Ғәҙел экономика. Был мөмкинме?
Төрлө илдәрҙә кешеләр протест белдереп урамдарға сыға, сөнки илдәрендәге иҡтисади хәлде ғәҙел түгел тип һанайҙар. Экономик мәсьәләләр COVID-19 пандемияһы ваҡытында тағы ла көсәйҙе. Был пандемия локдаундар, төрлө дефицит һәм ҡайһы саҡта яҡшы медицина ярҙамы алып булмау арҡаһында тормошобоҙға тағы ла күберәк тотороҡһоҙлоҡ индерҙе. Ә был үҙ сиратында байҙар һәм ярлылар араһындағы айырманы шаҡтай ҙурайтты.
Тормошто шул тиклем ҡатмарлаштырған был иҡтисади проблемалар берәй ваҡыт хәл ителерме? Эйе! Изге Яҙмала Алланың беҙ дусар булған проблемаларҙы сисер өсөн нимә эшләйәсәге аңлатыла.
Алла хәл итәсәк экономик проблемалар
Проблема. Бөтә кешеләрҙең дә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән экономик система юҡ.
Сиселеше. Алла кеше хөкүмәттәрен үҙенең хөкүмәте — Алла Батшалығы менән алмаштырасаҡ. Ул күктән бөтә ер менән идара итәсәк (Данил 2:44; Матфей 6:10).
Һөҙөмтәһе. Алла Батшалығы — бөтә донъя хөкүмәте, шуға күрә ул ерҙәге бөтә кешеләрҙең проблемаларын иң яҡшы рәүештә хәл итәсәк. Кешеләр бүтән бер ҡасан да ярлы йәшәмәҫ һәм экономик тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында ыҙа сикмәҫ (Зәбур 9:7—9, 18). Улар эшләгән эштәренең һөҙөмтәләренә шатланыр, тормоштары мәғәнәле булыр һәм ҡәнәғәтлек килтерер. Изге Яҙма былай тип вәғәҙә итә: «Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар. Улар өйҙәрен башҡа берәү йәшәһен тип төҙөмәҫ, йөҙөм ағастарын башҡа берәү ашаһын тип ултыртмаҫ» (Ишағыя 65:21, 22).
Проблема. Кешеләр үҙҙәренә ғазап килтергән һәм иң кәрәк нәмәләрҙән мәхрүм иткән ваҡиғалар һәм шарттарҙан ҡаса алмай.
Сиселеше. Алла үҙенең Батшалығы ярҙамында кешеләрҙә ҡурҡыу һәм хәүеф хисе уятҡан бөтә нәмәне юҡ итәсәк.
Һөҙөмтәһе. Алла яҡлауы аҫтында кешеләр үҙҙәрен йә ғаиләләрен иң кәрәк нәмәләрҙән мәхрүм иткән хәл-ваҡиғаларға дусар булмаҫ. Һуғыштар, аслыҡ һәм пандемиялар үткәндә ҡаласаҡ (Зәбур 46:9; 72:16; Ишағыя 33:24). Алла былай тип вәғәҙә итә: «Минең халҡым тыныслыҡ хөкөм һөргән урындарҙа, ҡурҡынысһыҙ ерҙәрҙә һәм имен торлаҡтарҙа йәшәр» (Ишағыя 32:18).
Проблема. Ҡомһоҙ һәм эгоист кешеләр йыш ҡына башҡалар иҫәбенә байый.
Сиселеше. Алла Батшалығы идараһы аҫтында йәшәгәндәр башҡаларҙы ысынлап яратырға һәм уларҙың мәнфәғәттәрен үҙҙәренекенән өҫтөн ҡуйырға өйрәнер (Матфей 22:37—39).
Һөҙөмтәһе. Алла Батшалығы идара иткән ваҡытта кешеләр үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртмаҫ, улар Алла кеүек яратырға өйрәнер (1 Коринфтарға 13:4, 5). Изге Яҙмала былай тиелә: «Улар минең бөтөн изге тауымда бер ниндәй зыян килтермәҫ һәм бер нәмәне лә емермәҫ, сөнки һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай, ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә a тураһындағы белем менән тулыр (Ишағыя 11:9).
Изге Яҙманан күренгәнсә, беҙ был ғәҙелһеҙ донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ һәм оҙаҡламай Алла бөтә иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү тураһындағы вәғәҙәһен үтәр (Зәбур 12:5) b. Ул ваҡыт әле етмәһә лә, Изге Яҙма принциптары һеҙгә инде хәҙер үк матди ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, «Әҙ аҡсаға нисек йәшәргә?» һәм «Аҡсаға дөрөҫ ҡараш» тигән мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ.
a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18).
b Ни өсөн Изге Яҙмаға ышанып булғанын белер өсөн, «Изге Яҙма — хәҡиҡәт сығанағы» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.