Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ул шәфҡәтле булырға өйрәнгән

Ул шәфҡәтле булырға өйрәнгән

1. Юныс алдында ниндәй юл ята, һәм ул ниндәй хистәр кисерә?

ЮНЫС тәрән уйҙарға бирелә. Уның алдында 800 саҡрымдай юл ята. Был сәйәхәткә бер ай йә хатта күберәк тә ваҡыт сарыф итергә тура килер. Уға ниндәй юл менән барырға: иң ҡыҫҡаһы йәки иң хәүефһеҙе менәнме? Юнысҡа тауҙар, үҙәндәр аша барырға кәрәк. Уға икһеҙ-сикһеҙ Сүриә сүлен ситләтеп үтергә, ҙур йылғаларҙы, шул иҫәптән Евфрат йылғаһын кисеп сығырға тура киләсәк. Юнысҡа, Сүриә, Месопотамия һәм Ассирия ҡалаларында, ауылдарында туҡтап, сит ил кешеләренең йорттарында ҡунырға кәрәк булыр. Шулай итеп көн артынан көн үтә. Нинәбәгә яҡынлашҡан һайын Юныстың ҡурҡыуы ла артҡандан-арта бара.

2. Йәһүәнең йөкләмәләрен үтәүҙән ҡасып китеү мөмкин түгел икәнен Юныс нисек аңлай?

2 Артҡа юл юҡ икәнен Юныс яҡшы белә. Бер заман ул ҡасырға маташҡайны инде. Алдағы бүлектән белгәнебеҙсә, Йәһүә Юнысты сабырлыҡ менән өйрәткән: ул диңгеҙгә дауыл ебәреп, хеҙмәтсеһен мөғжизәле рәүештә ҙур балыҡ ярҙамында ҡотҡарған. Өс көндән һуң балыҡ һау-сәләмәт Юнысты ярға ҡоҫоп сығарған. Аллаға ҡарата хөрмәт менән һуғарылып, пәйғәмбәр тыңлаусан булырға өйрәнгән (Юныс 1, 2-се бүлектәр).

3. Йәһүә Юныс менән нисек мөғәмәлә иткән, һәм пәйғәмбәргә ҡағылышлы ниндәй һорау тыуа?

3 Йәһүә Юнысҡа икенсе тапҡыр Нинәбәгә барырға ҡушҡас, пәйғәмбәр буйһоноп, көнсығышҡа табан йүнәлеш алып, оло юлға сыға. (Юныс 3:1—3-тө уҡы.) Йәһүәнең төҙәтеүенән һуң, Юныстың фекер йөрөтөү рәүеше тулыһынса үҙгәргәнме? Пәйғәмбәргә шәфҡәтлек күрһәтеп, Йәһүә уны ҡоторонған диңгеҙҙә батып үлеүҙән ҡотҡарған, тыңламаусанлығы өсөн уға яза бирмәгән, ә, киреһенсә, йөкләмәне үтәр өсөн, тағы бер мөмкинселек биргән. Быларҙың барыһы ла Юнысты шәфҡәтле булырға өйрәткәнме? Ғәҙәттә, камил булмаған кешеләргә был сифатты күрһәтеү еңел түгел. Әйҙәгеҙ, Юныс миҫалынан нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы ҡарап сығайыҡ.

Хөкөм хәбәренә көтөлмәгән яуап

4, 5. Ни өсөн Йәһүә Нинәбәне бөйөк ҡала тип атай, һәм был Йәһүә тураһында нимә асыҡлай?

4 Юныстың Нинәбәгә ҡарашы Алланыҡынан айырылып торған. Изге Яҙмаларҙа: «Нинәбә иһә Алла ҡаршыһында бөйөк ҡала ине», — тип әйтелә (Юныс 3:3). Юныс китабында Йәһүәнең һүҙҙәре килтерелә: ул Нинәбәне өс тапҡыр «бөйөк ҡала» тип атай (Юныс 1:2; 3:2; 4:11). Ни өсөн был ҡала Алла өсөн бөйөк, йәғни мөһим булған?

