Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЕТЕНСЕ БҮЛЕК

Ул «Йәһүә алдында үҫә барҙы»

Ул «Йәһүә алдында үҫә барҙы»

1, 2. Ниндәй шарттарҙа Ишмуил израилдәргә мөрәжәғәт итә, һәм уға ни өсөн уларҙы тәүбәгә килтерергә кәрәк?

ИШМУИЛ израилдәрҙең йөҙҙәренә текләп ҡарай. Тиҫтәләгән йылдар буйы пәйғәмбәр һәм хөкөмсө булып хеҙмәт иткән был тоғро кешенең ҡушыуы буйынса, бөтә халыҡ Гилғал ҡалаһына йыйылған. Хәҙерге календарь буйынса май йә июнь айы тора. Ҡоролоҡ миҙгеле инде башланған. Баҫыуҙарҙа алтын бойҙай башаҡланған, уны урып алырға ваҡыт еткән. Йыйылған халыҡ өндәшмәй тора. Һөйләгәндәре йөрәктәренә үтеп инһен өсөн, Ишмуилға ниндәй һүҙҙәр һайларға?

2 Израилдәр үҙҙәренең ни тиклем ауыр хәлдә икәнен әле аңламай. Кешеләр араһынан батша ҡуйыуҙы талап итеп, улар үҙҙәренең Йәһүә Алланы һәм уның пәйғәмбәрен һанға һуҡмауын төшөнмәй. Асылда, улар Йәһүәне — үҙҙәренең Батшаларын кире ҡаға. Уларҙы тәүбәгә килтерер өсөн, Ишмуил пәйғәмбәргә нимә эшләргә?

Ишмуилдың бала сағы беҙҙе Йәһүәгә көслө иман үҫтерергә һәм кире йоғонтоға бирешмәҫкә өйрәтә

3, 4. а) Ни өсөн Ишмуил йәш сағын иҫкә ала? б) Ни өсөн Ишмуил ҡалдырған иман өлгөһө беҙгә файҙа килтерә ала?

3 Ишмуил халыҡҡа: «Мин инде ҡартайҙым, сәсемә сал инде», — ти. Сал сәсле булғанға, уның һүҙҙәре тағы ла әһәмиәтлерәк булып яңғырай. Ул былай тип дауам итә: «Мин һеҙҙең менән йәш сағымдан алып бөгөнгә тиклем етәкселек иттем» (1 Иш. 11:14, 15; 12:2). Олоғайһа ла, Ишмуил йәш сағын онотмаған. Шул көндәр тураһындағы иҫтәлектәре уның хәтерендә әле лә һаҡлана. Йәш сағында ҡабул иткән ҡарарҙары Ишмуилға Йәһүә Аллаға тоғро булып ҡалырға һәм уға ысын күңелдән бирелгәнлек менән хеҙмәт итергә ярҙам иткән.

4 Иманһыҙ һәм тоғролоҡһоҙ кешеләр араһында йәшәһә лә, Ишмуил һәр ваҡыт иманын үҫтереп, уны нығытып торған. Бөгөнгө иманһыҙлыҡ менән тулған боҙоҡ донъяла ла иман үҫтереү бик ауыр. (Лука 18:8-ҙе уҡы.) Беҙ Ишмуилдан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Әйҙә, башта уның бала сағына иғтибар итәйек.

«Малай ғына булһа ла... Йәһүәгә хеҙмәт иткән»

5, 6. Ишмуилдың бала сағы нимә менән айырылып торған, һәм ни өсөн уның ата-әсәһе сатырҙа улдары хаҡында ҡайғыртып торасаҡтарына бер ҙә шикләнмәгән?

