5-СЕ БҮЛЕК
Туғандар менән нисек татыу йәшәргә?
«Игелек, тыйнаҡлыҡ, йыуашлыҡ һәм сабырлыҡты кейемде кейгәндәй кейегеҙ» (Көләсәйҙәргә 3:12).
Никах теркәү менән яңы ғаилә тыуа. Һис шикһеҙ, һеҙ ата-әсәйегеҙҙе яратаһығыҙ һәм хөрмәт итәһегеҙ, шулай ҙа хәҙер тормош иптәшегеҙ һеҙҙең өсөн ерҙәге иң мөһим кеше булып тора. Бәлки, ҡайһы бер туғандарығыҙға бындай үҙгәреште ҡабул итеүе ауырҙыр. Яңы ғаилә ҡорған саҡта туғандар менән нисек татыу йәшәргә? Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса эш итеү һеҙгә был өлкәлә аҡыллы ҡараш һаҡларға ярҙам итәсәк.
1. ТУҒАНДАРЫҒЫҘҒА ҠАРАТА ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Ата-әсәйеңде хөрмәт ит» (Эфестарға 6:2). Һеҙгә нисә генә йәш булмаһын, ата-әсәйегеҙҙе һәр саҡ ихтирам итергә кәрәк. Тормош иптәшегеҙ ҙә кемдеңдер улы йәки ҡыҙы икәнлеген онотмағыҙ, ул да ата-әсәһенә иғтибар бүлергә тейеш. «Мөхәббәт көнсөл түгел», шуға күрә тормош иптәшегеҙҙе уның ата-әсәһенән көнләшмәгеҙ (1 Көринттәргә 13:4; Галаттарға 5:26).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
-
Бындай дөйөмләштереүҙәрҙән һаҡланығыҙ: «Ата-әсәйең һәр ваҡыт миңә бәйләнә» йәки «Нимә генә эшләһәң дә, әсәйеңә ярап булмай»
-
Бөтә нәмәгә тормош иптәшегеҙ күҙлегенән сығып ҡарарға тырышығыҙ
2. ҠАРАРЫҒЫҘҘА НЫҠ ТОРОҒОҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Бына шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:24). Туйҙан һуң ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең өсөн һаман да яуаплылыҡ тойоп, тормошоғоҙҙа нисек тә булһа ҡатнашырға тырышырға мөмкин.
Һеҙгә шуны билдәләргә кәрәк: туғандарығыҙ ғаиләгеҙҙең ниндәй эштәрендә ҡатнашасаҡ. Шунан һуң уларға бының тураһында ипле генә әйтегеҙ. Асыҡтан-асыҡ һөйләү тупаҫ һөйләүҙе аңлатмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1). Баҫалҡы, йыуаш һәм түҙемле булыу туғандарығыҙ менән дуҫ булып йәшәргә һәм «бер-берегеҙҙе яратып, сабырлыҡ күрһәтергә» ярҙам итәсәк (Эфестарға 4:2).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
-
Туғандар тормошобоҙға ҡыҫыла, тип борсолһағыҙ, тормош иптәшегеҙ менән бының тураһында тыныс ҡына һөйләшегеҙ
-
Нимә эшләргә? Үҙегеҙҙе нисек тоторға? Был һорауҙарҙы ҡарап сығып бер фекергә килегеҙ