5 Нинәбә Туфан һыуынан һуң Нәмрүд исемле кеше тарафынан төҙөлгән боронғо ҡалаларҙың береһе булған. Ул үҙ эсенә бер нисә ҡаланы алған. Уның бер осонан икенсе осона тиклем йәйәү барып етер өсөн өс көн кәрәк булған (Баш. 10:11; Юныс 3:3). Ғәйәт ҙур ғибәҙәтханалары, ҡалын диуарҙары һәм башҡа төрлө биналары был ҡаланы мөһабәт иткән. Ләкин Йәһүә Алла өсөн ҡоролмалар түгел, ә унда йәшәгән кешеләр мөһим. Нинәбәнең халыҡ иҫәбе ул замандар өсөн шаҡтай ҙур булған. Ҡалала йәшәүселәрҙең яуыз эштәренә ҡарамаҫтан, Йәһүә улар хаҡында ҡайғыртҡан. Алла кешеләрҙең ғүмерҙәрен юғары баһалай, ул һәр кешенең тәүбә итеүен һәм дөрөҫ булғанды эшләргә өйрәнеүен теләй.

Юныс көндәрендә Нинәбә боҙоҡлоҡҡа батҡан ҙур ҡала булған

6. а) Ҡалаға ингәс, ни өсөн Юныс тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға төшә? (Төшөрмәне лә ҡара.) б) Юныстың вәғәзләп йөрөгәненән беҙ уның тураһында нимә беләбеҙ?

6 Нинәбәгә килеп инеү менән, 120 000 кеше йәшәгән ҡаланы күргәс, Юныс тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға төшкәндер *. Алланың хөкөмөн иғлан итер өсөн уңайлы урын эҙләп, пәйғәмбәр көнө буйы халыҡ ҡайнап торған урамдар буйлап йөрөгән. Ул халыҡҡа хәбәрҙе нисек еткерер? Ул ассирий телен белгәнме? Йәки Йәһүә уға, был телдә һөйләшер өсөн, мөғжизәле рәүештә һәләт биргәнме? Беҙ быны теүәл белмәйбеҙ. Юныс, бәлки, үҙенең туған телендә — йәһүд телендә һөйләп, нинәбәләргә Алла хәбәрен тәржемәсе аша еткергәндер. Нисек кенә булмаһын, хәбәр ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та булған. Пәйғәмбәр ҡыйыулыҡ менән: «Ҡырҡ көндән һуң Нинәбә юҡ ителер», — тип ҡат-ҡат иғлан иткән (Юныс 3:4). Эйе, ул бөгөнгө мәсихселәргә айырыуса кәрәк булған иман һәм батырлыҡ сифаттарын сағылдырған.

Юныстың хәбәре ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та булған

7, 8. а) Юныстың хәбәрен ишеткәс, Нинәбә халҡы нимә эшләй? б) Юныстың хәбәрен ишеткәс, Нинәбә батшаһы нимә эшләй?

7 Нинәбәләр Юныс вәғәзләгән хәбәргә ҡолаҡ һала. Пәйғәмбәр иһә үҙенә ҡарата дошманлыҡ мөнәсәбәтен көткәндер. Ләкин ғәмәлдә киреһенсә килеп сыға. Кешеләр уны тыңлай! Хәбәр шул тиклем киң тарала, хатта тиҙҙән Алла хөкөмө тураһындағы хәбәрҙе бөтә ҡала һөйләй! (Юныс 3:5-те уҡы.) Байҙар һәм ярлылар, көслөләр һәм көсһөҙҙәр, ололар һәм йәштәр — барыһы ла тәүбәгә килеп, ураҙа тота башлай. Оҙаҡламай кешеләрҙең тәүбә итеүҙәре тураһындағы хәбәр батшаға барып етә.

Нинәбәлә вәғәзләр өсөн, Юнысҡа ҡыйыулыҡ менән иман кәрәк булған

8 Нинәбә батшаһы ла Юныс хәбәренә ҡолаҡ һала. Ул Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт тойғоһо менән һуғарыла. Батша, тәхетенән тороп, ҡупшы батша кейемдәрен сисә лә, үҙ халҡы һымаҡ, ҡыл туҡымаға төрөнөп «көлгә ултыра». Ул түрәләре менән халыҡ тотҡан ураҙаны хөкүмәт кимәлендә рәсмиләштерә. Батша ҡушыуы буйынса кешеләр ҡыл туҡымаға төрөнөргә тейеш. Был бойороҡ хатта уларҙың йорт хайуандарына ла ҡағыла *. Ул үҙ халҡының яуыз эштәрҙә, енәйәтселектә ғәйепле булыуын таный. Алла уларҙың тәүбә итеүҙәрен күрер ҙә шәфҡәтлек күрһәтер, тип өмөтләнеп, батша халыҡҡа: «Кем белә, бәлки, Алла үҙ ниәтен үҙгәртеп асыуын тыйыр, һәм беҙ һәләк булмаҫбыҙ», — ти (Юныс 3:6—9).