5 Ишмуилдың бала сағы ғәҙәти булмаған. Уны имсәктән айырғандан һуң күп тә үтмәҫтән — бәлки, уға өс йә саҡ ҡына күберәк йәш булғанда — ул Йәһүәнең Шилолағы изге сатырында хеҙмәт итә башлаған. Шило уның тыуған ҡалаһы Раманан 30 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан булған. Уның ата-әсәһе Илкана менән Һанна улдары Ишмуилды Йәһүәгә бағышлаған, һәм ул ғүмере буйы нәҙир булып махсус хеҙмәттә ҡатнашҡан *. Был ата-әсәһе уны яратмаған һәм ташлап киткән тигәнде аңлатамы?

6 Һис тә юҡ! Улар Шилола Ишмуил хаҡында яҡшы итеп ҡайғыртып торасаҡтар тип ышанған. Һис шикһеҙ, баш рухани Илий үҙе янында хеҙмәт иткән Ишмуилға күҙ-ҡолаҡ булып торған. Унда шулай уҡ сатыр менән бәйле эштәр башҡарған ҡатындар ҙа булған (Сығ. 38:8; Хөк. 11:34—40).

7, 8. а) Ишмуилдың ата-әсәһе улдарын йылдар дауамында нисек яратыу менән рухландырған? б) Бөгөн ата-әсәләр Ишмуилдың ата-әсәһенән нимәгә өйрәнә ала?

7 Һанна менән Илкана доғаға яуап булып тыуған беренсе ғәзиз улдарын бер ҡасан да онотмаған. Һанна Алланан бала биреүен һораған һәм тыуасаҡ улын изге хеҙмәткә бағышларға вәғәҙә биргән. Сатырға йыл һайын килгән саҡтарында ул Ишмуилға изге хеҙмәт башҡарыу өсөн тегелгән яңы еңһеҙ күлдәк килтергән. Әлбиттә, был бәләкәй генә малай әсәһе менән осрашыуҙарҙы бик ҡәҙерләгән. Һис һүҙһеҙ, ғәзиз ата-әсәһе уны, бындай махсус урында Йәһүәгә хеҙмәт итеү бик ҙур хөрмәт, тип өйрәткән, һәм Ишмуил уларҙың дәртләндергес һүҙҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен шатлыҡ менән ҡабул иткән.

8 Хәҙерге заманда ата-әсәләр Һанна менән Илкана үрнәгенән күп нәмәгә өйрәнә ала. Йыш ҡына ата-әсәләр, балаларының рухи ихтыяждарын онотоп, бөтә иғтибарҙарын физик ихтыяждарҙы ҡайғыртыуға туплай. Ләкин Ишмуилдың ата-әсәһе рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйған һәм шулай итеп улдарының рухи кеше булып үҫеүенә ҙур өлөш индергән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6-ны уҡы.)

9, 10. а) Сатырҙы һәм Ишмуилдың уға ҡарата булған хистәрен тасуирлап бир. (Төшөрмәне лә ҡара.) б) Ишмуилдың ниндәйерәк вазифалары була алған, һәм, һинеңсә, хәҙерге йәштәр уның үрнәгенә нисек эйәрә ала?

9 Күҙ алдыңа килтер, үҫеп килгән малай Шило тирәһендәге ҡалҡыулыҡтарҙы байҡай, өҫтән ҡалаға һәм яҡында ғына йәйелеп ятҡан үҙәнгә ҡарай. Ә Йәһүәнең изге сатырын күргәндә, уның йөрәге ниндәй шатлыҡ һәм ғорурлыҡ менән тулалыр! Был сатыр ысындан да изге урын булған *. Яҡынса 400 йыл элек Муса етәкселегендә төҙөлгән был сатыр ер йөҙөндә хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың берҙән-бер үҙәге булып ҡала.

