1-СЕ СИФАТ
Тотанаҡлыҡ
НИМӘ УЛ ТОТАНАҠЛЫҠ?
Тотанаҡлы кешегә шундай һыҙаттар хас:
күңел асыуҙарҙы икенсе урынға ҡуя
хистәрен ауыҙлыҡлай
яратмаған эште үтәй
башҡаларҙың ихтыяждарын үҙенекенән өҫтөнөрәк ҡуя белә
НИ ӨСӨН ТОТАНАҠЛЫҠ ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?
Тотанаҡлы булырға өйрәнгән балалар үҙҙәрен ылыҡтырған, ләкин ысынында насар булған нәмәләрҙән баш тарта алыр. Тотанаҡлыҡ етмәһә иһә, улар үҙҙәрен:
агрессив тотор
депрессиянан яфаланыр
тарта, иҫерткес эсемлек йә наркотик ҡуллана башлар
зыянлы ризыҡ ашар
Бер тикшеренеү буйынса,бала саҡта ҙур тотанаҡлыҡ күрһәткәндәр һуңынан әҙерәк ауырыған, һирәгерәк финанс ҡыйынлыҡтар кисергән һәм ҙаконды ла һирәк боҙған.Пенсильвания университеты профессоры Анжела Дакворт был тикшеренеү нигеҙендә ошондай һығымта яһай: «Тотанаҡлыҡ артыҡ булмай».
БАЛАНЫ ТОТАНАҠЛЫҠҠА НИСЕК ӨЙРӘТЕРГӘ
«Юҡ» тип әйтергә өйрәнегеҙ һәм эҙмә-эҙлекле булығыҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һеҙҙең „эйе“ тигәнегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын» (Матфай 5:37).
Ата-әсәләренең ныҡлығын тикшерер өсөн балалар, ҡай саҡта хатта башҡа кешеләр алдында, истерикаға бирелергә мөмкин. Әгәр ата-әсәләр балаһының ҡурайына бейеһә, бала истерика ярҙамында ата-әсәнең «юғын» «эйегә» әйләндереп булыуын аңлап ҡала.
Әгәр ата-әсәләр «юҡ» тип әйткәс үҙ һүҙендә ныҡ торһа, бала бер мөһим хәҡиҡәтте үҙләштерә: бөтә нәмә гел беҙ теләгәнсә генә булмай. «Шуныһы ғәжәп, был һабаҡты үҙләштергән кешеләр бәхетлерәк булып күренә, — тип яҙа психолог Дэвид Уолш үҙенең китабында. — Бала күңелендә, донья уның тирәһендә әйләнә һәм уның һәр теләге үтәләсәк, тигән фекер тыуҙырһаҡ, ҡаш төҙәтәбеҙ тип күҙ сығарабыҙ булып сыға» a.
Әгәр хәҙер балағыҙға «юҡ» тип әйтһәгеҙ, һуңынан ул үҙе үҙенә «юҡ» тип әйтә алыр, мәҫәлән, наркотик ҡулланмаҫ, никахҡа тиклем енси мөнәсәбәткә инмәҫ һәм үҙенә йә башҡаларға зыян килтерерлек бер ниҙә лә ҡатнашмаҫ.
Балағыҙға яҡшы һәм насар эҙемтәләр тураһында уйларға ярҙам итегеҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Кеше ни сәсһә, шуны ура» (Галаттарға 6:7).
Бала һәр эштең эҙемтәләре бар икәнен аңларға тейеш. Тотанаҡлыҡ етмәүенең эҙемтәләре насар. Мәҫәлән, улығыҙ кәйефе булмағанда сығырынан сыҡһа, кешеләр унан ситләшер. Әгәр инде көсөргәнешле ситуацияла хистәрен ауыҙлыҡларға йәки түҙемле һәм башҡаларҙы бүлдермәй тыңларға өйрәнһә, кешеләргә уның менән аралашыу рәхәт һәм еңел булыр. Балағыҙға тотанаҡлыҡтың бәхетлерәк булырға ярҙам итеүен аңлатығыҙ.
Балағыҙҙы приоритеттар билдәләргә өйрәтегеҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала [белегеҙ]» (Филиптарға 1:10).
Тотанаҡлы булыу насар эштәрҙе эшләмәүҙе генә түгел, шулай уҡ оҡшамаһа ла, кәрәклеһен эшләүҙе аңлата. Баланы приоритеттар билдәләргә һәм беренсе сиратта мөһим эштәрҙе башҡарырға өйрәтеү мөһим. Мәҫәлән, уйнар алдынан ул дәресен әҙерләргә тейеш.
Яҡшы үрнәк күрһәтегеҙ.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем» (Яхъя 13:15).
Көсөргәнешле ситуацияла үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙҙы бала иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ. Үҙ хистәреңде контролдә тотоу тотанаҡлыҡты юғалтыуға ҡарағанда яҡшыраҡ икәнен күрһәтегеҙ. Мәҫәлән, бала һеҙҙең түҙемлекте һынағанда, һеҙ нимә эшләйһегеҙ: асыуланаһығыҙмы йә тыныс ҡалаһығыҙмы?
a «Ни өсөн һәр йәштәге балаларға „юҡ“ тигәнде ишетергә кәрәк һәм нисек ата-әсәләргә быны әйтергә өйрәнергә? («No: Why Kids—of All Ages—Need to Hear It and Ways Parents Can Say It»).