Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

121-СЕ ЙЫР Беҙгә тотанаҡлыҡ үҫтерергә кәрәк

Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн уяу булығыҙ!

Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн уяу булығыҙ!

«Уяу булығыҙ һәм, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, гел доға ҡылығыҙ» (МАТФ. 26:41).

ТӨП ФЕКЕР

Был мәҡәлә беҙгә гонаһ ҡылыуҙан һәм уға килтерә алған аҙымдарҙан һаҡланырға ярҙам итер.

1, 2. а) Ғайса үҙ шәкерттәрен нимәнән киҫәткән? б) Ни өсөн Ғайсаның шәкерттәре уны ташлап ҡасҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

 ҒАЙСА: «Рух ашҡынып тора, ә тән хәлһеҙ», — тигән (Матф. 26:41б) a. Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Ғайса кешеләрҙең камил булмағанын һәм йыш хаталар яһағанын аңлаған. Әммә был һүҙҙәр менән ул шәкерттәрен үҙҙәренә саманан тыш ышаныуҙан киҫәткән. Бер нисә сәғәт элек кенә уның шәкерттәре Ғайсаға, бер ҡасан да һине ҡалдырмаясаҡбыҙ, тип әйткән (Матф. 26:35). Улар быны ысын күңелдән әйткән һәм тап шулай эш итергә теләгән дә. Ләкин улар ауыр саҡта ни тиклем тиҙ ҡотҡоға биреләсәктәрен хатта уйламағандыр ҙа. Бына ни өсөн Ғайса уларға: «Уяу булығыҙ һәм, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, гел доға ҡылығыҙ», — тигән (Матф. 26:41а).

2 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәкерттәр Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған. Ғайса ҡулға алынғас, улар үҙҙәрен нисек тотҡан? Илселәр, үҙҙәре вәғәҙә иткәнсә, уның менән ҡалғанмы? Юҡ. Улар ҡурҡып Хужаларын ташлап ҡасҡан (Матф. 26:56).

Ғайса шәкерттәренә: «Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, уяу булығыҙ», — тигән. Ләкин уны ҡулға алғас, улар ҡурҡҡан һәм ҡасып киткән. (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


3. а) Үҙеңә саманан тыш ышаныу Йәһүәгә тоғро ҡалырға нисек ҡамасауларға мөмкин? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Беҙ үҙебеҙгә саманан тыш ышаныуҙан һаҡланырға тейеш, сөнки был бик ҡурҡыныс. Әлбиттә, беҙ Йәһүәнең ҡанундары буйынса йәшәргә һәм уны һөйөндөрөргә теләйбеҙ. Шулай ҙа камил булмауыбыҙҙы һәм ҡотҡоға бирелеүсән булыуыбыҙҙы оноторға ярамай (Рим. 5:12; 7:21—23). Көтмәгәндә беҙҙең гонаһҡа этәргән осраҡҡа эләгеүебеҙ бар. Йәһүәгә һәм уның Улына тоғро ҡалыр өсөн беҙгә Ғайсаның иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалыу бик мөһим. Был мәҡәләлә беҙ ошо өс һорауға яуап ҡарап сығырбыҙ: ниндәй өлкәләрҙә беҙгә һаҡ булырға кәрәк? Нисек үҙебеҙҙе ҡотҡонан яҡларға? Нисек уяу ҡалырға?

НИНДӘЙ ӨЛКӘЛӘРҘӘ ҺАҠ БУЛЫРҒА КӘРӘК?

4, 5. Ни өсөн етди булмаған гонаһтар ҙа ҡурҡыныс?

4 Ҡайһы бер гонаһтар ул тиклем етди түгел. Әммә улар ҙа ҡурҡыныс, сөнки беҙҙең Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы боҙорға һәм ауырыраҡ гонаһтарға килтерергә мөмкин.

5 Бөтәбеҙ ҙә ҡотҡоларға дусар. Беҙ төрлө һәм һәр беребеҙҙең көсһөҙ яҡтарыбыҙ бар. Кемдер енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыу теләгенә ҡаршы торорға тырыша. Икенселәре мастурбация һәм порнография ҡарау кеүек әшәке ғәҙәттәр менән көрәшә. Ә кемдер асыуын ҡулда тота алмай, кешеләрҙән ҡурҡа йәиһә бөтә нәмәне үҙенсә эшләргә теләй. Был исемлек тулы түгел. Яҡуп яҙғанса, «һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра» (Яҡ. 1:14).

