Матфай яҙған 11:1—30
11 Ғайса, 12 шәкертенә нәсихәт биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтергә һәм вәғәзләргә китте.
2 Төрмәлә ултырған Яхъя, Мәсихтең ҡылған эштәре тураһында ишеткәс, уға шәкерттәрен ебәреп:
3 «Килергә тейешле Зат һинме, әллә беҙгә башҡа берәүҙе көтөргәме?» — тип һораны.
4 Ғайса яуап бирҙе: «Барығыҙ, Яхъяға ишеткән-күргәндәрегеҙҙе һөйләп бирегеҙ:
5 һуҡырҙар күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар һауыға, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелә һәм ярлыларға һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнә.
6 Минең арҡала иманын юғалтмаған* кеше бәхетле».
7 Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында былай тине: «Һеҙ сүлгә нимә күрергә барҙығыҙ? Елгә тирбәлгән ҡамыштымы?
8 Нимә күрергә барҙығыҙ һуң? Затлы кейем кейгән кешенеме? Затлы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй бит.
9 Улайһа, нимә тип унда барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙе күрергә типме? Эйе, һеҙгә әйтәм: Яхъя — пәйғәмбәр, әммә ул бөтә башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән бөйөгөрәк.
10 Тап уның хаҡында: „Мин һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрермен, ул һинең өсөн юл әҙерләр“, — тип яҙылған.
11 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа йәшәгән кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә булмаған, әммә күктәр Батшалығында иң кесеһе унан бөйөгөрәк.
12 Сумдырыусы Яхъя көндәренән алып кешеләр күктәр Батшалығына инергә ынтыла, һәм бөтә көсөн һалғандар был маҡсатҡа ирешә.
13 Сөнки пәйғәмбәрҙәр яҙмалары ла, Муса ҡануны ла Яхъяға тиклем пәйғәмбәрлек иткән.
14 Ҡабул итәһегеҙме быны, юҡмы, ул — „килергә тейешле Ильяс“.
15 Ҡолағы булғандар тыңлаһын!
16 Был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Улар баҙар майҙанында ултырған һәм иптәштәренә былай тип ҡысҡырған балаларға оҡшаш:
17 „Беҙ һеҙгә флейтала уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ үкереп иланыҡ, ә һеҙ ҡайғырманығыҙ*“.
18 Шуның шикелле, Яхъя килде, ашамай-эсмәй, ә кешеләр: „Уға ен эйәләшкән“, — тиҙәр.
19 Әҙәм Улы килде, ашай-эсә, ә кешеләр: „Ҡарағыҙ! Бирән һәм эскесе*, һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы“, — тиҙәр. Әммә аҡыллылыҡ* эштәре менән раҫлана».
20 Шунан Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбә итмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы:
21 «Ҡайғы һиңә, Харазин! Ҡайғы һиңә, Бәйтсәйҙә! Сөнки һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир менән Сидонда ҡылынған булһа, улар инде күптән ҡыл туҡымаға* уранып һәм көлгә ултырып тәүбә итер ине.
22 Әммә һеҙгә әйтәм: Хөкөм көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.
23 Ә һин, Кәпернағум, күккә тиклем күтәрелермен, тип уйлайһыңмы? Юҡ, һин ҡәбергә* төшәсәкһең. Сөнки һиндә эшләнгән мөғжизәләр Садумда эшләнгән булһа, ул хәҙерге көнгә тиклем торор ине.
24 Әммә һеҙгә әйтәм: Хөкөм көнөндә Садумға һиңә ҡарағанда еңелерәк булыр».
25 Шунан Ғайса былай тине: «Атай, күкте һәм ерҙе Булдырыусы, һине барыһы алдында данлайым, сөнки һин быны аҡыллылар менән зирәктәрҙән йәшереп, сабыйҙарға астың.
26 Эйе, Атай, сөнки һин быны яҡшы тип таптың.
27 Атайым миңә барыһын да тапшырҙы. Улын Атанан яҡшыраҡ берәү ҙә белмәй, Атаны ла Улынан һәм Улы Атаны асырға теләгән кешенән яҡшыраҡ берәү ҙә белмәй.
28 Эштән йонсоғандар, ауыр йөк күтәреп йөрөгәндәр, бөтәгеҙ ҙә миңә килегеҙ. Мин һеҙгә көс бирермен.
29 Минең ҡамытымды кейегеҙ һәм минән өйрәнегеҙ, сөнки мин йыуаш һәм үҙемде кесе итеп тотам, шул саҡта һеҙгә хәл керер.
30 Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел».
Төшөрмәләр
^ Йәки «абынмаған».
^ Йәки «ҡайғырып күкрәгегеҙгә һуҡманығыҙ».
^ Йәки «шарап эсергә яратыусы».
^ Йәки «аҡыллылыҡтың тәҡүәлеге».