10 Ишмуилдың изге сатырҙы яратыуы көндән-көн арта барған. Уның һуңыраҡ яҙған китабында беҙ бындай һүҙҙәр уҡыйбыҙ: «Ишмуил иһә, малай ғына булһа ла, етен ефод кейеп, Йәһүәгә хеҙмәт итә ине» (1 Иш. 2:18). Күрәһең, был ябай ғына еңһеҙ кейем Ишмуилдың сатырҙа руханиҙарға ярҙам итеүен күрһәтеп торған. Руханиҙар нәҫеленән булмаһа ла, уның иртән сатырҙың ишектәрен асыу һәм олоғайған Илийға булышлыҡ итеү кеүек билдәле бер вазифалары булған. Ишмуилға йөкләмәләрен үтәү бик оҡшаған, ләкин, бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, уның эскерһеҙ күңеленә шом кергән. Йәһүәнең йортонда бик әшәке эштәр ҡылынып ятҡан.

Боҙоҡлоҡҡа ҡарамаҫтан, саф ҡалған

11, 12. а) Хөфни менән Пинхәстең гонаһтарының төп сәбәбе нимәлә булған? б) Хөфни менән Пинхәс изге сатырҙа ниндәй яуыз һәм боҙоҡ эштәр ҡылған? (Төшөрмәне лә ҡара.)

11 Бала ғына сағында Ишмуилға яуыз һәм боҙоҡ эштәргә шаһит булырға тура килгән. Илийҙың Хөфни һәм Пинхәс исемле ике улы булған. Ишмуил китабында: «Илийҙың улдары иһә яуыз кешеләр ине. Улар Йәһүәне һанға һуҡманылар», — тиелә (1 Иш. 2:12). Был шиғырҙа ике фекер бер-береһенә бәйләнеп килә. Хөфни менән Пинхәс «яуыз кешеләр», һүҙмә-һүҙ «йүнһеҙлек улдары» булған, сөнки улар Йәһүәне хөрмәт итмәгән һәм уның тәҡүә нормаларын, талаптарын бөтөнләй һанға һуҡмаған. Уларҙың гонаһтарының төп сәбәбе тап ошоға бәйле булған да.

12 Алла ҡанунында руханиҙарҙың вазифалары һәм изге сатырҙа ҡорбандарҙы нисек килтерергә кәрәклеге хаҡында аныҡ күрһәтмәләр бирелгән булған. Бының өсөн етди сәбәптәр булған! Был ҡорбандар Алланың гонаһтарҙы кисерер өсөн күргән сараларын сағылдырған, улар ярҙамында халыҡ, Йәһүә ҡарашында саф булып, уның фатихаларына һәм етәкселегенә лайыҡ була алған. Әммә Хөфни менән Пинхәс арҡаһында башҡа руханиҙар ҙа ҡорбандарға ихтирамһыҙ ҡарай башлаған *.

13, 14. а) Изге сатырҙа яуызлыҡ менән осрашҡанда, эскерһеҙ кешеләр нимә хис иткән? б) Ни өсөн Илий насар атай һәм насар рухани булып сыҡҡан?

13 Шундай ауыр гонаһтар ҡылып йөрөгән кешеләрҙең язаһыҙ ҡалыуын күреп, йәш Ишмуил шаҡ ҡатҡандыр. Нисәмә ҡат уға бындай аяныс күренешкә шаһит булырға тура килгән: ярлы, баҫалҡы, бойоҡҡан кешеләр изге сатырға рухи йыуаныс һәм көс табырға өмөтләнеп килгән, әммә өмөттәре өҙөлөп, рәнйеп һәм хурлыҡҡа ҡалып ҡайтып китә торған булған. Хөфни менән Пинхәстең изге сатырҙа хеҙмәт иткән ҡайһы бер ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылып Йәһүәнең әхлаҡи нормаларын да боҙоуын белгәс, Ишмуилдың нимә хис иткәнен күҙ алдыңа килтер (1 Иш. 2:22). Бәлки, ул, Илий берәй сара күрер, тип өмөтләнгәндер.