6. Ни өсөн үҙ-үҙең менән намыҫлы булыу мөһим?

6 Һеҙ үҙегеҙҙең йомшаҡ яҡтарығыҙҙы беләһегеҙме? Әлбиттә, үҙеңдең көсһөҙ яҡтарыңды иғтибарһыҙ ҡалдырыу һәм, мин рухи яҡтан көслө һәм гонаһҡа ҡаршы тора алам, тип уйлау дөрөҫ түгел (1 Яхъя 1:8). Бына нимә тураһында уйланығыҙ. Павел әйтеүенсә, хатта рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр ҙә һаҡ булмаһа, ҡотҡоға бирелергә мөмкин (Гал. 6:1). Үҙ-үҙебеҙ менән намыҫлы булырға һәм үҙебеҙҙең көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы таный белергә кәрәк (2 Кор. 13:5).

7. Ни өсөн көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы нығытырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

7 Көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы билдәләгәс, артабан нимә эшләргә кәрәк? Уларға айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Миҫал килтерәйек. Боронғо ваҡытта ҡала ҡапҡаларын бигерәк тә һаҡлағандар, сөнки был дошмандарға ҡалаға керер өсөн иң уңайлы урын булған. Шуның шикелле, беҙгә лә, ҡотҡоларға әҙер булыр өсөн, йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы нығытырға кәрәк (1 Кор. 9:27).

ҠОТҠОЛАРҘАН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?

8, 9. Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 7-се бүлегендә һүрәтләнгән егеткә, етди гонаһ ҡылмаҫ өсөн, нимә эшләргә кәрәк булған? (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:8, 9, 13, 14, 21).

8 Үҙебеҙҙе ҡотҡонан нисек һаҡлай алабыҙ? Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 7-се бүлегендә йәш егет тураһындағы хикәйәне ҡарап сығайыҡ. Фәхишә ҡатын был егеткә бергә төн үткәрергә тәҡдим иткән һәм тегеһе ҡотҡоға ҡаршы тора алмаған. 22-се аятта, ул «шунда уҡ уға эйәрҙе», тип әйтелә. Барыһы ла ҡапыл килеп сыҡҡан һымаҡ күренә. Ләкин алдағы аяттарға иғтибар итһәк, был егет асылда гонаһҡа илткән бер нисә аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул иткән.

9 Ниндәй ҡарарҙар тураһында һүҙ бара? Башта ул кисен фәхишә «ҡатын йәшәгән урам янынан» үткән. Шунан ул уның йортона таба атлаған. (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:8, 9-ҙы уҡығыҙ.) Теге ҡатынды күргәс, егет боролоп китер урынына уның янына килгән. Ул үҙен үбергә рөхсәт иткән һәм уның әүрәтеү һүҙҙәрен тыңлаған. Фәхишә ҡатын уға, татыулыҡ ҡорбаны килтерҙем тип, үҙен, күрәһең, яҡшы кеше итеп күрһәтергә теләгән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:13, 14, 21-ҙе уҡығыҙ.) Егет шул аҡылһыҙ аҙымдар яһамаған булһа, ҡотҡоға бирелеп, гонаһ ҡылмаҫ ине.

10. Нисек мәсихсе Ғибрәтле һүҙҙәр китабындағы егеттең хатаһын ҡабатларға мөмкин?

10 Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 7-се бүлегендә яҙылған осраҡ Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһе менән дә була ала. Гонаһ ҡылған кеше нисек улай килеп сыҡҡанын аңламаҫҡа йә, был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды, тип уйларға мөмкин. Ләкин ул, үткәндәргә әйләнеп ҡарап, был осраҡҡа килтергән аҙымдарҙы күрә ала. Моғайын, ул Йәһүәне яратмаған кешеләр менән ваҡыт үткәргәндер. Йә насар күңел асыуҙар һайлау, шикле урындарға барыу һәм сайттарға инеү был аҙымдарға килтергәндер. Бәлки, ул доға ҡылыуҙан, Изге Яҙманы уҡыуҙан, осрашыуҙарға йөрөүҙән, вәғәзгә барыуҙан туҡтағандыр. Күреүебеҙсә, Ғибрәтле һүҙҙәр китабындағы егеттең осрағындағы һымаҡ, был гонаһ мәсихсе өсөн көтөлмәгән булмаған.

