Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ № 1 2023 | Психик сәләмәтлек. Изге Яҙманан кәңәштәр

Бөтә донъя буйлап миллионлаған кеше психик сәләмәтлектең ҡаҡшауынан интегә. Кешенең йәше, иҡтисади хәле, белеме, сығышы һәм дине ниндәй генә булһа ла, ул был проблема менән осраша ала. Ошо журналда психик ауырыуҙарҙың нимә икәне һәм уларҙың кешеләргә нисек тәьҫир иткәне тураһында һүҙ бара. Һеҙ шулай уҡ психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләргә медицина ярҙамын алыу ни тиклем мөһим икәнен һәм Изге Яҙманың уларға нисек ярҙам итә алғанын белерһегеҙ.

 

Психик сәләмәтлектең ҡаҡшауы — донъя күләмендәге проблема

Һәр ҡайһы кешенең, йәше, белеме, табыш кимәле ниндәй генә булһа ла, психик ауырыу менән сирләп китеүе ихтимал. Изге Яҙмалағы кәңәштәр психик сәләмәтлеккә нисек ыңғай йоғонто яһай алырға мөмкин икәнен белегеҙ.

Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта

Ни өсөн Йәһүә Алла уйҙарыбыҙҙы һәм хистәребеҙҙе барыһынан да яҡшыраҡ аңлай икәненә бер ҙә шикләнмәҫкә була?

1 | Доға. «Бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ»

Аллаға үҙебеҙҙе борсоған бөтә нәмә тураһында ла доға ҡылып буламы? Борсолоу тойғоһонан интеккән кешеләргә доға нисек ярҙам итә?

2 | «Яҙмалар аша бирелгән йыуаныс»

Изге Яҙма, киләсәктә бер кем дә эмоциональ ғазаптарҙан интекмәйәсәк, тип вәғәҙә итә.

3 | Алла хеҙмәтселәренең үрнәге

Изге Яҙмала беҙҙекенә оҡшаш хистәр кисергән ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың тормошо һүрәтләнә. Улар хаҡында уҡып, беҙ, тиҫкәре хис-тойғолар менән көрәшкәндә, үҙебеҙҙе улай уҡ яңғыҙ тоймайбыҙ.

4 | Изге Яҙмалағы файҙалы кәңәштәр

Изге Яҙма өҫтөндә уйланыу һәм өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйыу психик ауырыу менән көрәшергә нисек ярҙам иткәнен белегеҙ.

Психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешегә нисек ярҙам итергә?

Психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған дуҫығыҙ өсөн һеҙҙең ярҙамығыҙ бик мөһим.