Илий улдарының яуыз эштәрен күреп, Ишмуил, моғайын, бик ныҡ борсолғандыр

14 Был аяныс хәлде Илий үҙгәртә алған. Баш рухани булараҡ, ул сатырҙа булып ятҡан хәлдәр өсөн яуаплы булған. Ә атай булараҡ, ул улдарын төҙәтергә бурыслы булған, сөнки улар үҙҙәренә генә түгел, ә шул ерҙә йәшәгән башҡа күп кешеләргә лә зыян килтергән. Ләкин Илий насар атай һәм насар баш рухани булып сыҡҡан. Ул улдарын бары тик йомшаҡ ҡына шелтәләгән. (1 Ишмуил 2:23—25-те уҡы.) Әммә уның улдарына күпкә ҡатыраҡ яза кәрәк булған. Ундай гонаһтар ҡылып йөрөгән кешеләр үлемгә лайыҡ булған!

15. Йәһүә Илийға ниндәй ҡурҡыныс хәбәр еткергән, һәм Илийҙың ғаиләһе киҫәтеүгә нисек ҡараған?

15 Хәл шул тиклем насарланған, хатта Йәһүә Илийға ҡурҡыныс хөкөм хәбәре еткерер өсөн «Алланан бер кешене» — исеме билдәһеҙ пәйғәмбәрҙе ебәргән. Йәһүә Илийға: «Һин улдарыңды миңә ҡарағанда күберәк хөрмәт итәһең», — тигән. Алла, Илийҙың улдары бер көндө үләсәк, уның ғаиләһе бәләләргә дусар буласаҡ, һәм хатта Илийҙың нәҫеленән башҡа бер кем дә рухани булып хеҙмәт итмәйәсәк, тип алдан әйткән. Был ҡаты киҫәтеүҙән һуң Илийҙың ғаиләһендә берәй нәмә үҙгәргәнме? Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, уларҙың йөрәктәре шул көйө ҡалған (1 Иш. 2:27—3:1).

16. а) Изге Яҙмаларҙа йәш Ишмуилдың уңыштары тураһында нимә яҙылған? б) Ни өсөн Ишмуил хаҡындағы хәбәр рухландырып ебәрә? Аңлат.

16 Бөтә был боҙоҡлоҡ йәш Ишмуилға нисек тәьҫир иткән? Ваҡыт-ваҡыт Изге Яҙмаларҙың был өҙөгөндә, ҡараңғылыҡта балҡып киткән яҡты нурҙар һымаҡ, Ишмуилдың үҫеүе һәм уңыштары тураһында әйтелеп китә. Иҫеңдәлер, 1 Ишмуил 2:18-ҙә, Ишмуил «малай ғына булһа ла... Йәһүәгә [тоғро] хеҙмәт итә ине», тип әйтелгәйне. Бала ғына булһа ла, Ишмуил Аллаға хеҙмәт итеүҙе тормошонда беренсе урынға ҡуйған. Шул уҡ бүлектең 21-се шиғырында, «йәш Ишмуил Йәһүә алдында үҫә барҙы», тигән тағы ла йылыраҡ һүҙҙәр яҙылған. Малай үҫкән һайын, уның күктәге Атаһы менән дуҫлығы ла нығый барған. Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр уны теләһә ниндәй боҙоҡлоҡтан һаҡлап торған.

17, 18. а) Боҙоҡлоҡ менән осрашҡанда йәш мәсихселәр нисек Ишмуилдың үрнәгенә эйәрә ала? б) Ишмуилдың дөрөҫ юл һайлауы нимәнән күренә?

17 Ишмуил еңел генә, баш рухани менән уның улдары гонаһ ҡыла икән, тимәк, мин дә үҙем теләгәнде эшләй алам, тигән һығымтаға килә алған. Әммә башҡаларҙың, шул иҫәптән яуаплы вазифалар үтәгән кешеләрҙең боҙоҡлоғо бер ҡасан да гонаһ ҡылыуҙы аҡламай. Бөгөн күп йәш мәсихселәр, хатта яҡшы өлгө күрһәтерҙәй кешеләр араһында йәшәмәһә лә, Ишмуилдың үрнәгенә эйәреп, «Йәһүә алдында үҫә бара».

