Матфай яҙған 28:1—20
28 Шәмбе көнө үтеп китте, һәм аҙнаның беренсе көнөнөң таңында Мағдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға килде.
2 Унда, күктән Йәһүәнең фәрештәһе төшкәнгә, көслө ер тетрәү булған. Фәрештә ҡәбер ауыҙынан ташты шылдырған да хәҙер шул таштың өҫтөндә ултыра ине.
3 Уның ҡиәфәте йәшенгә оҡшаш, ә кейеме ҡар кеүек аҡ ине.
4 Уны күргәс, һаҡсылар ҡурҡыштан ҡалтыранып, ҡатып ҡалды*.
5 Фәрештә ҡатындарға әйтте: «Ҡурҡмағыҙ, мин беләм: һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерелгән Ғайсаны эҙләйһегеҙ.
6 Ул бында юҡ. Ул, үҙе әйткәнсә, үленән терелеп торҙо. Килегеҙ, уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.
7 Шунан тиҙ генә барып, уның шәкерттәренә: „Ғайса терелеп торҙо. Ул һеҙҙе Ғәлиләйәлә көтөр, һеҙ уны шунда күрерһегеҙ“, — тип хәбәр итегеҙ. Мин һеҙгә ошоно әйтер өсөн килдем».
8 Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан китә һалдылар һәм барыһын да уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.
9 Ҡапыл ҡаршыларына Ғайса килеп сығып, уларҙы сәләмләне. Улар уның янына килеп, аяҡтарына тотондо ла йөҙ түбән ҡапланды.
10 Шунда Ғайса: «Ҡурҡмағыҙ! Барығыҙ, ҡәрҙәштәремә әйтегеҙ, Ғәлиләйәгә барһындар. Улар мине шунда күрер», — тине.
11 Ҡатындар әле юлда булғанда, ҡайһы бер һаҡсылар ҡалаға барып, өлкән руханиҙарға булған хәлде һөйләп бирҙеләр.
12 Тегеләре, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп аҡса* бирҙеләр ҙә
13 былай тинеләр: «„Төнөн, беҙ йоҡлағанда, шәкерттәре килеп, уның кәүҙәһен урлап алып киткән“, — тип әйтегеҙ.
14 Әгәр инде был хаҡта идарасы белеп ҡалһа, борсолмағыҙ, беҙ уға барыһын да аңлатырбыҙ*».
15 Ғәскәриҙәр аҡсаны алды ла, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләне. Был ялған хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
16 Ә 11 шәкерт Ғәлиләйәгә, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте.
17 Ғайсаны күргәс, шәкерттәр уның алдында йөҙ түбән ҡапланды. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр уның Ғайса икәненә шикләнде.
18 Ул яндарына килеп, былай тине: «Миңә күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ бирелде.
19 Шуға күрә бөтә халыҡ кешеләренә барығыҙ һәм уларҙы минең шәкерттәрем итегеҙ; Атаны, Улды һәм изге рухты ҡабул иткән кешеләрҙе һыуға сумдырығыҙ*
20 һәм мин һеҙгә ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: был замандың ахырына* тиклем мин көн дә һеҙҙең менән булам».
Төшөрмәләр
^ Йәки «үлгән кеүек булды».
^ Һүҙмә-һүҙ «көмөш».
^ Йәки «уны ышандырырбыҙ».
^ Һүҙмә-һүҙ «Ата, Ул һәм изге рух хаҡына һыуға сумдырығыҙ».
^ Һүҙлектә «Был замандың һуңғы көндәре» тигән мәҡәләне ҡ.