9. Ҡайһы бер тәнҡитселәр нимәлә шикләнә, һәм ни өсөн улар яңылыша тип әйтеп була?

9 Ҡайһы бер тәнҡитселәр нинәбәләрҙең үҙ фекер йөрөтөү рәүештәрен шул тиклем тиҙ үҙгәртә алыуҙарына шикләнә. Шулай ҙа Изге Яҙмалар белгестәре, ундай үҙгәреште аңлап була, тип иҫәпләй. Улар әйтеүенсә, боронғо халыҡтарға хөрәфәттәргә ышаныу һәм үҙгәреүсән холоҡло булыу хас булған. Ғайса Мәсих тә нинәбәләрҙең тәүбә итеүҙәре тураһында әйтеп киткән. (Матфей 12:41-ҙе уҡы.) Уның һүҙҙәре нигеҙһеҙ булмаған, сөнки шул ваҡиғалар ваҡытында ул күктә булған һәм барыһын да күреп торған (Яхъя 8:57, 58). Тимәк, кеше ни тиклем генә боҙоҡ булып күренмәһен, беҙгә, ул бер ҡасан да тәүбә итмәҫ, тип уйларға кәрәкмәй. Тик Йәһүә генә кеше йөрәген күрә.

Алланың шәфҡәтлеге һәм камил булмаған кешеләрҙең хөкөмө

10, 11. а) Нинәбәләрҙең тәүбә итеүҙәрен күргәс, Йәһүә нимә эшләй? б) Ни өсөн бер ҙә шикләнмәйенсә, Йәһүә сығарған ҡарар хаталы булмаған, тип әйтеп була?

10 Йәһүә нинәбәләрҙең тәүбә итеүҙәрен күргәс, нимә эшләгән? Юныс китабында былай тиелә: «Уларҙың эштәрен, яуыз юлдарын ҡалдырыуҙарын күргәс, Алла уларға бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтҡан һәм бәлә ебәрмәгән» (Юныс 3:10).

11 Йәһүәнең Нинәбәне юҡ итеү теләге хаталы булған тип әйтеп буламы? Юҡ. Изге Яҙмаларҙа, Йәһүәнең ғәҙеллеге камил, тип әйтелә. (Ҡанун 32:4-те уҡы.) Әммә Йәһүәнең нинәбәләргә ҡарата ғәҙел асыуы баҫыла. Ул нинәбәләрҙең тәүбә итеүҙәрен һәм шул сәбәпле уларға яза бирергә кәрәк түгеллеген күрә. Шунлыҡтан Алла уларға ҡарата шәфҡәтлек күрһәтергә була.

12, 13. а) Йәһүәнең аҡыл менән эш итеүсән, юл ҡуйыусан һәм шәфҡәтле Алла булыуы нимәлә күренә? б) Ни өсөн Юныстың пәйғәмбәрлеге ялған булмаған?

12 Кешеләрҙе Алла тураһында өйрәткәндә, дин әһелдәре уны ҡырыҫ, уҫал һәм хатта ҡанһыҙ итеп һүрәтләй. Ләкин Йәһүә бөтөнләй ундай түгел. Киреһенсә, ул — аҡыл менән эш итеүсән, юл ҡуйыусан һәм шәфҡәтле Алла. Яуыздарҙы язаға тарттырырға йыйынғанда, Йәһүә гонаһлыларҙың нинәбәләр һымаҡ тәүбә итеүҙәрен һәм үҙгәреүҙәрен теләп, уларҙы иң тәүҙә ерҙәге хеҙмәтселәре аша киҫәтә (Йәз. 33:11). Йәһүә Иремия пәйғәмбәргә бына нимә тигән: «Әгәр берәй халыҡтың йә батшалыҡтың тамырын ҡоротормон, уны емерермен һәм юҡ итермен, тип әйтеүемдән һуң, был халыҡ яуыз юлын ҡалдырһа, мин уға бәлә килтереү ниәтемдән кире ҡайтырмын» (Ирем. 18:7, 8).