18 Йәһүәгә буйһоноп йәшәүе Ишмуилға ниндәй файҙа килтергән? «Ул арала йәш Ишмуил үҫә һәм Йәһүә алдында ла, кешеләр алдында ла илтифат ҡаҙана барҙы», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (1 Иш. 2:26). Эйе, кешеләр, һәр хәлдә Ишмуил хөрмәт иткән кешеләр, уны яратҡан. Йәһүә үҙе был малайҙы тоғролоғо өсөн ҡәҙерләгән. Әлбиттә, Ишмуил Алланың Шилола ҡылынған бөтә яуыз эштәргә сик ҡуясағын белгән, әммә уны, бәлки, бының ҡасан булыры борсоғандыр. Бер төндө Ишмуил үҙенә тынғы бирмәгән һорауҙарға яуап алған.

«Әйт, Хоҙайым, хеҙмәтсең һине тыңлай»

19, 20. а) Бер төндө изге сатырҙа Ишмуил менән булған хәлде һөйләп бир. б) Ишмуил үҙен кем саҡырыуын ҡайҙан белә, һәм уның Илийға мөғәмәләһе ниндәй?

19 Таң атып килә, әммә тышта әле ҡараңғы. Изге сатырҙа ҙур яҡтыртҡыстың уты емелдәй. Тынлыҡта Ишмуил кемдеңдер үҙен исеме менән саҡырыуын ишетеп ҡала. Ишмуил быны олоғайған һәм һуҡырайып барған Илийҙың тауышы тип уйлай. Ул тора ла Илий янына «йүгерә». Малайҙың, Илий үҙен ниңә саҡырыуын белергә теләп, ялан аяҡ уға табан ашыға-ашыға йүгереп китеп барыуын күҙ алдына килтерә алаһыңмы? Уның Илийға ҡарата шундай ихтирамлы һәм игелекле мөнәсәбәте ысындан да һоҡландырғыс. Гонаһтар ҡылыуына ҡарамаҫтан, Илий әле һаман да Йәһүәнең баш руханийы (1 Иш. 3:2—5).

20 Ишмуил Илийҙы уятып: «Хужам, һин мине саҡырҙыңмы?» — тип һорай. Ләкин Илий, саҡырманым, ти һәм кире барып ятырға ҡуша. Бындай хәл тағы ике тапҡыр ҡабатлана. Ниһайәт, Илий нимә булғанын аңлап ҡала. Ул көндәрҙә Йәһүәнән күренештәр һәм пәйғәмбәри хәбәрҙәр бик һирәк булған, һәм был бер ҙә ғәжәп түгел. Шулай ҙа Илий был малайға Йәһүә мөрәжәғәт итеүен аңлап ҡала. Ул Ишмуилға кире барып ятырға ҡуша һәм Аллаға дөрөҫ яуап ҡайтарырға өйрәтә. Ишмуил Илий әйткәнсә эшләй. Тиҙҙән ул яңынан: «Ишмуил, Ишмуил!» — тип саҡырған тауыш ишетә. Малай: «Әйт, Хоҙайым, хеҙмәтсең һине тыңлай», — тип яуаплай (1 Иш. 3:1, 5—10).

21. Беҙ бөгөн Йәһүәне нисек тыңлай алабыҙ, һәм ни өсөн шулай эшләү файҙалы?

21 Ниһайәт, Йәһүәнең Шилола үҙен тыңлаған хеҙмәтсеһе барлыҡҡа килә. Ишмуил ғүмере буйы Йәһүәне тыңлаған. Ә һин шулай эшләйһеңме? Берәй төндө юғарынан килгән тауыш ишетербеҙ, тип көтөргә кәрәкмәй. Бөгөн Алланың тауышы, образлы итеп әйткәндә, һәр ваҡыт яңғырап тора. Беҙ уны Изге Яҙмалар аша ишетә алабыҙ. Алланы тыңлап, уның һүҙҙәре буйынса йышыраҡ эш иткән һайын, иманыбыҙ ҙа үҫә барасаҡ. Ишмуил тап шулай эшләгән дә.

