1 | Доға. «Бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ»
ИЗГЕ ЯҘМАЛА БЫЛАЙ ТИЕЛӘ: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 ПЕТР 5:7).
Был нимәне аңлата?
Йәһүә Алла үҙебеҙҙе борсоған бөтә нәмә тураһында уға һөйләргә саҡыра (Зәбур 55:22). Берәй ауырлығыбыҙ әһәмиәтһеҙ булып күренһә лә йә, киреһенсә, хәл ителмәҫлек булып тойолһа ла, беҙ был хаҡта доға ҡыла алабыҙ. Беҙҙең өсөн мөһим булған нәмә Йәһүә өсөн дә мөһим. Уға доға ҡылыу йән тыныслығына эйә булырға ярҙам итә (Филиптарға 4:6, 7).
Был нисек ярҙам итә ала?
Психик сир менән көрәшкәндә, беҙ үҙебеҙҙе япа-яңғыҙ тойорға мөмкин. Башҡа кешеләр беҙгә нимә аша үтергә тура килгәнде ҡай саҡ аңлап етмәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:10). Әммә Аллаға доға ҡылғанда һәм уға борсолоуҙарыбыҙ тураһында асыҡ итеп һөйләп биргәндә, беҙ уның хистәребеҙҙе аңлағанын һәм хәлебеҙгә ингәнен тоябыҙ. Йәһүә беҙҙең нимә менән осрашҡандарыбыҙҙы бик яҡшы белә. Ул беҙҙең күңел әрнеүҙәребеҙҙе күрә һәм көрәшер өсөн күпме көс һалырға тура килгәнен аңлай. Ул беҙҙе борсоған бөтә нәмә тураһында үҙенә доғала һөйләүебеҙҙе теләй (2 Йылъяҙма 6:29, 30).
Йәһүә менән доғала һөйләшкәндә, уның беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанына ышанысыбыҙ нығый. Беҙ мәҙхиә йырлаусы кисергән хистәр кисерергә мөмкин. Ул былай тип доға ҡылған: «Һин ҡайғы-хәсрәтемде күрҙең, һин әсе ғазабымды беләһең» (Зәбур 31:7). Йәһүәнең беҙгә нимә менән осрашырға тура килгәнен аңлағанын белеү, беҙгә тормоштоң хатта иң ауыр ваҡыттарында ла бирешмәҫкә ярҙам итә. Әммә Йәһүә, ғазаптарыбыҙҙы күреүҙән тыш, барыһынан да яҡшыраҡ хәлебеҙгә төшөнә һәм беҙгә Изге Яҙманан йыуаныс табырға ярҙам итә.