Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нимә яҡшы, ә нимә насар? Изге Яҙма — ышаныслы күрһәтмәләр сығанағы

Нимә яҡшы, ә нимә насар? Изге Яҙма — ышаныслы күрһәтмәләр сығанағы

Әхлаҡи һорауҙарға ҡағылышлы ҡарарҙарыбыҙҙы эске тойғобоҙға йә башҡаларҙың фекеренә нигеҙләһәк, ҡарарыбыҙ насар эҙемтәләргә килтермәйәсәк, тип тулы ышаныс менән әйтә алмайбыҙ. Бының сәбәбе Изге Яҙмала аңлатыла. Шулай уҡ унда тормошто мәғәнәле һәм бәхетле итә алған ышаныслы әхлаҡи күрһәтмәләр табып була.

БЕҘ АЛЛАНЫҢ КҮРҺӘТМӘҺЕНӘ МОХТАЖ

Изге Яҙмала аңлатылғанса, Йәһүә a Алла кешене үҙ юлына үҙе йүнәлеш бирә алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтермәгән, беҙ уның ярҙамына мохтаж (Иремия 10:23). Бына ни өсөн Алла беҙгә Изге Яҙма биргән. Уның ярҙамында беҙ нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен аңлай алабыҙ. Алла, кешеләрҙе яратҡанға, уларҙы яңылыш ҡарарҙарҙың аяныс эҙемтәләренән һаҡларға теләй (Ҡанун 5:29; 1 Яхъя 4:8). Бынан тыш, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, сикһеҙ зирәклеккә һәм аҡылға эйә булғанға, беҙгә иң яҡшы кәңәш бирә ала (Зәбур 100:3; 104:24). Шул уҡ ваҡытта Алла кешеләрҙе уның нормалары буйынса йәшәргә бер ҡасан да мәжбүр итмәй.

Йәһүә беренсе кешеләргә, Әҙәм менән Һауаға, бәхетле тормош өсөн барыһын да биргән (Башланмыш 1:28, 29; 2:8, 15). Шулай уҡ ул уларға нимә эшләргә ярай, ә нимә эшләргә ярамай икәнен аңлатҡан, һәм был бик ябай ҡағиҙәләр булған. Әммә Алла уларға шул ҡағиҙәләрҙе үтәргәме-юҡмы икәнен үҙҙәренә хәл итергә хоҡуҡ биргән (Башланмыш 2:9, 16, 17). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа, Алланың нормаларын кире ҡағып, үҙҙәренең нормалары буйынса йәшәргә ҡарар иткән (Башланмыш 3:6). Был нимәгә килтергән? Улар үҙҙәре нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен хәл итә башлағас, тормоштары яҡшы яҡҡа үҙгәргәнме? Юҡ. Кешелек тарихынан күренеүенсә, Алланың нормаларын һанға һуҡмау оҙайлы тыныслыҡҡа һәм бәхеткә килтермәй (Вәғәзсе 8:9).

Изге Яҙма кешеләргә, сығыштары һәм мәҙәниәттәре ниндәй генә булһа ла, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә (2 Тимофейға 3:16, 17;  «Бөтә кешеләр өсөн китап» тигән рамканы ҡарағыҙ).

Ни өсөн Изге Яҙманы хаҡлы рәүештә «Алла һүҙе» тип атап була? (1 Фессалоникаларға 2:13). Быны белер өсөн, jw.org сайтында «Изге Яҙманың Авторы кем?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК АЛЛАНЫҢ ФЕКЕРЕН БЕЛЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ?

Изге Яҙмала Йәһүәнең кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында әйтелә. Алла Һүҙен уҡып, беҙ Йәһүәнең нимәне дөрөҫ, ә нимәне дөрөҫ түгел тип һанағанын, шулай уҡ беҙгә нимә файҙа, ә нимә зыян килтергәнен аңлай алабыҙ (Зәбур 19:7, 11). Изге Яҙмалағы кәңәштәр бер ҡасан да иҫкермәй һәм беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә.

Әйҙәгеҙ, Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-лә яҙылған кәңәште ҡарап сығайыҡ: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер». Был кәңәш, боронғо замандарҙа кеүек, бөгөнгө көндәрҙә лә файҙа килтерә. Изге Яҙмала тормошта ҡулланырлыҡ ундай файҙалы кәңәштәр бик күп. ( «Изге Яҙмалағы кәңәштәр һаман да файҙалы» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

Бәлки, һеҙ: «Изге Яҙмалағы кәңәштәр миңә ысындан да ярҙам итә аламы?» — тип уйлайһығыҙҙыр. Киләһе мәҡәләлә беҙ Изге Яҙма ярҙамында тормоштары яҡшы яҡҡа үҙгәргән кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ.

a Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).