Ишмуил, ҡурҡһа ла, Йәһүәнең хөкөм хәбәрен Илийға еткергән

22, 23. а) Ишмуилдың тәүҙә Илийға әйтергә ҡурҡып йөрөгән хәбәре нисек үтәлә? б) Ишмуилдың абруйы нисек үҫә бара?

22 Шул төндө Шилола булған хәлдәрҙән алып Ишмуилдың тормошонда яңы осор башлана, сөнки тап шул мәлдә ул, Алла менән үҙенә бер төрлө мөнәсәбәттәргә эйә булып, Йәһүәнең вәкиле һәм пәйғәмбәре булып китә. Тәүҙә малай Йәһүәнең һүҙҙәрен Илийға еткерергә ҡурҡа, сөнки уға Илийҙың ғаиләһенә ҡаршы әйтелгән пәйғәмбәрлектең тиҙҙән үтәләсәге хаҡында хәбәр итергә кәрәк. Ләкин Ишмуил бөтә батырлығын йыйып Илийға барыһын да һөйләп бирә, ә Илий Алланың хөкөмө менән баҫалҡы ғына ризалаша. Күп тә үтмәҫтән, Йәһүәнең бөтә һүҙҙәре үтәлә: Израиль халҡы филистиҙәр менән һуғышҡа китә, һәм Хөфни менән Пинхәс икеһе бер көндә һәләк була, ә Илий, Йәһүәнең изге һандығы дошман ҡулына эләккәнен ишеткәс, йығылып үлә (1 Иш. 3:10—18; 4:1—18).

23 Ишмуилдың, тоғро пәйғәмбәр булараҡ, абруйы үҫә бара. Изге Яҙмаларҙа, «Йәһүә уның менән булды», тип әйтелә һәм, Йәһүә Ишмуил аша әйтелгән пәйғәмбәрлектәрҙең береһен дә үтәмәй ҡалдырманы, тип өҫтәлә. (1 Ишмуил 3:19-ҙы уҡы.)

«Ишмуил Йәһүәгә ялбара»

24. Ваҡыт уҙыу менән израилдәр ниндәй ҡарарға килгән, һәм ни өсөн был ауыр гонаһ булған?

24 Израилдәр, Ишмуилдың үрнәгенә эйәреп, рухи һәм тоғро кешеләр булып киткәнме? Юҡ. Ваҡыт уҙыу менән улар, беҙҙе ябай пәйғәмбәр хөкөм итеүен теләмәйбеҙ, тигән ҡарарға килгән. Улар башҡа халыҡтар кеүек булырға теләгән һәм үҙҙәре өҫтөнән батша ҡуйыуҙы һораған. Йәһүәнең ҡушыуы буйынса, Ишмуил уларҙың үтенесен үтәгән. Ләкин ул израилдәргә уларҙың ни тиклем ауыр гонаһ ҡылғандарын күрһәтергә тейеш булған. Улар кешенән түгел, ә Йәһүәнән баш тартҡан! Бына ни өсөн Ишмуил халыҡты Гилғалға йыйған.

Ишмуил иман менән доға ҡылған, һәм Йәһүә күк күкрәтеп яуап ҡайтарған

25, 26. Ишмуил Гилғалда халыҡҡа Йәһүәгә ҡаршы ни тиклем ауыр гонаһ ҡылыуҙарын аңларға нисек ярҙам итә?

25 Әйҙә, Ишмуил Гилғалда израилдәргә мөрәжәғәт иткән көсөргәнешле мәлгә ҡайтайыҡ. Олоғайған пәйғәмбәр уларға үҙенең ғүмере буйына тоғро булыуын һәм саф ҡалыуын иҫтәренә төшөрә. Шунан «Ишмуил Йәһүәгә ялбарып», унан күк күкрәтеүен һорай (1 Иш. 12:17, 18).

