һәм объектив ҡарашлы бер ғалим да бөгөнгө текстың дөйөм алғанда үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалыуын кире ҡаҡмаҫ», — тип яҙған Мәсихсе Грек Яҙмалары хаҡында Британия ғалимы Фредерик Кеньон. Шулай уҡ Еврей Яҙмалары хаҡында ғалим Уильям Хенри Грин былай тигән: «Һис шикләнмәйенсә әйтеп була: боронғо замандың бер ниндәй әҫәре лә шул тиклем дөрөҫ итеп тапшырылмаған».

^ 6 абз. Күберәк белер өсөн «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 1—13-сө биттәрен ҡарағыҙ. Был баҫманы шулай уҡ рәсми сайтыбыҙҙа ла табып була.