Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ БҮЛЕК

Йәһүәгә бергәләп ғибәҙәт ҡылығыҙ

Йәһүәгә бергәләп ғибәҙәт ҡылығыҙ

«Күкте, ерҙе... яратҡан Хоҙайға табынығыҙ» (Асыш 14:7).

Был брошюранан белгәнебеҙсә, Изге Яҙмаларҙа һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә ярҙам итә алған күп принциптар бар. Йәһүә һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләй. Әгәр Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйып йәшәһәгеҙ, ул һеҙҙе бар кәрәклеһе менән тәьмин итергә вәғәҙә итә (Маттай 6:33). Ул һеҙҙең менән дуҫлашырға бик теләй. Алла менән дуҫлығығыҙҙы нығытыр өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланығыҙ. Алланың дуҫы булыу — кеше өсөн иң ҙур хөрмәт (Маттай 22:37, 38).

1. ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫҒЫҘҘЫ НЫҒЫТЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «„Мин һеҙгә ата булырмын, ә һеҙ улдарым һәм ҡыҙҙарым булырһығыҙ“, — ти Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Йәһүә» (2 Көринттәргә 6:18). Алла һеҙҙе яҡын дуҫы итеп күргеһе килә. Был яҡтан доға мөһим роль уйнай. Йәһүә һеҙҙе: «Өҙлөкһөҙ доға ҡыл», — тип саҡыра (1 Тессалуникиҙарға 5:17). Әлбиттә, ул күңел түрендә булған уйҙарыбыҙҙы һәм борсолоуҙарыбыҙҙы белә, шулай ҙа улар тураһында үҙебеҙҙән ишетергә бик ныҡ теләй (Филиппийҙарға 4:6). Һеҙ ғаиләгеҙ менән бергә доға ҡылғанда, улар һеҙҙең Аллаға ни тиклем ныҡ ышанғанығыҙҙы күрә.

Ләкин Аллаға доға ҡылыуҙан тыш, уның әйткәндәренә лә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Бының өсөн Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы өйрәнегеҙ (Мәҙхиә 1:1, 2). Уҡығанығыҙ тураһында уйланығыҙ (Мәҙхиә 77:11, 12). Алланы тыңлар өсөн шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөгөҙ (Мәҙхиә 122:1—4).

Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытыр өсөн йәнә бер мөһим ысул — уның хаҡында башҡаларға һөйләү. Алла тураһында күберәк һөйләһәгеҙ, уға тағы ла яҡыныраҡ булып киткәнегеҙҙе һиҙерһегеҙ (Маттай 28:19, 20).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Изге Яҙмаларҙы уҡыр өсөн һәм доға ҡылыр өсөн көн дә ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ

  • Ғаиләгеҙҙә беренсе урында күңел асыуҙар менән ял итеү түгел, ә рухи эштәр торһон

2. ҒАИЛӘГЕҘ МЕНӘН ШАТЛАНЫП ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуп 4:8). Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы алдан планлаштырығыҙ һәм шул план буйынса эш итеп, уны даими үткәрегеҙ (Башланмыш 18:19). Ләкин был ғына әле аҙ. Алла көндәлек тормошоғоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш. Әгәр һеҙ «[Алла һүҙҙәре] тураһында өйҙә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләһәгеҙ», ғаиләгеҙҙең Алла менән мөнәсәбәттәре нығыясаҡ (Ҡанун 6:6, 7). Йошуа пәйғәмбәрҙән үрнәк алығыҙ. Ул былай тип әйткән: «Мин һәм минең йортом — беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итәсәкбеҙ» (Йошуа 24:15).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Һәр ғаилә ағзаһының ихтыяждарын иҫәпкә алып, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен яҡшы ойоштороғоҙ һәм уны даими үткәрегеҙ