26 Ҡоролоҡ миҙгелендә ниндәй күк күкрәү булһын ти? Был ғүмерҙә булмаған хәл! Әммә берәйһе шикләнеп йә көлөмһөрәп ҡуйған булһа ла, был оҙаҡҡа һуҙылмай. Күк йөҙө ҡапыл ҡара болоттар менән ҡаплана. Көслө ел иҫеп баҫыуҙарҙағы игенде ергә йыға. Дөбөр-шатыр күк күкрәп, ямғыр яуа башлай. Кешеләргә был нисек тәьҫир итә? «Бөтөн халыҡты Йәһүә һәм Ишмуил арҡаһында көслө ҡурҡыу биләп ала». Ниһайәт, улар үҙҙәренең ни тиклем ауыр гонаһ ҡылыуын аңлап ҡала (1 Иш. 12:18, 19).

27. Йәһүә Ишмуилдың иманын өлгө итеп алған кешеләргә нисек ҡарай?

27 Израилдәрҙең фетнәсел йөрәктәренә Ишмуил түгел, ә уның Аллаһы Йәһүә үтеп инә алған. Бала сағынан алып оло йәшенә тиклем Ишмуил Аллаға иман итеп йәшәгән, һәм Йәһүә уны бүләкләгән. Шунан бирле Йәһүә үҙгәрмәгән. Ул Ишмуилдың иманын өлгө итеп алған кешеләргә әле лә ярҙам итеп тора.

^ 5 абз. Нәҙирҙәр Алла алдында ант биргән. Был ант иҫерткес эсемлектәр эсеүҙән һәм сәс киҫтереүҙән баш тартыуҙы үҙ эсенә алған. Күпселек кеше ундай антты билдәле бер ваҡытҡа ғына биргән. Әммә ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, Шимшон, Ишмуил һәм Сумдырыусы Яхъя ғүмер буйы нәҙир булып хеҙмәт иткән.

^ 9 абз. Был изге урын тура мөйөшлө ҡоролма, йәғни ағас каркаслы сатыр рәүешендә яһалған булған. Шулай ҙа ул иң яҡшы материалдарҙан — тюлень тиреһенән, матур итеп сигелгән туҡымаларҙан, көмөш һәм алтын менән ҡапланған ҡиммәтле ағастан ҡоролған. Сатырҙы тура мөйөшлө ихата уратып алған, был ихата эсендә шулай уҡ ҙур ғына ҡорбан килтереү урыны урынлашҡан. Ваҡыт уҙыу менән, күрәһең, изге сатыр янында руханиҙар өсөн башҡа ҡаралтылар ҙә ҡоролған булған. Моғайын, Ишмуил шуларҙың береһендә йәшәгән.

^ 12 абз. Изге Яҙмаларҙың был өҙөгөндә ихтирамһыҙлыҡтың ике миҫалы килтерелә. Беренсенән, Ҡанунда ҡорбандың ниндәй өлөштәре руханиҙарға ашарға бирелергә тейеш икәнлеге асыҡ әйтелгән (Ҡан. 18:3). Ләкин яуыз руханиҙар изге сатырҙа бөтөнләй башҡа тәртип урынлаштырған. Улар хеҙмәтселәренә ит бешкән ҡаҙандан ҙур сәнскегә ни эләкһә, шуны алырға ҡушҡан. Икенсенән, кешеләр үҙ ҡорбандарын ҡорбан килтереү урынында яндырыу өсөн килтергән саҡта яуыз руханиҙар хеҙмәтселәрен ебәргән. Был хеҙмәтселәр ҡорбандың майы Йәһүә өсөн яндырылғанға тиклем, янап, сей ит талап иткән (Лев. 3:3—5; 1 Иш. 2:13—17).