Марк яҙған 12:1—44

  • Яуыз йөҙөм үҫтереүселәр тураһында миҫал (1—12)

  • Алла һәм батша (13—17)

  • Терелеү тураһында һорау (18—27)

  • Ике иң мөһим әмер (28—34)

  • Мәсих Дауыт улымы? (35—37а)

  • Ҡанун белгестәренән һаҡланығыҙ (37б—40)

  • Ярлы тол ҡатындың ике ваҡ тәңкәһе (41—44)

12  Шунан Ғайса кешеләргә миҫалдар килтереп һөйләй башланы. Ул былай тине: «Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙгес яһаған һәм ҡарауыл манараһы төҙөгән. Шунан һуң ул баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға* биреп, үҙе сит илгә сығып киткән. 2  Ваҡыт еткәс, уңыштан үҙ өлөшөн алыр өсөн, ул йөҙөм үҫтереүселәргә бер хеҙмәтсеһен ебәргән. 3  Әммә улар уны тотоп алып туҡмаған да буш ҡул менән ҡайтарып ебәргән. 4  Йөҙөм баҡсаһының хужаһы уларға икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә улар уның башын ярып, мәсхәрәләп ҡыуып сығарған. 5  Шунда ул тағы бер хеҙмәтсеһен ебәргән, ләкин улар уны үлтергән. Ул башҡа күп хеҙмәтселәрен дә ебәргән, әммә берәүҙәрен улар туҡмаған, ә икенселәрен үлтергән. 6  Хужаның тағы яратҡан улы булған. Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр тип уйлап, ул уны иң аҙаҡтан ебәргән. 7  Әммә йөҙөм үҫтереүселәр бер-береһенә: „Был вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек, шунда мираҫ беҙҙеке булыр“, — тигән. 8  Улар уны тотоп алып үлтергән дә йөҙөм баҡсаһынан сығарып ташлаған. 9  Баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул килеп, шул йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. 10  Яҙмаларҙа: „Төҙөүселәр кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы* булып китте. 11  Был — Йәһүәнең эше, һәм ул беҙҙең өсөн ғәжәп“, — тиелгәнде бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни?» 12  Дин башлыҡтары, Ғайсаның был миҫалда үҙҙәре хаҡында һөйләгәнен аңлап ҡалғас, уны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡты. Шуға уны ҡалдырып, китеп барҙылар. 13  Шунан һуң улар, бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, Ғайса янына бер нисә фарисейҙы һәм Һируд яҡлыларҙы ебәрҙе. 14  Тегеләре килеп, былай тине: «Остаз, беҙ һинең һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләгәнеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмағаныңды беләбеҙ, сөнки һин кешенең тотҡан дәрәжәһенә ҡарамайһың, ә Алла юлына хәҡиҡәт буйынса өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға* һалым* түләү дөрөҫмө, юҡмы? 15  Беҙгә түләргәме йә түләмәҫкәме?» Уларҙың ике йөҙлөлөгөн күреп, Ғайса: «Нишләп мине һынайһығыҙ? Миңә динар* алып килегеҙ», — тине. 16  Улар килтергәс, Ғайса: «Бында кемдең һүрәте һәм исеме?» — тип һораны. «Ҡайсарҙыҡы», — тине улар. 17  Шунда ул: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ», — тине. Улар уның яуабына хайран ҡалды. 18  Шунан уның янына терелеүҙе кире ҡаҡҡан саддукейҙар* килеп, былай тип һораны: 19  «Остаз, Муса беҙгә: „Әгәр ҙә өйләнгән ир кеше балаһы булмайынса үлеп китһә, уның ир туғаны тол ҡалған ҡатынына өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итергә тейеш“, — тип яҙып ҡалдырған. 20  Ағалы-ҡустылы ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән, әммә балаһы булмайынса үлеп киткән. 21  Шунда уның тол ҡалған ҡатынына икенсеһе өйләнгән. Әммә ул да бала ҡалдырмай үлеп киткән. Өсөнсөһө менән дә шундай уҡ хәл булған. 22  Шулай итеп етеһе лә бала ҡалдырмайынса вафат булған. Ахыр сиктә теге ҡатын да үлгән. 