Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар

Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар

Гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүе мөмкинме?

Алланың кисереүен алыу ауыр түгел

Изге Яҙма буйынса, бөтә кеше лә гонаһлы. Гонаһҡа тартылыу беҙгә тәүге кеше Әҙәмдән күскән. Шул арҡала беҙ ҡайһы ваҡыт насар эштәр ҡылабыҙ һәм һуңыраҡ үкенәбеҙ. Алла Улы Ғайса Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үҙ ғүмерен биргән. Уның йолом ҡорбаны нигеҙендә Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерә ала. Был — Алланың бүләге. (Римдарға 3:23, 24-те уҡығыҙ.)

Ҡайһы берәүҙәр элек ауыр гонаһтар ҡылған, һәм хәҙер уларҙы, ҡасан да булһа Алла кисерерме икән, тигән һорау борсой. Алла Һүҙендә ошондай ышандырыу бар: «[Алла] Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра» (1 Яхъя 1:7). Әгәр кеше дөрөҫ ҡараш һаҡлап, ысын күңелдән тәүбә итһә, Йәһүә хатта иң ауыр гонаһтарҙы ла кисерергә әҙер. (Ишағыя 1:18-ҙе уҡығыҙ.)

Алла беҙҙе кисерһен өсөн, нимә эшләргә?

Алла беҙҙе кисерһен өсөн, уның хаҡында белем алырға: уның юлдарын, кәңәштәрен һәм талаптарын аңларға тырышырға кәрәк (Яхъя 17:3). Үҙ хаталарынан тәүбә иткән һәм үҙгәрергә тырышҡан кешеләрҙе Йәһүә теләп кисерә. (Ғәмәлдәр 3:19-ҙы уҡығыҙ.)

Алланың кисереүен алыу ауыр түгел. Йәһүә беҙҙең йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы белә. Ул игелекле һәм мәрхәмәтле. Алланың беҙҙе шул тиклем яратыуы, уны эштәребеҙ менән нисек шатландырып була, тип уйланырға дәртләндермәйме ни беҙҙе? (Зәбур 103:13, 14-те уҡығыҙ.)