11. Гонаһ ҡылмаҫ өсөн, нимәнән һаҡланырға кәрәк?

11 Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? Беҙгә гонаһтан ғына түгел, ә уға алып барған бөтә нәмәнән дә һаҡланырға кәрәк. Егет һәм фәхишә ҡатын тураһындағы хикәйәлә тап шундай иҫкәртеү бар. Сөләймән «уның һуҡмаҡтарында аҙашып йөрөмә» тип ныҡлап әйткән (Ғиб. һүҙ. 7:25). Оҡшаш кәңәш Ғибрәтле һүҙҙәрҙең 5-се бүлегендә лә осрай: «Унан йыраҡ тор, уның йортона яҡын барма» (Ғиб. һүҙ. 5:3, 8). Эйе, беҙгә гонаһҡа алып барған шарттарҙан мөмкин тиклем йырағыраҡ торорға кәрәк b. Хатта ҡайһы бер күңел асыуҙар мәсихселәр өсөн яраҡлы булһа ла, шәхсән беҙҙең өсөн улар тоҙаҡ булырға мөмкин (Матф. 5:29, 30).

12. Әйүп ниндәй ҡарар ҡабул иткән һәм был уны нисек ҡотҡоларҙан һаҡлаған? (Әйүп 31:1).

12 Гонаһҡа килтергән осраҡтарҙан һаҡланыр өсөн беҙгә ныҡ булырға кәрәк. Был яҡтан Әйүп беҙгә өлгө булып тора. Ул: «Мин күҙем менән килешеү төҙөнөм», — тигән, йәғни ҡатындарға күҙ һалмаҫҡа ҡарар иткән. (Әйүп 31:1-ҙе уҡығыҙ.) Әйүп был ҡарар буйынса йәшәгән һәм ҡатынына һәр ваҡытта ла тоғро булған. Беҙ ҙә тәүәккәллек менән ҡотҡоға килтергән эштәрҙән баш тартабыҙ.

13. Ни өсөн уйҙарыбыҙҙы контролдә тоторға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Беҙгә шулай уҡ уйҙарыбыҙҙы контролдә тоторға кәрәк (Сығ. 20:17). Ҡайһы берәүҙәр, әхлаҡһыҙ нәмәләр тураһында уйлауҙың бер насарлығы ла юҡ, сөнки улар уйҙар ғына булып ҡала бит, ти. Әммә был алдаҡ. Дөрөҫ булмаған нәмәләр тураһында уйлаған кеше, асылда, дөрөҫ булмаған теләктәрен көсәйтә генә. Шулай итеп ул үҙ-үҙенә ҡотҡо тыуҙыра һәм шунан уға улар менән көрәшергә тура килә. Әлбиттә, ваҡыт-ваҡыт башыбыҙҙа дөрөҫ булмаған уйҙар тыуырға мөмкин, әммә беҙгә шунда уҡ уларҙан арынырға һәм яҡшы нәмәләр тураһында уйланырға кәрәк. Шулай эшләп беҙ үҙебеҙҙе етди гонаһтан яҡлайбыҙ, сөнки дөрөҫ булмаған уйҙарға күңелебеҙҙә тамыр йәйергә бирмәйбеҙ (Флп. 4:8; Кол. 3:2; Яҡ. 1:13—15).

Беҙгә ҡотҡоға этәргән бөтә нәмәнән ҡасырға кәрәк. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)


14. Беҙ тағы нисек үҙебеҙҙе ҡотҡоларҙан һаҡлай алабыҙ?

