Йәһүҙәнең хаты 1:1—25

  • Сәләмләү һүҙҙәре (1, 2)

  • Ялған уҡытыусылар мотлаҡ хөкөм ителер (3—16)

    • Миҡаил менән Иблистең бәхәсе (9)

    • Ханухтың пәйғәмбәрлеге (14, 15)

  • Алла һөйөүендә ҡалығыҙ (17—23)

  • Бөтә дан — Аллаға (24, 25)

1  Мин, Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙә, Атабыҙ Алла һайлап алған, яратҡан һәм Ғайса Мәсих менән бергә булыр өсөн һаҡлаған кешеләргә яҙам. 2  Алла һеҙгә мәрхәмәтен, тыныслығы менән яратыуын мул итеп яуҙырһын! 3  Һөйөклөләрем, хатымда уртаҡ ҡотолоуыбыҙ тураһында яҙырға бик теләһәм дә, мин һеҙҙе изгеләргә бер тапҡыр һәм мәңгегә бирелгән иман өсөн бар көсөгөҙҙө һалып көрәшергә дәртләндереүҙе кәрәк тип таптым. 4  Сөнки арағыҙға Яҙмаларҙа инде күптән хөкөм сығарылған кешеләр үтеп инде. Был кешеләр Алланан ҡурҡмай, уның сикһеҙ игелеген оятһыҙ тәртипте* аҡлар өсөн ҡуллана һәм эштәре менән берҙән-бер Хужабыҙ Ғайса Мәсихтән ваз кисә. 5  Һеҙ инде быларҙың барыһын белһәгеҙ ҙә, иҫегеҙгә төшөргөм килә: Йәһүә, үҙ халҡын Мысырҙан ҡотҡарғандан һуң, аҙаҡ имандары булмағандарҙы һәләк иткән. 6  Шулай уҡ үҙ дәрәжәләрен* һаҡламайынса, тейешле торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе ул, бөйөк көндә хөкөм ҡарарын тормошҡа ашырғанға тиклем, мәңгелек сылбырҙар менән быуып, дөм ҡараңғылыҡта тота. 7  Тап шулай уҡ Садум, Ғамура һәм уларҙың янындағы ҡалалар ҡот осҡос аҙғынлыҡ* һәм енси боҙоҡлоҡҡа батҡан булған. Улар, мәңгелек ут язаһына дусар ителеп, беҙҙең өсөн киҫәтеү булып тора. 8  Шуға ҡарамаҫтан, арағыҙға үтеп ингән кешеләр хыялдарға бирелә, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың тәндәрен нәжесләй*, хакимлыҡты күрә алмай һәм Алла данға лайыҡ иткәндәрҙе яманлап һөйләй. 9  Хатта баш фәрештә Миҡаил, Иблис менән Мусаның кәүҙәһе тураһында бәхәсләшкәндә, уны яман һүҙҙәр менән хөкөм итергә баҙнат итмәгән, ләкин: «Һине Йәһүә хөкөм итһен», — тигән. 10  Әммә был кешеләр үҙҙәре ысынында аңламаған бөтә нәмәне яманлап һөйләйҙәр. Ә инде аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғо* буйынса нимәне аңлайҙар, шуның менән шөғөлләнәләр, шулай итеп үҙ-үҙҙәрен аҙҙыралар. 11  Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабилдың юлынан китте, еңел табыш артынан ҡыуып, Билғамдың юлына баҫты һәм, Ҡорах кеүек фетнәсел һүҙҙәр һөйләп, үҙҙәрен һәләкәткә дусар итте. 12  Был кешеләр һеҙҙең менән дуҫлыҡ мәжлестәрегеҙҙә* ултыра, ләкин улар — һыу аҫтындағы ҡаялар, оятһыҙланып ҡорһаҡтарын тултырған көтөүселәр. Улар — ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар, көҙгөһөн емеш бирмәгән, ҡороп бөткән*, тамыры менән аҡтарылған ағастар, 13  хурлыҡлы эштәренең күбеген үргә ҡалҡытҡан ҡоторонҡо диңгеҙ тулҡындары. Улар — аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгегә дөм ҡараңғылыҡ көтә. 14  Улар тураһында Ханух та, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, былай тип пәйғәмбәрлек иткән: «Йәһүә үҙенең тиҫтәләгән мең* фәрештәләре менән килде. 15  Ул барыһын хөкөм итеп, Алланан ҡурҡмаған кешеләргә ҡылған яуыз эштәре өсөн һәм был гонаһ ҡылыусылар уны яманлап әйткән бөтә шаҡ ҡатырғыс һүҙҙәре өсөн яза бирергә килде». 16  Был кешеләр тормоштарынан зарлана, туҡтауһыҙ һуҡрана һәм үҙ теләктәре буйынса эш итә. Улар самаһыҙ маҡтана һәм, үҙ файҙаһын эҙләп, башҡаларға юхалана*. 17  Һеҙ иһә, һөйөклөләрем, Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре әйткән* һүҙҙәрҙе иҫегеҙгә төшөрөп тороғоҙ. 18  Улар һеҙгә былай тигәйне: «Һуңғы ваҡытта үҙҙәренең гонаһлы теләктәре буйынса эш иткән мыҫҡыллап көлөүсе кешеләр сығасаҡ». 19  Ундай кешеләр бүленештәр тыуҙыра, үҙҙәрен хайуандарса тота, уларҙа Алла рухы юҡ. 20  Ә һеҙ, һөйөклөләрем, изгеләрҙән-изге иманығыҙ ярҙамында үҙегеҙҙе нығытығыҙ һәм изге рух йүнәлешенә ярашлы доға ҡылығыҙ. 21  Шул саҡта һеҙ, Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек тормошҡа алып барған мәрхәмәтен көткән арала, Алланың һөйөүендә ҡала алырһығыҙ*. 22  Бынан тыш, шиктәре булғандарға артабан да мәрхәмәт күрһәтегеҙ, 23  уларҙы уттан тартып алып ҡотҡарығыҙ. Башҡаларға ҡарата ла мәрхәмәт күрһәтеүҙән туҡтамағыҙ, ләкин быны ҡурҡыу менән эшләгеҙ, хатта уларҙың гонаһ менән тапланған кейемен дә нәфрәт итегеҙ. 24  Ә һеҙҙе абынып йығылыуҙан һаҡлай алған һәм ҙур ҡыуанысҡа солғап, үҙенең даны алдына саф килеш баҫтыра алған, 25  беҙҙе Хужабыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарған берҙән-бер Аллаға мәңгелектән мәңгелеккә мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын! Амин.

Төшөрмәләр

Грекса асе́лгейа. Һүҙлектә «Оятһыҙ тәртип» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «урындарын».
Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәғни тәндәрен енси әхлаҡһыҙлыҡ менән нәжесләй.
Йәғни инстинкт.
Йәки «ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтер өсөн ойошторолған мәжлестәрҙә».
Һүҙмә-һүҙ «ике тапҡыр үлгән».
Йәки «иҫәпһеҙ күп».
Йәки «башҡалар менән һоҡлана».
Йәки «алдан әйткән».
Йәки «Алланың һөйөүенә лайыҡ була алырһығыҙ»