Борсолоуҙарҙы нисек еңергә?
Саманан тыш борсолоуҙар һеҙҙе физик һәм эмоциональ яҡтан хәлһеҙләндерә ала. Улар хатта проблеманың үҙенә ҡарағанда ла күберәк зыян килтерергә мөмкин.
Борсолоуҙарҙы кәметергә нимә ярҙам итер
Насар яңылыҡтар ҡарауҙы сикләгеҙ. Берәй бәлә-ҡаҙа булһа, беҙгә уның тураһында бөтә ентеклектәрҙе асыҡлау мотлаҡ түгел. Үтә күп насар мәғлүмәт борсолоу хисен көсәйтер генә.
Изге Яҙмалағы принцип: «Рух төшөнкөлөгө кешене хәлһеҙләндерә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22).
«Ҡот осҡос яҡылыҡтар үҙенә ылыҡтыра. Ләкин уларҙы һәр ваҡыт ҡарау йә уҡыу — насар ғәҙәт. Мин яңылыҡтарҙы әҙерәк ҡарай башлағас, борсолоуҙарым ныҡ кәмене» (Джон).
Уйлап ҡарағыҙ. Һеҙгә ысынлап та яңылыҡтарҙы йыш ҡарарға кәрәкме?
Режим буйынса йәшәгеҙ. Бер уҡ ваҡытта торорға, ашарға, өй эштәрен эшләргә һәм йоҡларға ятырға тырышығыҙ. Бының ярҙамында тормош үҙ яйы менән бара тигән хис тыуа һәм стресс кәмей бара.
Изге Яҙмалағы принцип: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5).
«COVID-19 пандемияһы мине сафтан сығарҙы һәм мин күңел асыуға артыҡ күп ваҡыт бүлә башланым. Ә һуңынан мин күпме ваҡыт бушҡа үткәнен аңланым һәм көн һайын график төҙөй башланым» (Джозеф).
Уйлап ҡарағыҙ. Һәр көндөң аҙағында ҡәнәғәтлек хис итергә ярҙам итеүсе график буйынса йәшәйһегеҙме?
Иғтибарығыҙҙы яҡшы нәмәләргә туплағыҙ. Әгәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән ниндәй бәхетһеҙлектәр була алғаны тураһында уйлаһағыҙ һәм күҙ алдығыҙға ҡурҡыныс картиналар килтереп торһағыҙ, борсолоуҙарығыҙ күбәйер генә. Бының урынына рәхмәтле һәм шатлыҡлы булыр өсөн ике-өс сәбәп табығыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Рәхмәтле булығыҙ!» (Колосстарға 3:15).
«Изге Яҙманы уҡыған саҡта мин насар нәмәләр тураһында уйламайым. Ул миңә ыңғай фекер йөрөтөргә ярҙам итә. Был ябай ғына нәмә, әммә файҙа килтерә!» (Лиза).
Уйлап ҡарағыҙ. Иғтибарығыҙҙы тормошоғоҙҙағы яҡшы нәмәләргә түгел, ә насарҙарына туплау ғәҙәте бармы?
Башҡалар тураһында уйлағыҙ. Нимәлер арҡаһында ныҡ борсолһаң, еңел генә үҙенә йомолорға мөмкин. Ләкин был дөрөҫ түгел. Ярҙамға мохтаж кешегә нисек ярҙам итә алыуығыҙ тураһында уйлау яҡшыраҡ булыр.
Изге Яҙмалағы принцип: «Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (Филиптарға 2:4).
«Миңә башҡалар өсөн нимәлер эшләү оҡшай. Кемделер шатландыра алһам, борсолоуҙарым икенсе планға күсә. Дөрөҫөн әйткәндә, уларға ваҡыт та ҡалмай» (Мария).
Уйлап ҡарағыҙ. Таныштарығыҙҙың кемеһе бигерәк тә ярҙамға мохтаж һәм һеҙ уның өсөн нимә эшләй алаһығыҙ?
Үҙегеҙҙең һаулығығыҙ тураһында ҡайғыртығыҙ. Физик күнегеүҙәргә һәм ялға етерлек ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. Файҙалы ризыҡ ашарға тырышығыҙ. Билдәле, һаулығыбыҙ тураһында ҡайғыртып торһаҡ, беҙҙең кәйеф күтәрелә һәм борсолоуҙар кәмей.
Изге Яҙмалығы принцип: «Тән күнекмәһенең ярҙамы [бар]» (1 Тимофейға 4:8).
«Хәҙер беҙ улым менән тышта спорт менән элекке кеүек йыш шөғөлләнә алмайбыҙ. Шуға күрә беҙ өйҙә регуляр рәүештә шөғөлләнергә тырышабыҙ. Был беҙҙең кәйефте күтәрә һәм хатта бер-беребеҙгә ҡарата түҙемлерәк һәм игелеклерәк булырға ярҙам итә» (Кэтрин).
Уйлап ҡарағыҙ. Һеҙгә туҡланыу һәм физик күнегеүҙәр яғынан ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға кәрәкмәйме?
Күп кешеләргә борсолоуҙарҙы еңергә был кәңәштәр генә түгел, шулай уҡ Изге Яҙмалағы киләсәк тураһындағы вәғәҙәләр ярҙам итә. Был вәғәҙәләр тураһында «Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?» тигән мәҡәләнән күберәк белеп була.