Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ярҙам эҙләгеҙ

Ярҙам эҙләгеҙ

Ярҙам эҙләгеҙ

«Берәү яңғыҙ кешене еңә ала, әммә ике кеше бергә уға ҡаршы тора ала» (Вәғәзсе 4:12).

ӘГӘР яныбыҙҙа тоғро дуҫтар булһа, һәр дошманды ла еңә алырбыҙ. Шуға күрә, тәмәке тартыу ғәҙәтенән арыныу өсөн, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ йә эскерһеҙ сабырлыҡ күрһәтеп таяныс булырҙай башҡа берәйһенән ярҙам эҙләгеҙ.

Таныштарығыҙ араһында тәмәке тартыуын ташлай алған кеше юҡмы икән? Ундайҙар хәлегеҙҙе бигерәк тә яҡшы аңлар һәм үҙ тәжрибәһенән сығып, кәңәш бирә алыр. «Башҡаларҙың ярҙамынан тыш мин булдыра алмаҫ инем», — тип бүлешә Данияла йәшәгән Торбен исемле мәсихсе. Ә Һиндостандан Эйбрахам былай ти: «Миңә ғаиләмдең һәм мәсихсе дуҫтарымдың эскерһеҙ яратыуы таяныс булды». Әммә ҡай саҡ туғандар һәм дуҫтарҙың ярҙамы етерлек булмаҫҡа мөмкин.

«Мин 27 йыл тарттым, — тип һөйләй Бхагвандас исемле бер кеше,— әммә Изге Яҙманың бысраҡ ғәҙәттәрҙе хөкөм итә икәнен белгәс, ташларға булдым. Мин көн дауамында тартҡан сигареттар һанын кәметә башланым, тартҡан дуҫтарым менән аралашмаҫҡа тырыштым, кәңәштәр эҙләнем. Әммә бер ни ҙә ярҙам итмәй ине. Шул саҡ мин бер төндә Йәһүә Аллаға күңелемде бушаттым, ярҙам ит, тип ялбарҙым. Һәм, ниһайәт, был алама ғәҙәтте еңә алдым!»

Һәм тағы бер мөһим кәңәш: был көрәштә килеп тыуасаҡ ауырлыҡтарға алдан әҙерләнегеҙ. Киләһе мәҡәләлә һүҙ ошо хаҡта барасаҡ.

[Рамка, 5-се бит]

ДАРЫУҘАР ҠУЛЛАНЫРҒАМЫ?

Бөгөнгө көндә тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам итеүсе дарыуҙар, — мәҫәлән, никотин пластыре, — шул тиклем киң таралған һәм һатыусыларға миллиардлаған табыш килтерә. Әммә уны ҡулланырҙан алда, түбәндәге һорауҙар хаҡында уйланығыҙ:

Уларҙың ыңғай яҡтары ниндәй? Дарыуҙар тәмәке ташлаған ваҡытта тыуған симптомдарҙы кәметергә ярҙам итә, тип һанала. Ләкин ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, уларҙың тәьҫире оҙаҡҡа бармай.

Уларҙың тиҫкәре яҡтары ниндәй? Ҡайһы бер дарыуҙарҙың кире эҙемтәләре лә бар. Мәҫәлән, улар күңел болғаныуға, депрессияға килтерергә һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыу теләге тыуҙырырға мөмкин. Шуны ла әйтергә кәрәк: никотинға әүәҫлектән дауалағанда, шул уҡ никотин ҡулланыла, тик ул башҡасараҡ формала була. Шуға күрә, үҙ сиратында, был дарыу никотин кеүек үк зыянлы, өҫтәүенә, кешенең тәмәке тартыу теләген дә бөтөрә алмай.

Башҡа ысулдар бармы? Һорау алыуҙар һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: элек тәмәке тартҡан кешеләрҙең 88 проценты был ғәҙәтте ҡапыл ғына, бер ниндәй дарыуһыҙ-ниһеҙ ташлай алған.