Ир-аттарҙың борсолоуҙары. Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?
Сиктән тыш борсоулы кешене нисек һүрәтләп бирер инегеҙ? a Бәлки, һеҙ, кешенең ҡурҡыу һәм борсолоуҙары бөтә көсөн ала, шуға күрә ул көндәлек эштәрен эшләй алмай, ә ҡайһы саҡта хатта урынынан торорға ла хәле булмай, тиерһегеҙ. Йәки бер туҡтауһыҙ үҙенең ҡурҡыу һәм борсолоуҙары тураһында һөйләгән кеше күҙ алдығыҙға киләлер.
Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен ысынлап та шулай тотһа ла, башҡаларының борсолоуҙары икенсе төрлө сағыла. Психологтарҙың фекеренсә, айырыуса ирҙәр тураһында шулай әйтеп була. Бер журналда былай әйтелгән: «Ир-аттар күп осраҡта эске хәүеф-борсолоуҙарын алкоголь һәм наркотиктар ярҙамында баҫырға тырыша. Ситтән ул алкоголизм кеүек күренһә лә, ысынында көслө эмоциональ кисерештәрҙең билдәһе булырға мөмкин. Йыш ҡына эске көсөргәнеш арҡаһында ирҙәр агрессив һәм асыулы була».
Әлбиттә, бөтә ирҙәр ҙә проблемаға бер төрлө ҡарамай. Нисек кенә булмаһын, был «ауыр ваҡыттарҙа» стресс берәүҙе лә урап үтмәй (2 Тимофейға 3:1). Әгәр борсолоуҙар биләп алһа, Изге Яҙма һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
Борсоулы уйҙарҙы нисек еңергә
Изге Яҙмала борсолоу кисергән кешеләр өсөн күп ғәмәли кәңәштәр бар. Бына өс миҫал.
1. «Бер ҡасан да иртәгәһе көн тураһында борсолмағыҙ, сөнки иртәгәһе көндөң үҙ мәшәҡәттәре булыр. Һәр көндөң үҙ ауырлыҡтары етерлек» (Матфай 6:34).
Аңлатма. Киләсәктә була алған йәки була алмаған нәмәләр тураһында артыҡ борсолорға кәрәкмәй. Йыш ҡына беҙҙең ҡурҡыуҙар һәм насар фараздар тормошҡа ашмай. Бынан тыш, хәл көтөлмәгәнсә беҙҙең файҙаға сиселергә мөмкин.
Ошолай эшләп ҡарағыҙ. Һеҙ насарҙы көткән саҡта, бөтөнләй икенсе төрлө килеп сыҡҡан осраҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Хәҙер хафаларығыҙҙы баһалап ҡарағыҙ. Уйланығыҙ: был проблеманың һеҙ уйлағанса насар хәл ителеү мөмкинлеге ни тиклем ҙур?
2. «Тимер тимерҙе ҡайраған кеүек, кеше лә үҙ дуҫын үткер итә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:17).
Аңлатма. Башҡа кешеләр, әлбиттә, беҙ рөхсәт итһәк, беҙгә борсолоуҙарыбыҙҙы еңергә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, ошоға оҡшаш ситуацияла уларға нимә ярҙам иткәне тураһында һөйләй ала. Әммә хатта улар бындай хәлгә бер ҡасан да тарымаған булһалар ҙа, башҡаларҙың фекере артыҡ булмаҫ.
Ошолай эшләп ҡарағыҙ. Уйлағыҙ, кем менән кәңәшләшә алыр инегеҙ. Бәлки, һеҙҙең ошондай уҡ хәлгә тарыған танышығыҙ барҙыр. Уға нимә ярҙам иткәнен һорағыҙ һәм ул һеҙгә нимә эшләргә кәңәш итмәҫ ине икәнен белешегеҙ.
3. «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).
Аңлатма. Һеҙҙең менән нимә булыуы Аллаға барыбер түгел. Шуға күрә уға доғала һеҙҙе яфалаған һәм һеҙгә тынғылыҡ бирмәгән бар нәмә тураһында һөйләгеҙ.
Ошолай эшләп ҡарағыҙ. Һеҙҙе борсоған бөтә нәмәнең исемлеген төҙөгөҙ. Шунан һуң һәр борсоған нәмә тураһында Аллаға һөйләгеҙ. Уға ни өсөн борсолоуығыҙҙы аңлатығыҙ һәм иң яҡшы хәл итеү юлын табырға ярҙам итеүен һорағыҙ.
Борсолор өсөн сәбәптәр башҡа булмаясаҡ!
Борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам иткән кәңәштәрҙән тыш, Изге Яҙма шулай уҡ беҙҙең барлыҡ проблемалар һәм борсолоуҙарыбыҙ мәңгегә юҡ ителәсәгенә өмөт бирә. Был нисек мөмкин булыр?
Алла борсолоуҙарҙың бөтә сәбәптәрен бөтөрәсәк (Асылыш 21:4). Алланың Батшалығы, йәғни күктәге хөкүмәт идаралығы аҫтында беҙҙе ҡасандыр борсоған нәмәләр хатта иҫкә лә төшмәҫ (Ишағыя 65:17).
Алла беҙгә ҡурҡыуҙар һәм борсолоуҙар булмаған киләсәк вәғәҙә итә (Римдарға 16:20). Бына уның һүҙҙәре: «Һеҙгә нимә эшләргә йыйынғанымды мин яҡшы беләм, — ти Йәһүә. — Киләсәгегеҙ һәм өмөтөгөҙ булһын өсөн, мин һеҙгә бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ бирермен» (Иремия 29:11).