Алла боҙоҡ кешеләрҙең нинәбәләрҙән үрнәк алып тәүбә итеүҙәрен һәм үҙгәреүҙәрен теләй

13 Улайһа, Юныстың пәйғәмбәрлеге ялған булып сыҡҡанмы? Юҡ. Уның пәйғәмбәрлеге, киҫәтеү хәбәре булараҡ, үҙ маҡсатына ирешкән. Юныс нинәбәләрҙе, тәүбә итмәһәләр, язаға дусар буласаҡтар тип киҫәткән, ә нинәбәләр яуыз эштәрен ҡалдырған. Әгәр ҙә улар ҡабат яуыз эштәренә ҡайтһа, Алла язаһынан ҡаса алмаҫтар ине. Һуңыраҡ тап шулай булып сыҡҡан да (Саф. 2:13—15).

14. Йәһүәнең нинәбәләргә шәфҡәтлек күрһәтеүен күргәс, Юныс нимә эшләй?

14 Ҡаланың билдәләнгән ваҡытта юҡ ителмәгәнен күреп, Юныс ниндәй тойғолар кисерә? «Юнысҡа иһә был һис тә оҡшаманы, һәм уның асыуы сыҡты» — тиелә Юныс 4:1-ҙә. Уның Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаға ҡарата әйтелгән доғаһы хатта шелтә һымаҡ яңғырай! Юныс, туған еремдә ҡалыуым яҡшыраҡ булыр ине, ти. Ул, Йәһүәнең Нинәбәгә бәлә ебәрмәйәсәген алдан уҡ белдем һәм шунлыҡтан Таршишҡа ҡастым, тиеп, үҙен аҡларға маташа. Шунан һуң ул, үлһәм яҡшыраҡ булыр, тип, Алланан үлем һорай башлай. (Юныс 4:2, 3-тө уҡы.)

15. а) Юныс нимә арҡаһында асыуланған һәм күңел төшөнкөлөгөнә бирелә? б) Йәһүә үҙенең бойоҡҡан пәйғәмбәре менән нисек мөғәмәлә иткән?

15 Юнысты нимә ҡайғыға һалған һуң? Уның уйҙары беҙгә теүәл билдәле булмаһа ла, беҙгә шул мәғлүм: ул Нинәбәнең емерелеүе хаҡындағы хәбәрҙе бөтә халыҡ алдында иғлан иткән. Кешеләр ҡаланың юҡ ителеү тураһындағы хәбәргә ышанған, әммә ҡала юҡ ителмәгән. Бәлки, Юныс мыҫҡыл ителеүҙән һәм ялған пәйғәмбәр тип аталыуҙан ҡурҡҡандыр? Нисек кенә булмаһын, кешеләрҙең тәүбә итеүҙәре һәм Йәһүәнең уларға ҡарата шәфҡәтлек күрһәтеүе Юнысты бер ҙә шатландырмаған. Киреһенсә, үҙен йәлләп һәм намыҫы тапалған тип ҡайғырып, ул насар уйҙарға бирелгән. Әммә шәфҡәтле Алла шул ваҡытта ла үҙенең бойоҡҡан хеҙмәтсеһенең яҡшы яҡтарына иғтибар иткән. Уны ихтирамһыҙлыҡ өсөн язаға тарттырыр урынына Йәһүә уға йомшаҡ ҡына итеп уйланырға дәртләндереүсе һорау биргән: «Шул тиклем асыуланып дөрөҫ эшләйһеңме ни?» (Юныс 4:4). Юныс яуап биргәнме? Изге Яҙмаларҙа был турала бер нәмә лә әйтелмәй.