23  Терелеп торғас, ул кемдең ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уға өйләнгән булған бит». 24  Ғайса уларға былай тине: «Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Яҙмаларҙы ла, Алла ҡөҙрәтенең ни тиклем ҙур икәнен дә белмәйһегеҙ. 25  Терелгән кешеләр өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булыр. 26  Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабында Алланың янып торған ҡыуаҡ янында уға: „Мин Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһы“, — тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 27  Ул үлеләрҙең Аллаһы түгел, ә тереләрҙең Аллаһы. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ». 28  Уларҙың бәхәсләшкәнен бер ҡанун белгесе ишетеп торҙо. Ғайсаның уларға яҡшы итеп яуап биргәнен күргәс, ул унан: «Әмерҙәрҙең ҡайһыһы иң мөһиме?» — тип һораны. 29  Ғайса яуапланы: «Иң мөһиме бындай: „Тыңла, Исраил, беҙҙең Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә. 30  Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең*, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат“. 31  Ә икенсеһе былай: „Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат“. Ошо әмерҙәрҙән мөһимерәк әмер юҡ». 32  «Һин яҡшы әйттең, Остаз, — тине ҡанун белгесе. — Һин хаҡһың*. „Ул — берҙән-бер Алла, бүтән Алла юҡ“. 33  Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу, шулай уҡ яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу тотош яндырыу ҡорбандарынан да, башҡа төрлө ҡорбандарҙан да мөһимерәк». 34  Шул кешенең аңлап яуап биргәнен күргәс, Ғайса: «Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел», — тине. Бынан һуң берәү ҙә уға һорауҙар бирергә ҡыйманы. 35  Ғибәҙәтханала өйрәтеүен дауам итеп, Ғайса һораны: «Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт улы тиҙәр? 36  Дауыт бит үҙе изге рух тәьҫире аҫтында былай тигән: „Йәһүә Хужама әйтте: „Дошмандарыңды аяғың аҫтына һалғанға тиклем, минең уң яғымда ултыр“. 37  Дауыт үҙе уны Хужам тип атай икән, нисек ул уның улы була алһын?» Күптәр Ғайсаны рәхәтләнеп тыңлай ине. 38  Ул өйрәтеүен дауам итте: «Ҡанун белгестәренән һаҡланығыҙ. Уларға оҙон кейем кейеп йөрөү оҡшай, улар баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәнде ярата, 39  синагогаларҙа алғы* урындарҙы алырға һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 40  Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен* тартып ала һәм, кешеләр күрһен өсөн, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Уларға ҡатыраҡ хөкөм сығарылыр». 41  Шунан Ғайса иғәнә һауыттарын күрерлек итеп ултырҙы ла кешеләрҙең шул һауыттарға аҡса һалғанын күҙәтә башланы. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42  Ә бер ярлы тол ҡатын килеп, ике ваҡ тәңкә* төшөрҙө. 43  Шунда ул шәкерттәрен саҡырып алды ла былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын иғәнә һауытына барыһынан да күберәк һалды. 44  Сөнки уларҙың бөтәһе лә үҙҙәренән артып ҡалғанын, ә ул, ярлы булһа ла, үҙендә булғандың барыһын да һалды».

Төшөрмәләр

Йәғни арендаға.
Һүҙмә-һүҙ «мөйөш башы». Был таш мөйөштә берләшкән ике стенаның башына ҡуйылып, уны ныҡ иткән.
Йәғни цезарға.
Йәки «йән башынан йыйыла торған һалым».
3,85 грамлыҡ Рим көмөш тәңкәһе.
Йәки «һин хәҡиҡәткә ярашлы әйттең».
Йәки «иң яҡшы».
Һүҙмә-һүҙ «йорттарын».
Һүҙмә-һүҙ «ике лепта, йәғни бер кодрант». Ике лептаны яҡынса 10 минут эш өсөн түләгәндәр.