Юғары белем һәм байлыҡ ышаныслы киләсәккә гарантия бирә аламы?
Күптәр, юғары белемле һәм бай кешеләрҙең киләсәге ышаныслы, тип уйлай. Улар, университетта алған белем яҡшы эшсе, яуаплы гражданин булырға һәм ғаиләңдәге ролеңде яҡшы үтәргә ярҙам итә, тип ышана. Улар, юғары белем түләүле эш табырға ярҙам итә һәм күп аҡса эшләгәндәр бәхетле, тип уйларға мөмкин.
КҮПТӘР НИМӘ ҺАЙЛАЙ
Ҡытайҙан Чжан Чэн былай тип һөйләй: «Мин, университет дипломы миңә хәйерселектән ҡотолорға ярҙам итер, ә яҡшы эш хаҡы бәхетле һәм етеш тормошҡа гарантия булыр, тип уйланым».
Күптәр, уңышлы булыуға ышанысын арттырыр өсөн, атаҡлы уҡыу йорттарына, шул иҫәптән сит ил университеттарына уҡырға инә. COVID-19 пандемияһы арҡаһында халыҡ-ара сәфәрҙәр сикләнгәнгә тиклем, шулай эшләү киң таралғайны. Экономик хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының 2012 йылғы отчетында: «Сит илдә уҡыусы бөтә студенттарҙың 52%-ын Азия кешеләре тәшкил итә», — тип хәбәр ителгән.
Балаларын сит ил университеттарында уҡытыр өсөн, ата-әсәләр йыш ҡына ҙур ҡорбандарға бара. Тайвандән Цзян былай тип иҫенә төшөрә: «Ата-әсәйем бай йәшәмәй ине, шулай ҙа улар беҙҙе, дүрт баланы, Ҡушма Штаттарға уҡырға ебәрҙе». Шундай уҡыуға түләр өсөн, уның ғаиләһе, башҡа күп ғаиләләр һымаҡ, бурысҡа батҡан.
БЫЛ УҢЫШҠА КИЛТЕРӘМЕ?
Юғары белем ниндәйҙер дәрәжәлә тормош сифатын яҡшыртырға мөмкин, тик ул йыш ҡына көтөлгән һөҙөмтәләрҙе бирмәй. Мәҫәлән, күп йылдар буйы ҡорбандарға барып, ҙур бурысҡа батҡандан һуң, күптәр үҙҙәре өмөт иткән эште таба алмай. Сингапурҙан Рэйчел Муи исемле бер журналист: «Уҡыуҙы тамамлаусылар араһында эшһеҙлек көндән-көн ҙурыраҡ проблемаға әйләнә бара, ахыры», — тип яҙған («Business Times»). Ә Тайвандә йәшәгән, докторлыҡ дәрәжәһе булған Цзян-Цзе былай ти: «Күптәр һөнәре буйынса эшләмәй. Улар алған белемдәре менән бер уртаҡ яғы ла булмаған эшкә урынлашырға мәжбүр».
Хатта һөнәре буйынса эш таба алғандарҙың да тормошо улар көткәнсә бармай. Бына бер миҫал. Таиландта йәшәгән Ниран, Бөйөк Британияла университетта уҡып ҡайтҡандан һуң, үҙ һөнәре буйынса эш тапҡан. Ул былай тип һөйләй: «Өмөт иткәнемсә, юғары белем миңә ҙур эш хаҡы түләнгән эшкә урынлашырға ярҙам итте. Әммә, ундай эш хаҡын алыр өсөн, мин күп һәм оҙаҡ итеп эшләргә тейеш инем. Ахыр сиктә эштә ҡыҫҡартыуҙар башланды, һәм компания күпселек хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән мине лә эштән бушатты. Мин бер ниндәй эш тә хәүефһеҙлеккә гарантия бирмәгәнен аңланым».
Хатта байып, етеш тормошта йәшәгән кешеләр ҙә ғаилә проблемалары, һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтар һәм экономик тотороҡһоҙлоҡ менән осраша. Япониянан Кацутоси былай тип таный: «Минең аҡсам күп ине, ләкин конкуренция, көнсөллөк һәм хеҙмәттәштәремдең насар мөнәсәбәте тормошомдо ағыуланы». Лам, Вьетнамда йәшәгән ҡатын, былай ти: «Үҙҙәрен ҡурсаулы итеп тойор өсөн, кешеләр күберәк аҡса эшләргә тырыша. Ләкин, күреүемсә, был ҡапма-ҡаршы эффект тыуҙыра. Ундай кешеләр үҙҙәрен хәүефһеҙ итеп тоймай, һаулығын юғалта, эмоциональ яҡтан хәлһеҙләнә һәм депрессияға бирелә».
Франклин кеүек, күптәр, байлыҡ һәм юғары белемдән күпкә ҡиммәтерәк нәмәләр бар, тигән һығымтаға килгән. Был кешеләрҙең ҡайһы берҙәре, хәүефһеҙ киләсәккә гарантия — етеш тормош түгел, ә яҡшы эштәр, тип иҫәпләй. Шуға күрә улар яҡшы кеше булырға һәм башҡаларға изгелек эшләргә тырыша. Ә был ышаныслы киләсәккә гарантия бирәме? Яуап киләһе мәҡәләлә бирелә.