16. Алланың ҡараштары тураһында әйткәндә, кешеләр нимәләр менән риза булмаҫҡа мөмкин, әммә Юныстың миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

16 Эйе, беҙҙең Юнысты еңел генә хөкөм итә башлауыбыҙ ихтимал, ләкин камил булмаған кешеләрҙең ҡарашы ҡайһы саҡта Алла ҡарашынан айырылып торорға мөмкин икәнлеген онотмайыҡ. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, Йәһүә бәлә-ҡазаларға юл ҡуймаҫҡа, ә яуыздарға шунда уҡ яза бирергә йә хатта был боҙоҡ донъя төҙөлөшөн күптән инде юҡ итергә тейеш ине, тип уйлай. Әммә Юныстың миҫалы шуны иҫебеҙгә төшөрә: Йәһүәнең ҡарашы менән риза булмаһаҡ, һис тә Алла түгел, ә беҙ үҙ фекеребеҙҙе үҙгәртергә тейеш.

Йәһүә Юнысты шәфҡәтле булырға өйрәтә

17, 18. а) Нинәбәнән сыҡҡас, Юныс нимә эшләй? б) Йәһүәнең мөғжизәләре, шул иҫәптән киң япраҡлы үҫемлек үҫтереүе, Юнысҡа нисек тәьҫир итә?

17 Нинәбәнән сыҡҡас, бойоҡҡан пәйғәмбәр өйгә түгел, ә ҡаланы күҙәтер өсөн, таулы ергә, көнсығышҡа табан йүнәлә. Ул үҙенә ҡыуыш ҡора ла, Нинәбә менән нимә булыр икән, тип көтә башлай. Бәлки, ул һаман да ҡаланың юҡ ителеүен күрергә өмөтләнәлер. Йәһүә үҙенең тиҫкәре пәйғәмбәрен шәфҡәтлеккә нисек өйрәтер?

18 Төнөн Йәһүә бер үҫемлек үҫтерә. Юныс уянып китһә, янында киң япраҡлы үҫемлек үҫеп сыҡҡан. Был үҫемлек уның ел осороп алып китерлек ҡыуышына ҡарағанда күпкә киңерәк күләгә бирә. Пәйғәмбәрҙең күңеле күтәрелеп китә, ул үҫемлеккә «бик ҡыуана». Күрәһең, Юныс, Алла ошо мөғжизәне ҡылып фатихаһын бирә һәм хуплауын күрһәтә, тип уйлайҙыр. Әммә Йәһүәнең маҡсаты Юныстың асыуын баҫыу һәм уны эҫелектән ҡотҡарыу ғына булмаған. Ул уның йөрәгенә тәьҫир итергә теләгән. Шуға күрә Йәһүә тағы ла мөғжизәләр ҡыла. Ул үҫемлектең тамырына ҡорт төшөрә, һәм үҫемлек ҡороп һәләк була. Шунан һуң эҫе «көнсығыш еле» ебәрә. Һөҙөмтәлә Юныс эҫелектән иҫен юғалта башлай. Пәйғәмбәр ҡабат төшөнкөлөккә бирелеп, Алланан үлем һорай башлай (Юныс 4:6—8).

19, 20. Асыҡ миҫал ярҙамында Йәһүә Юныс менән нисек фекер йөрөтә?

19 Йәһүә ҡабат Юнысҡа һорау бирә: «Үҫемлек арҡаһында асыуланырға хаҡың бармы ни?». Тәүбә итер урынына Юныс үҙен аҡлап былай ти: «Эйе, хаҡым бар. Шул тиклем асыуым килде, хатта үлгем килә». Шунда Йәһүә пәйғәмбәренә биргән һабағын аңлатырға була (Юныс 4:9).

Йәһүә үҫемлек ярҙамында Юнысты шәфҡәтле булырға өйрәткән

20 Юныс менән фекер йөрөтөп, Йәһүә: «Һин үҙең ҡарап үҫтермәгән үҫемлекте ҡыҙғандың. Ә ул бер төн эсендә үҫеп сыҡты ла бер төн эсендә юҡ булды. Мин дә бөйөк ҡаланы — Нинәбәне ҡыҙғанырға тейеш түгелме?! Унда бит яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белмәүсе 120 000-дән ашыу кеше йәшәй, уларҙың малдары ла бик күп», — ти уға (Юныс 4:10, 11) *.

