117-СЕ ЙЫР
Игелек сифаты
(2 Йылъяҙма 6:41)
-
1. Йәһүә, игелеклеһең,
Яратаһың халҡыңды.
Мул итеп фатихалайһың,
Тоғролоҡ һин Аллаһы.
Көн һайын хата ҡылһаҡ та,
Күрһәтәһең шәфҡәтлек.
Тик һине ихлас данлайбыҙ,
Сөнки һин быға лайыҡ.
-
2. Күрһәтә һинең халҡың да
Бик матур сифатыңды,
Игелек сағылдырабыҙ,
Вәғәзләп хәбәреңде.
Ҡайғыртаһың, өйрәтәһең,
Өлкәндәр аша һәр көн.
Изге рух һинән һорайбыҙ,
Игелек ҡылыр өсөн.
-
3. Яҡшылыҡ эшләп йәшәрбеҙ,
Яратып ҡәрҙәштәрҙе,
Бар(ы)һына тигеҙ бүлербеҙ
Беҙ күңел йылыбыҙҙы.
Ҡайҙарҙа ғына булһаҡ та —
Вәғәздә, йыйылышта —
Игелек ихлас ҡылырбыҙ
Йәһүә ярҙамында.
(Зәб. 103:10; Марк 10:18; Гал. 5:22; Ефес. 5:9-ҙы ла ҡара.)