14 Беҙ тағы нисек үҙебеҙҙе ҡотҡоларҙан һаҡлай алабыҙ? Алланың ҡанундары буйынса йәшәү бик файҙалы икәненә бер ҡасан да шикләнергә ярамай. Әлбиттә, уйҙарыбыҙҙы һәм теләктәребеҙҙе Йәһүә хуп күрһен өсөн, көс һалырға кәрәк. Ләкин тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмаҫ, сөнки беҙ сикһеҙ шатлыҡ һәм күңел тыныслығы тойорбоҙ.

15. Яҡшылыҡты яратыу беҙгә ҡотҡоларға ҡаршы торорға нисек ярҙам итер?

15 Беҙгә үҙебеҙҙә саф теләктәр үҫтерергә кәрәк. Яуызлыҡты нәфрәт итергә, ә яҡшылыҡты яратырға өйрәнһәк, беҙгә насар эштәрҙән һәм гонаһҡа алып барған нәмәләрҙән баш тартырға еңелерәк булыр (Амос 5:15). Был саф теләктәр беҙгә көтөлмәгән йә асыҡ булмаған ҡотҡоларға ҡаршы торорға көс бирер.

16. Рухи эштәр менән мәшғүл булыу нисек дөрөҫ булмаған теләктәрҙән яҡлай? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Дөрөҫ теләктәрҙе үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итер? Рухи эштәр менән мәшғүл булығыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында һәм хеҙмәттә беҙ рухи нәмәләр тураһында ғына уйланабыҙ, һәм был беҙҙе ҡотҡоларҙан яҡлай (Матф. 28:19, 20; Евр. 10:24, 25). Алла Һүҙен уҡығанда һәм уҡығандар хаҡында уйлағанда беҙ яҡшылыҡты яратырға һәм яуызлыҡты нәфрәт итергә өйрәнәбеҙ (Еш. 1:8; Зәб. 1:2, 3; 119:97, 101). Ғайсаның «ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, гел доға ҡылығыҙ» тигән һүҙҙәрен онотмағыҙ (Матф. 26:41). Доға ҡылғанда беҙ күктәге Атабыҙ менән ваҡыт үткәрәбеҙ. Шулай итеп беҙ уға үҙебеҙгә ярҙам итергә һәм дөрөҫ теләктәрҙе нығытырға мөмкинлек бирәбеҙ (Яҡ. 4:8).

Яҡшы рухи ғәҙәттәр беҙҙе ҡотҡоларҙан һаҡлай. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) c


УЯУ БУЛЫҒЫҘ

17. Петр ниндәй етешһеҙлеге менән көрәшкән?

17 Ҡайһы бер етешһеҙлектәребеҙҙән беҙ, моғайын, тулыһынса арына алырбыҙ. Ләкин ҡайһы берҙәре менән беҙгә артабан да көрәшергә тура килер. Әйҙәгеҙ, Петрҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Кешеләрҙән ҡурҡҡанға күрә, ул үҙ Хужаһынан өс тапҡыр ваз кискән (Матф. 26:69—75). Һуңыраҡ ул Синедрион алдында торғанда ҡыйыулыҡ менән Ғайса тураһында һөйләгән. Ул ҡурҡыуҙы еңгән кеүек күренгән (Ғәм. 5:27—29). Әммә йылдар үткәс, ул еврей халҡынан булған имандаштарынан ҡурҡып, башҡа халыҡтан булған мәсихселәр менән ашамай башлаған (Гал. 2:11, 12). Күреүебеҙсә, Петрҙың элекке етешһеҙлеге — ҡурҡыуы өҫтөн сыҡҡан. Ә, бәлки, ул унан бер ҡасан да тулыһынса арына алмағандыр.

18. Ниндәйҙер ғәҙәтте еңдек тип уйлаһаҡ та, нимәне иҫтә тотоу мөһим?

18 Беҙҙең менән дә шуға оҡшаш хәл булырға мөмкин. Ниндәйҙер ғәҙәтте еңдек тип уйлаһаҡ та, ул ҡабат өҫтөн сыға. Бер ир ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Мин инде ун йыл порнография ҡараманым һәм был проблеманы еңдем тип уйланым. Әммә, асылда, был әшәке ғәҙәт бер ҡайҙа ла китмәгән икән. Ул йыртҡыс хайуан кеүек һөжүм итер өсөн уңайлы ваҡытты көтөп кенә ятҡан икән». Беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ был ҡотҡоға ҡаршы тора алған. Ул был яуыз донъяның ахырына тиклем көрәш алып барырға кәрәклеген аңлаған. Үткәндәргә кире ҡайтмаҫ өсөн, ул ҡатынының һәм йыйылыш өлкәндәренең ярҙамы менән һағыраҡ булып киткән.