21. а) Йәһүә, Юнысҡа һабаҡ бирер өсөн, нимә эшләй? б) Юныс тураһындағы хикәйә үҙ-үҙебеҙҙе намыҫ менән тикшереп сығырға нисек ярҙам итә ала?

21 Йәһүә Алланың шул үҫемлекте үҫтереп Юнысҡа ниндәй һабаҡ бирергә йыйынғанын аңлайһыңмы? Был үҫемлекте үҫтерер өсөн, Юныс ҡыл да ҡыбырлатмаған. Йәһүә иһә Йәшәү Сығанағы булараҡ, нинәбәләргә йәшәү биреп, улар хаҡында ҡайғыртҡан. Нишләп Юныс өсөн ниндәйҙер үҫемлек 120 000 кеше ғүмеренән һәм күп һанлы малдарҙан ҡиммәтлерәк булған һуң? Бәлки, үҙе хаҡында сиктән тыш күп уйлағанғалыр? Пәйғәмбәр үҫемлектән үҙ файҙаһын күргәнгә генә уны йәлләгән. Бәлки, уның эгоистик теләктәре — абруйын һаҡлап ҡалырға һәм хаҡлығын иҫбатларға ынтылышы — Нинәбәгә ҡарата асыуын сығарғандыр ҙа. Юныс тураһындағы хикәйә беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе намыҫ менән тикшереп сығырға ярҙам итәсәк. Беҙҙең кемебеҙ, мин эгоистик теләктәрҙән тулыһынса арындым, тип әйтә ала? Эйе, Йәһүә сабырлыҡ менән беҙҙе фиҙаҡәрлек, шәфҡәтлек, миһырбанлыҡ кеүек сифаттарҙы тағы ла яҡшыраҡ сағылдырырға өйрәтеп тора. Әйҙәгеҙ, уға бының өсөн рәхмәтле булайыҡ!

22. а) Йәһүәнең шәфҡәтлеккә өйрәтеүе Юнысҡа нисек тәьҫир итә? б) Барыбыҙға ла нимәгә өйрәнергә кәрәк?

22 Юныс Йәһүә биргән һабаҡтан фәһем алғанмы? Уның исемен йөрөткән китап Йәһүәнең һорауы менән тамамлана. Ҡайһы бер тәнҡитселәр, Юныс был һорауға яуап бирмәгән, тип раҫлай. Ләкин, асылда, һорауға яуап бар. Был — Юныс китабы. Факттар иҫбатлауынса, был китапты тап Юныс яҙған. Күҙ алдыңа килтер: туған яҡтарына ҡайтып, пәйғәмбәр үҙ башынан кисергән ваҡиғаларҙы ентекле итеп яҙырға ултыра. Оло йәштәге, аҡыл йыйған баҫалҡы пәйғәмбәр башын сайҡай-сайҡай үҙенең тыңламаусанлығы, үҙһүҙләнеп шәфҡәтлек күрһәтергә теләмәүе тураһында яҙып ултыра. Эйе, Юныс үҙенә бирелгән һабаҡты үҙләштергән! Ул шәфҡәтле булырға өйрәнгән. Ә беҙ өйрәнербеҙме? (Матфей 5:7-не уҡы.)

^ 6 абз. Ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, Самарияла — ун ҡәбиләнән торған Израиль батшалығының баш ҡалаһында — ул ваҡытта яҡынса 20—30 мең кеше йәшәгән. Был иһә Нинәбәнең халыҡ иҫәбенең дүрттән бер өлөшөн генә тәшкил иткән. Үҫешенең иң юғары дәрәжәһенә еткәндә, Нинәбә, күрәһең, донъялағы иң ҙур ҡала булған.

^ 8 абз. Хайуандарҙы ҡыл туҡымаға төрөү сәйер булып күренһә лә, боронғо заманда ундай осраҡтар булғылаған. Геродот исемле грек тарихсыһының һүҙҙәре буйынса, боронғо фарсылар бер күренекле ғәскәр башлығының үлеме хаҡында ҡайғырып матәм йолаларын үткәргәндә, йорт хайуандарын да ҡатнаштырған.

^ 20 абз. Кешеләрҙе «яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белмәүсе» тип атап, Алла шул кешеләрҙең уның әмерҙәре менән бөтөнләй таныш булмауын күҙ уңында тотҡан.