2. Доға. Кемгә мөрәжәғәт итергә?
АЛЛА бөтә доғаларҙы ла кемгә йүнәлтелгәненә ҡарамаҫтан ишетәме? Хәҙерге йәмғиәттә шулай уйлау киң таралған. Бындай ҡараш конфессия-ара хәрәкәттәрҙе хуплаған һәм айырмаларына ҡарамаҫтан бөтә диндәр ҙә һәйбәт тип иҫәпләгән күп кешегә оҡшай. Был ҡараштың хаталы булыуы ихтималмы?
Изге Яҙма яҙылған осорҙа күп кешеләр доғала хаҡ Аллаға түгел, ә боттарға мөрәжәғәт иткән. Әммә Алла күп тапҡырҙар шулай эшләмәҫкә өндәгән. Мәҫәлән, Зәбур 115:4—6-ла боттар тураһында: «Ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәй», — тип әйтелгән. Һеҙҙе бер ҡасан да ишетмәйәсәк аллаға ниңә доға ҡылырға һуң?
Изге Яҙмала был һорауға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, хаҡ Алланың пәйғәмбәре Ильяс Ваалдың пәйғәмбәрҙәрен һынау үткәрергә саҡырған. Ул уларға, һеҙ үҙегеҙҙең аллағыҙға доға ҡылығыҙ, шунан һуң мин үҙемдекенә доға ҡылам, тигән. Ильяс, хаҡ Алла яуап бирер, ә ялған алла яуап бирмәҫ, тип әйткән. Был бәхәскә ризалашып, Ваал пәйғәмбәрҙәре оҙаҡ итеп, тырышып, хатта ҡысҡырып доға ҡылған, ләкин бушҡа ғына! Изге Яҙмала: «Яуап биреүсе лә, иғтибар итеүсе лә булманы», — тиелә (1 Батшалар 18:29). Ә Ильяс доға ҡылғас, нимә булған?
Алла шунда уҡ күктән ут ебәргән, һәм ут Ильястың килтергән ҡорбанын йотҡан. Ни өсөн Ильястың доғаһына яуап булған, ә Ваал пәйғәмбәрҙәренең доғаһына — юҡ? Ильяс пәйғәмбәрҙең 1 Батшалар 18:36, 37-лә яҙылған доғаһында бер мөһим нәмә булған. Был доға бик ҡыҫҡа булһа ла (боронғо йәһүд телендә ни бары яҡынса 30 һүҙ), Ильяс өс мәртәбә Аллаға Йәһүә тип исеме менән өндәшкән.
Ваал («хужа» йәки «әфәнде» тигәнде аңлата) ҡынаандарҙың аллаһы булған, өҫтәүенә һәр төбәктең үҙ Ваалы булған. Ә Йәһүә тигән исем — бөтә Ғаләмдә тик бер генә шәхес йөрөткән уникаль исем. Шул исемде йөрөткән Алла үҙ халҡына: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем, мин бер кемгә лә үҙ шөһрәтемде... бирмәйем», — тигән (Ишағыя 42:8).
Ваалға табыныу, шулай уҡ шуға бәйле булған ғибәҙәтханалағы фәхешлек һәм хатта кешене ҡорбанға килтереү кешеләрҙең әхлаҡи яҡтан боҙолоуына алып барған. Һәм киреһенсә, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу Израиль халҡын юғары күтәргән һәм ерәнгес йолаларҙан азат иткән. Күҙ алдына килтерегеҙ: әгәр үҙегеҙ ихтирам иткән дуҫығыҙға хат ебәрергә теләһәгеҙ, һеҙ дуҫығыҙ хуплағандарға ҡаршы эштәр ҡылған бүтән кешенең адресын яҙыр инегеҙме? Әлбиттә, юҡ!
Ильястың Ваал пәйғәмбәрҙәрен һынау үткәрергә саҡырыуы Алланың ҡайһы бер доғаларҙы ишетмәгәнен иҫбатлай
Йәһүәгә доға ҡылып, һеҙ Барлыҡҡа килтереүсегә — кешелектең Атаһына мөрәжәғәт итәһегеҙ *. «Һин, Йәһүә, беҙҙең Атабыҙ», — тигән Ишағыя пәйгәмбәр үҙ доғаһында (Ишағыя 63:16). Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм», — тиеп, тап шул Атай тураһында һөйләгән (Яхъя 20:17). Ғайсаның Атаһы — Йәһүә. Ғайса доғала тап уға мөрәжәғәт иткән һәм шәкерттәрен дә шулай эшләргә өйрәткән (Матфей 6:9).
Изге Яҙмала, Ғайсаға, Мәрйәмгә, изгеләргә йәки фәрештәләргә доға ҡылырға ярай, тип әйтеләме? Юҡ, тик Йәһүәгә генә доға ҡылырға кәрәк. Ике сәбәп ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, доға — табыныу формаһы, ә Изге Яҙмала, фәҡәт Йәһүәгә генә табынырға кәрәк, тип әйтелә (Сығыш 20:5). Икенсенән, Изге Яҙмала, Алланың «Доғаларҙы тыңлаусы» тигән титулы бар, тип яҙылған (Зәбур 65:2). Алла үҙенең хакимлығын теләп бүлешһә лә, ул бер ҡасан да бер кемгә лә доға тыңлау хоҡуғын бирмәгән. Ул беҙҙең доғаларҙы үҙе тыңларға вәғәҙә итә.
Әгәр Алланың доғаларығыҙҙы ишетеүен теләһәгеҙ, Изге Яҙмалағы: «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор», — тигән нәсихәтте иҫегеҙҙә тотоғоҙ (Ғәмәлдәр 2:21). Әммә Йәһүә бөтә доғаларҙы ла ишетәме? Йәки Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы ишетеүен теләһәк, тағы нимәнелер белергә кәрәкме?
^ 9 абз. Ҡайһы бер дини йолалар буйынса, Алланың шәхси исемен хатта доғала ла әйтергә ярамай. Ләкин Изге Яҙмала төп нөсхә яҙылған телдәрҙә ул исем, ғәҙәттә, Алланың тоғро хеҙмәтселәренең доғалары һәм мәҙхиәләрендә, йәғни маҡтау йырҙарында, яҡынса 7 000 тапҡыр осрай.