19. Ниндәйҙер ғәҙәтте һаман да еңә алмаһаҡ, нимә эшләргә?

19 Ниндәйҙер ғәҙәтте һаман да еңә алмаһаҡ, нимә эшләргә? Беҙгә һаҡ булырға һәм Ғайсаның «уяу булығыҙ» тигән кәңәше буйынса эш итергә кәрәк. Хатта, ҡотҡоға ҡаршы тора алабыҙ, тип уйлаһаҡ та, беҙгә насар теләктәр тыуҙырған осраҡтарҙан ҡасырға кәрәк (1 Кор. 10:12). Элек һеҙгә көслө булырға ярҙам иткән эштәр менән мәшғүл булығыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 28:14-тә: «Һәр ваҡыт һаҡ булған кеше бәхетле», — тип әйтелә (2 Пет. 3:14).

УЯУ БУЛЫУҘЫҢ ФАТИХАЛАРЫ

20, 21. а) Ҡотҡоға ҡаршы тороу ниндәй фатихалар килтерә? б) Көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итәсәк? (2 Коринфтарға 4:7).

20 Ҡотҡоларға ҡаршы тороу күп фатихалар килтерә. Гонаһ «ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт» кенә бирә (Евр. 11:25). Әммә Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгәндә ысын бәхет тоябыҙ (Зәб. 19:8). Беҙ бит шулай итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ (Баш. 1:27). Шуға күрә тормошобоҙ менән Йәһүәне ҡыуандырғанда беҙ саф выжданға һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булабыҙ (1 Тим. 6:12; 2 Тим. 1:3; Йәһ. 20, 21).

21 Эйе, «тән көсһөҙ». Ләкин был беҙҙең гонаһҡа ҡаршы тора алмауыбыҙҙы аңлатмай. Йәһүә беҙгә кәрәкле көс бирәсәк. (2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ: аятта әйтелгәнсә, Алла беҙгә саманан тыш ҙур ҡөҙрәт бирә. Әммә ҡотҡолар менән көрәшер өсөн беҙ үҙебеҙ ҙә көн һайын көс һалырға тейешбеҙ. Бының өсөн беҙ яуаплы. Әгәр беҙ көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, Йәһүә беҙҙең доғаларыбыҙға яуап бирәсәк һәм көсөбөҙ етмәгәндә ярҙам итәсәк (1 Кор. 10:13). Йәһүә менән беҙ һәр төрлө ҡотҡоға ҡаршы тора алырбыҙ!

47-СЕ ЙЫР Йәһүәгә көн дә доға ҡыл

a АҢЛАТМА. Матфей 26:41-ҙә иҫкә алынған «рух» хистәребеҙ һәм эштәребеҙ менән идара иткән эске көстө аңлата. «Тән» — беҙҙең камил булмаған гонаһлы тотошобоҙ. Беҙҙең дөрөҫ эш итергә теләгебеҙ көслө булырға мөмкин, ләкин һаҡ булмаһаҡ, ҡотҡоға бирелеп, Алланың ҡанундарын боҙоп ҡуйыуыбыҙ бар.

b Гонаһ ҡылған кеше үҙенә файҙалы мәғлүмәтте ошо баҫмаларҙан таба ала: «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап, 57-се дәрес, 1—3-сө пункттар һәм «Күҙәтеү манараһы» 2020 йылдың ноябрь сығарылышы, «Үткәндәр менән йәшәмәгеҙ — киләсәккә ҡарағыҙ!» тигән мәҡәлә, 27—29-сы биттәр, 12—17-се абзацтар.

c ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ир ҡәрҙәш иртән көндәлек аятты, ә төшкө аш ваҡытында Изге Яҙманы уҡый. Кисен ул йыйылыш осрашыуына бара.